Беренсе ҡапҡа. Һин – үҙ-үҙеңә бик ныҡ ышанған, үҙ дәрәжәңде белгән кеше. Дуҫтар эҙләмәһәң дә, күптәр һине хөрмәт итә, өлгө итеп ҡуя. Үҙ һүҙле, ирек һөйөүсән кешеһең. Шуның менән бергә эшһөйәрһең, ныҡышмалһың.
Икенсе ҡапҡа. Бик тыныс кешеһең. Тынлыҡ һәм яңғыҙлыҡты яратаһың. Һөйләүгә ҡарағанда күберәк өндәшмәүҙе хуп күрәһең. Шулай ҙа кәңәш бирергә һәм кәрәк булған саҡта кемделер тыңларға әҙерһең. Ярҙамыңды баһалайҙар. Үҙеңде дуҫтарың һәм таныштарың араһында уңайлы тотаһың. Башҡаларҙан аҡыллы һәм әҙәпле булыуың менән айырылаһың.
Өсөнсө ҡапҡа. Йөҙөңдән йылмайыу китмәй. Бик оптимисһың, көсөң һәм энергияң ташып бара. Йәшәүҙең ҡәҙерен беләһең. Белемеңде арттырырға, танышырға яратаһың. Башҡа кешеләрҙең етешһеҙлектәренә түҙәһең. Күңелһеҙ хәлдәргә лә әллә ни танауың төшөп бармай. Үҙеңдең хаталарыңды таный беләһең.
Дүртенсе ҡапҡа. Үҙгәреп тороусан кешеһең. Кәйефең дә һәр ваҡыт алмашынып тора. Һин – ысын фетнәсе, тормошоң ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Үҙ-үҙеңә ышаныусан булыуың башҡа кешеләрҙе һиңә тарта.
Бишенсе ҡапҡа. Ҡатмарлылыҡты яратмайһың, яйға һалынған тормош менән генә йәшәйһең. Тоғролоҡ һәм тыныслыҡ оҡшай. Бер кем дә һиңә, күңелһеҙ йәшәйһең, тип әйтә алмай, барыһы ла ҡәнәғәтләндерә. Ни эшләп барыһын да ҡатмарлаштырырға һуң? Хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡ яҡлыһың, быларҙы бер ниндәй байлыҡҡа ла алыштырырға теләмәйһең.
Алтынсы ҡапҡа. Яңғыҙлыҡ, ябайлыҡты яратаһың. Кешеләргә бигүк ышанып бармайһың. Шуға дуҫтарың да бик күп түгел һәм һиңә шул етә лә. Танышырға яратмайһың. Кешенең эске күңел донъяһы бик мөһим, нисек кейенеүҙәренә иғтибар итмәйһең. Уйланыуҙарға бирелеп ултырыуҙы үҙ итәһең. Яҡын кешеләреңдең фекеренә ҡолаҡ һалаһың, ә ҡалғандарҙыҡы ҡыҙыҡһындырмай.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне.