Уҡыусыларым менән төрлө эҙләнеү эштәре алып бара торғайным. Шуларҙың береһе Дарина Хәсәнова (һүрәттә) менән артыш тураһында мәғлүмәт йыйыу ҡыҙыҡлы булды. Әле ул Әбйәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәптең XI синыфында уҡып йөрөй.
Артыш тураһында бик күп материалдар тупланыҡ. Тәүҙә Фирҙәүес Хисаметдинованың һүҙлеге менән танышып сыҡтыҡ. Дарина өләсәһенән, туғандарынан да һорашты, тарихи мәғлүмәттәргә, башҡа әҙәби, документаль сығанаҡтарға таянып эш итте. Артыштың магик көсө, дауалау серҙәре тураһында Варис Ғүмәров менән Сәфәрғәли Йәнтүриндың яҙмаларын өйрәнеп белдек. Үҙебеҙ өсөн әллә күпме асыш яһаныҡ.
Ышаныуҙар буйынса, артыш магик көскә эйә. Унан бөтә яман көстәр ҙә ҡурҡа, ҡаса, имеш. Шуға өйҙә йәш бала, әсә булһа, артыш төтәтеү йолаһы бар. Йорт эсе тынысһыҙ булғанда, мәйет йыуғанда, уны сығарғанда ла шулай итәләр. Ишек, тәҙрә баштарына, мөйөштәргә артыш элеү әле лә осрай. Боронораҡ бала бишеген дә унан яһағандар, сиртмәһен ботаҡтары күп булған сатлы артыштан эшләргә тырышҡандар. Ышаныуҙар буйынса, бындай сәңгелдәккә яман заттар, сихыр-боҙомдар, күҙ уғы яҡын килмәй. Шул уҡ ваҡытта сатлы артыштан эшләнгән бишек сиртмәһе ғаиләгә күп балалы, ә өйҙәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға түлле булыуҙы теләп тора икән.
Ул ҡайҙарҙа үҫә?
Артыш беҙҙең республиканың Архангел, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ғафури, Ейәнсура, Хәйбулла һәм башҡа таулы райондарында ылыҫлы урмандарҙа, тау битләүҙәрендә, ҡомло йәки ваҡ ташлы урындарҙа осрай. Ваҡ ташлы тупраҡтарҙа ул ергә ятып, ә ҡомло урындарҙа, мәҫәлән, Мари Иле Республикаһында тура олонло булып үҫә. Бейеклеге 1 – 3 метр булған был үҫемлектең олондары ҡара-һоро, ә йәш ботаҡтары ҡыҙғылт һоро төҫтә була. Уның 10 – 16 миллиметр оҙонлоҡтағы тар ланцет япраҡтары энәне хәтерләтә, ҡышҡылыҡҡа ҡойолмай.
Ниндәй дауаһы бар?
Дауалау өсөн артыштың, ғәҙәттә, емеше ҡулланыла. Уның составында гликозид, эфир майҙары, камфора, терпинолен, фитонцидтар, витаминдар (бигерәк тә С витамины күп), биологик әүҙем матдәләр бар. Артыш емешен өлгөргәс, сентябрь айында йыялар һәм ҡояш төшмәгән урында киптерәләр. Ул өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
Артыш ҡайнатмаһын аяҡ-ҡул һыҙлағанда ванна яһау өсөн ҡулланып була. Емешенән алынған май һыҙлаған ерҙе ыуыу өсөн файҙалы. Артыш ылыҫын әүәле гигиеник маҡсатта файҙаланғандар. Өйҙәге насар еҫте бөтөрөү өсөн (шулай уҡ ғаиләлә берәйһе ҡаты сирләгәндән һуң) артыш ботағын элер булғандар. «Дауаланыу мотлаҡ табип билдәләүе буйынса үтергә тейеш», – тип яҙа «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» китабында Варис Ғүмәров.
Артыштың көсө – һауаны озон менән байытыуҙа. Химиянан билдәле булыуынса, озон вирустарҙы юҡҡа сығарырға һәләтле, тик ул тиҙ арала кислородҡа әүерелә. Элек артышты малды дауалау, баланы яман күҙҙән һаҡлау, өй эсен таҙартыу өсөн ҡулланғандар, ул үҫкән тауға артылып, үпкә таҙартҡандар. Уның төнәтмәһе менән Рәғиҙә Янбулатованың аяҡтарын дауалауы һәм йүнәлеп китеүе тураһында Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» китабында ла яҙылған.
Әлбиттә, артышты ҡалаларҙы, шифаханалар тирәһен йәшелләндереү өсөн киң файҙаланалар. Әйткәндәй, уның менән ыҫланған ҡымыҙ мискәләргә үҙенсәлекле тәм бирә. Уны шулай уҡ ит ыҫлау өсөн дә ҡулланып була.
Дарина менән беҙ артыштан һабын да эшләп ҡараныҡ. Бының өсөн әҙер һабын массаһын алып, эҫе мейестә иреттек. Артабан артыштың энәләрен ирегән һабынға ҡушып болғаттыҡ. Махсус формаларға һалып, бер тәүлеккә киптерергә ҡуйҙыҡ. Шифалы һабыныбыҙ килеп тә сыҡты. Һеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ уны, дуҫтар!
Бына шундай үҙенсәлекле ул артыш!