-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
30 Ғинуар , 22:00

Һин ниндәй сәскә?

Һәр кемдең яратҡан сәскәһе була. Берәү нәзәкәтле ләләне үҙ итә, икенсегә сағыу мәк оҡшай. Түбәндәге һүрәттәргә күҙ һал да иң оҡшағанын һайла әле. Бәлки, һин үҙеңде тап шул сәскәгә тиңләйһеңдер. Күңелеңә ятҡанын таптыңмы? Хәҙер инде үҙең хаҡында тағы ла күберәк белә алаһың.

Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?

Мәк
Үҙенсәлекле кешеләр һайлай был сәскәне. Һин гел иғтибар үҙәгендә, шулай булыу үҙеңә оҡшай. Дуҫтарыңа һинең менән аралашыу еңел. Улар араһында һү­ҙең дә үтә. Шулай уҡ һиңә яңы таныштар та­быу бер ни тормай.
Ирис
Ижади ҡарашлы кешеһең. Көслө яҡтарыңдың береһе – яҡшы үҫешкән фантазия. Һин­дә ҙур потенциал туп­ланған, уны асырға кәрәк. Көндәлек эш һәм бер төрлө график һиңә бармай. Һәр яңы көн алдағыһына оҡшамаһын өсөн тырышаһың.
Ләлә
Был сәскәне төрлө урында осратырға була. Ул һәр ерҙә үҙенә уңдырышлы туп­раҡ таба. Һин дә теләһә ҡайһы урында үҙең өсөн уңайлы мөхит булдыра беләһең. Йәнә ләләне һайлаусылар һиҙгерлеге менән айырылып тора.
Рауза
Мөхәббәт, тартылыу, хистәр символы. Үҙен рауза менән сағыштырыусылар – тәрән хислеләр. Тирә-яҡ мөхиттә матурлыҡты күрә беләләр. Әммә раузаның илертерлек еҫе генә түгел, сәнс­келәре лә бар. Һин дә камиллыҡ эҙләйһең һәм хаталарҙы ғәфү итмәйһең.
Лилиә
Ғәҙәттә, был сәскәгә өҫтөнлөк биргән кешеләр изге кү­ңелле, ғәфү итә белә һәм яҡшы кәңәштәр бирә. Улар нәзәкәтлекте күрә белеүҙәре менән айырылып тора. Әйткәндәй, лилиә – никахтың утыҙ йыллығы билдәһе лә. Үҙҙәрен ли­лиә менән бәйләүселәр ҙә ошондай то­тороҡло, ныҡлы мөнәсәбәттәр эҙләй.
Орхидея
Орхидеяны һайлаусылар күп түгел. Уға өҫтөнлөк биреүселәр үҙ уйҙары менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡмай. Ғөмүмән, бер үҙен уңайлы тоя, артыҡ аралашыу талап итмәй. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар – туған йәнлеләр.
Миләүшә
Был сәскә сафлыҡты һәм таҙалыҡты аңлата. Әгәр миләүшәне һайлаһаң, һин – ябай кеше. Баш­ҡаларҙан артыҡ иғтибар ҙа талап итеп бармайһың. Йыш ҡына үҙ фекереңде һәм хис-тойғоларыңды яҡындарыңдан йәшерәһең. Был аңлашылмаусанлыҡҡа ла килтерә.
Аҡ сәскә
Ошо ябай сәскәне үҙ итһәң, тормошоңдан ҡәнәғәтлек ала беләһең. Кәрәкле һығымталар яһап, дөрөҫ йәшәйһең. Һиндә көс, сафлыҡ һәм балаларса ышаныусанлыҡ бар. Шуға кешеләр менән аралашҡанда һаҡ бул: барыһы алдында асылып барма, серҙәрең менән бүлешмә.
Нәркәс
Тырыштар, ныҡышмалдар. Үҙҙәренә үҙҙәре юл яралар. Уңыш берәй ҡасан йылмайыр әле, тип көтөп ятмайҙар. Хаталарынан һабаҡ ала беләләр. Ҡыҫҡаһы, бар яҡтан килгәндәр.

Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Һин ниндәй сәскә?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: