-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт ярҙамға килә

Һәр кеше өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Ауырый башлаһаҡ, иң беренсе табипҡа мөрәжәғәт итәбеҙ йәки дарыуханаға йүгерәбеҙ. Ләкин дарыу­ҙар шунда уҡ ярҙам итмәгән осраҡтар ҙа була. Кемгә уларҙың файҙаһы теймәй, шуны тәбиғәт дауалай, тигән әйтем дә бар. Һәм был, ысынлап та, дөрөҫ!

Тәбиғәт ярҙамға килә
Тәбиғәт ярҙамға килә

Хәҙер аҙым һайын дарыухана булғанда, кешеләр аяҡ аҫтында үҫеп ултырған «дарыуҙар» тура­һында бөтөнләй онотто тиерлек. Быйыл ҡыш мин һалҡын тейҙереп ауырып киттем. Температурам юғары, ныҡ йүткерәм һәм хәлһеҙмен. Әсәйем менән өләсәйем өйгә табип саҡыртты. Ул рецепт буйынса дарыуҙар яҙҙы, шул уҡ ваҡытта дарыу үләндәрен дә ҡулланырға ҡушты.
Өләсәйем дарыухананан составында аҡ сәскә, мәтрүшкә, үгәй инә үләне, юл япрағы булған ҡатнашма алып ҡайтты. Уның төнәтмәһе менән тама­ғымды сайҡаттырҙы, ингаляция эшләне – хәлем көндән-көн яҡшыра бар­ҙы.
Ҡыҙыҡһыныуым ҙур бул­ғас, өләсәйем халыҡ ысулдары менән дауаланыу ниндәй ҙур көскә эйә булыуы тураһында һөйләне. Ә мин һәр рецепты көндәлегемә яҙып бар­ҙым.
Хәҙер үҙебеҙҙең ғаиләлә генә ҡуллана торған шифаларыбыҙ бар. Ә дарыуханаларға күп йөрөгән кешеләргә, нисек кенә дауаланһағыҙ ҙа, элек-электән тәбиғәт һәр ваҡыт ярҙамға килгән һәм киләсәк, тип әйтер инем.

Гәлсәр ХӨСӘЙЕНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева
исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: