Исемең шәп булһын,
Ырыуыңа тап булһын,
Ырыуыңа тап булмаһа,
Ораныңа тап булһын!
Билдәле булыуынса, 2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Йыл дауамында ауыл һәм ҡалаларҙа бихисап саралар уҙа. Ошо йәһәттән Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ауыл китапханалары араһында «Ғаилә – тормоштоң тылсымлы символы» тип аталған конкурс иғлан итте. Уның төп маҡсаты – ауыл китапханаларының бәҫен күтәреү, ғаиләләрҙең мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу, китап уҡыуҙы әүҙемләштереү. Конкурс шарттары буйынса, һәр ауыл китапханасыһы тәҡдим ителгән йүнәлештәр буйынса матур сара әҙерләргә тейеш ине: «Ғаилә менән китап уҡыйбыҙ», «Проза әҫәрендә ғаилә һәм мөхәббәт», «Ғаилә – йолалар һаҡлаусыһы».
Беҙҙең ауыл китапханаһы өсөнсө йүнәлеште һайлап, «Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап булмаһа, ораныңа тап булһын!» тип аталған бик фәһемле сара үткәрҙе. Ата-әсәнең бала алдында үтә яуаплы, мотлаҡ үтәлергә тейешле өс төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт биреү һәм өсөнсөһө – лайыҡлы ғүмер юлдашы һайлауҙа ярҙам итеү. Яңы тыуған сабыйға исем табыу проблемаһы әле лә актуаль булып ҡала, шуға ла әлеге теманы һайланыҡ.
Күп ата-әсәләр балаға исемде алдан уйлап, туғандары менән кәңәшләшеп ҡуша. Уның мәғәнәле булыуы, башҡортса-урыҫса әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә алына. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, яратып үҫһә, унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна.
Сара башында «Кеше исемдәре ҡасан килеп сыҡҡан?» тигән һорауға яуап эҙләнек. Гөлсәриә Вәхитова «Урал батыр»ҙан өҙөк һөйләгәс, данлыҡлы эпостың 4 мең йылдан артыҡ тарихы барлығы, уның тәүтормош-община ҡоролошо тарала башлаған осорҙа уҡ ижад ителеүе тураһында белдек. Ошонан сығып һығымта яһаныҡ: тимәк, исемдәр бик борон замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Миңлегөл Яхъя ҡыҙы Байғужина «Башҡорт исемдәренең килеп сығышы тарихы» тураһында презентация әҙерләгәйне. Ә ағинәйҙәр төрлө ырымдарға, табыныу йолаларына бәйле килеп сыҡҡан башҡорт исемдәре менән таныштыра барҙы.
– Бәпес исемһеҙ бер көн, хатта бер сәғәт тә ҡалырға тейеш түгел, юғиһә, уны ен-пәрейҙәр алмаштыра ла үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрә, һөҙөмтәлә, бала зәғиф йә ауырыу була йәки үлә, тип уйлағандар борон. Халҡыбыҙҙа «йүргәк исеме» ҡушыу булған. Кендек инәһе ҡабул итеп алғас, сабыйҙың бер ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап, бер исемде әйтеп, йүргәккә төргән. «Йүргәк исеме» йәки «тәүге исем» баланы яман көстәрҙән һаҡлай, тигән ышаныу йәшәгән. Ысын исемде иһә сабыйға мулла ҡуша. Аҙан ҡысҡырып, ҡолағына әйтә, – тип һөйләне ағинәй Рәйлә Байғужина. Артабан ауылыбыҙ аҡһаҡалы Булат Таймасов балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте.
Китапханасы Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы Мәғәфүрова алдан әҙерләнгән «Ғаилә ҡиммәттәре юғалмаһын!» тип аталған китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһаны. «Таңһылыу Күсимованың «Исемдәр донъяһында» тигән китабында һәр бер кеше үҙ исеменең тәржемәһен таба ала», – тип кәңәшле кәштә менән таныштырҙы.
– Бөгөн матур яңғырашлы, саф башҡорт исемдәрен һайлаусы милләттәштәребеҙ күп. Ата-әсәләр балаға лайыҡлы, милли рухлы, мәғәнәле исем һайлай, ә улар кешегә ниндәйҙер кимәлдә дәрәжә өҫтәй кеүек, – тип Хәйбулла районының ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Ғилман ҡыҙы Биккинина үҙ фекере менән бүлеште.
«Иң күп ҡушылған, популяр исемдәргә ҡайһыларҙы индерергә була?» – тигән һорау ҙа яңғыраны. Малайҙар араһында Искәндәр, Бәхтийәр, Динислам, Ислам, Вадим исемдәре булһа, ҡыҙҙар өсөн ата-әсәләр Алина, Самира, Әминә кеүектәрҙе һайлай икән.
Һирәк һәм ғәҙәти булмағандары ла осрай: Янбулат, Эмирхан, Эмиль, Эльнар һәм Эльза, Элина, Ульяна, Сулпан.
Шулай итеп, исемдең тамырҙары сал тарихҡа барып тоташа. Ул – халыҡ тарихының, туған телдең быуаттар буйы тупланып килгән алтын-көмөштәй ҡиммәтле, ҡәҙерле бер хазинаһы.
Исемдәр хаҡында һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә: атай-әсәйҙәр ашыҡмаһындар ине. Ҡушылған исем киләсәктә оялтырлыҡ булмаһын, сөнки ул – кешегә ғүмерендә иң күп ишетергә тура килгән һүҙ.
Исем мәғәнәһе менән дә, яңғырашы менән дә кешене матурлаһын!