-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
23 Июнь 2023, 12:00

Һин ниндәйһең?

1. Урамға сығырға йыйындың, әммә әсәйең: «Һуң бит инде, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең», – тип ҡаршы төштө. Һин нимә эшләрһең?

Һин ниндәйһең?
Һин ниндәйһең?

А) Инәлеп-ялбарып, рөхсәт һораясаҡмын, тик һаман да шулай тип әйтә икән, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең.
Б) Өйҙә ҡалаһың.
В) Әсәйең асыуланһа ла, барыбер сығып китәһең.

2. Фекерҙәр тап килмәгән осраҡта һин:

А) Иғтибар менән кешенең фекерен тыңлайһың һәм алтын урталыҡ табыр­ға тырышаһың.
Б) Башҡаларҙы тыңлаһаң да, үҙ фекереңдең дөрөҫлөгөн иҫбатлайһың.
В) Башҡа кешенең фекере һине ҡыҙыҡһындырмай, һинеңсә, үҙеңдеке генә дөрөҫ.

3. Мөхәббәткә ҡарашың?

А) Һөйгән кешең менән бергә булыу – иң ҙур бәхет.
Б) Мөхәббәтең булыу яҡшы, тик ул һинең тормошоңдо тулыһынса биләп алырға тейеш түгел, иреклек булыуы мөһим.
В) Һөйөүһөҙ йәшәп булмай.

4. Һин үҙеңде ниндәй кешеһең тип уйлайһың?

А) Бөтәһенә лә оҡшарға һәм ярарға тырышаһың.
Б) Һәр ваҡыт үҙең булып ҡалаһың, берәүгә лә оҡшарға теләмәйһең.
В) Башҡаларҙы үҙеңә буйһондороу оҡшай.

5. Кәйефең юҡ икән, һин:

А) Кемдең булһа ла йыуатыуын, йәлләүен теләйһең.
Б) Быға иғтибар итмәҫкә тырышаһың.
В) Асыуыңдан башҡаларҙың да кәйефен бөтөрәһең.

6. Әгәр атай-әсәйең ғәйепһеҙгә әрләһә, нимә эшләйһең?

А) Йәнең көйһә лә, һиҙҙермәҫкә тырышаһың.
Б) Үҙ-үҙеңде яҡлап, бының дөрөҫ түгел икәнен иҫбатларға маташасаҡһың.
В) Кәйефең төшә, әммә ҡаршы һүҙ әйтмәйһең, үҙеңә киләсәктә аҡыллыраҡ булырға һүҙ бирәһең.

7. Әхирәтең йәки дуҫың һинең кәмселегең хаҡында әйтһә, һин:

А) Асыуың килһә лә, һиҙҙермәйһең, эстән генә янып-көйәһең.
Б) Асыуыңдан уның да кәмселектәрен әйтеп һалаһың, оҙаҡ ҡына һөйләшмәй йөрөйһөң.
В) Уға рәхмәт әйтеп, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышаһың.

8. Һин яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәсәк­һең, әгәр:

А) Үҙең генә эш башҡарһаң.
Б) Етәксе, лидер ролендә булһаң.
В) Команда составында булһаң.

9. Ниндәй ҙә булһа ҡатмарлы, ауыр эште тамамлағандан һуң, һин:

А) Ҡыуанып икенсе эште башлай­һың.
Б) Мотлаҡ был хаҡта барыһына ла хәбәр итәһең.
В) Башҡаларҙың һине маҡтауын көтәһең.

10. Ҡунаҡҡа барған сағыңда...

А) Ситтә генә ултырырға тырышаһың, һүҙ ҡушып бармайһың.
Б) Иғтибар үҙәгендә булырға теләй­һең, барыһын да үҙеңә ҡаратаһың.
В) Күп ваҡытты хужаларға ярҙам итеп уҙғараһың.

11. Магазинда һатыусы аҡсаны дөрөҫ ҡайтармаған осраҡта нимә эшләрһең?

А) Әлбиттә, был хаҡта уға әйтәсәк­һең.
Б) Кәйефең төшһә лә, был хаҡта өндәшеп тормайһың.
В) Иғтибар ҙа итмәйәсәкһең.

12. Яҡын кешеңә ныҡ асыуың килде...

А) Мотлаҡ был хаҡта уға еткерәсәк­һең.
Б) Барыһын да эстән генә кисерәһең.
В) Үҙеңде тынысландырып, оноторға тырышаһың.

13. Әгәр ҙә ауырып китһәң...

А) Был хаҡта барыһына ла хәбәр итәһең.
Б) Яҡындарыңдың һиңә иғтибар биреүҙәрен, яныңда ултырыуҙарын талап итәһең.
В) Барыһы ла үтәсәк, тип үҙеңде тынысландыраһың.

14. Таныш булмаған кеше кәйефеңде ҡырһа, һин:

А) Күҙенә ҡарап, ҡаршы өндәшәсәкһең.
Б) Асыуың килһә лә, өндәшмәүҙе хуп күрәһең.
В) Үҙенә тура әйтмәһәң дә, башҡаларға һөйләп, күңелеңде бушатасаҡһың.

15. Тормош девизың итеп ҡайһы юлды һайлар инең?

А) Мин үҙемде яратам!
Б) Бөтә донъя миңә генә буйһона!
В) Бәхет тынлыҡты ярата.

 

Ә хәҙер һөҙөмтәләрҙе һанайыҡ

Әгәр ҙә А яуаптары күберәк икән, һин йомшаҡ күңелле, яғымлы, кешелеклеһең. Үҙеңә башҡаларҙың яратып ҡарауы мөһим, эскерһеҙлек, саф хистәрҙе өҫтөн ҡуяһың. Дуҫлыҡ, мөхәббәт, ғаилә ҡиммәттәре һинең өсөн ҙур роль уйнай. Яҡын кешең өсөн йәнеңде бирергә әҙерһең, әммә үҙеңә ярҙам кәрәкһә, был хаҡта әйтергә ҡыйыулығың етмәй, үҙҙәре белеп ярҙам ҡулы һуҙырҙар әле, тип көтәһең. Ҡурҡаҡлығың да юҡ түгел. Кешене бер ваҡытта ла ғәйепләмәйһең, хатаң булмаһа ла, үҙеңде ғәйепле һанайһың.
Әгәр ҙә Б яуаптары күберәк булһа, һин – бик һаҡсыл кеше, аҡыл менән эш итәһең, барыһынан да алыҫтараҡ торорға тырышаһың. Берәүгә лә күңелеңде асып һалмайһың, һәр нәмәне үҙең генә эстән кисерәһең. Тын­ғылыҡ, иреклек яратаһың. Ҡушылған эштәргә яуаплы ҡарайһың, теүәл башҡараһың, әммә берәүҙе лә үҙеңә яҡын ебәрмәйһең.
Әгәр ҙә В яуаптары күберәк икән, һиңә барыһын да үҙеңә буйһондороу оҡшай. Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булып, лидерлыҡҡа ынтылаһың. Был холҡоң өсөн үҙеңде яратмаусылар ҙа күп, әммә ныҡ тырышһың, һәр ваҡыт алдыңа ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн ҡыйыу юл яраһың. Яныңдағы кешеләр һәр ваҡыт һине хуплап, маҡтап торорға тейеш, тип уйлайһың, тап бына ошолар еңеүгә ынтылыш бирә лә инде. Башҡаларҙы тәнҡитләргә лә тартынмайһың, тик үҙеңә әйткән кире һүҙҙәрҙе ныҡ ауыр кисерәһең. Көслө рухлы, аҡыллыһың, энергияң ташып тора.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: