«Ынйылар» исем ҡушыу йолаһын әҙерләгәйне. Шуға бәйле әллә күпме һамаҡтар, ырымдар, юрауҙар, йырҙар өйрәнгәндәр. Өләсәйҙәрҙең бәпес күтәреп йүгереп йөрөүе, уны йыуындырыуҙары, мулланың сүрәләр уҡып, исем ҡушыуы – һәр береһен ҡарап ултырыу һоҡланғыс ине. Үҙебеҙгә файҙалы мәғлүмәт тә тупланыҡ. Баҡһаң, баланы тары һалып йыуындырһаң, ул ырыҫлы булып үҫә икән. IV «Б»лар аулаҡ өйҙө сәхнәгә сығарһа, IV «В»лар Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» пьесаһынан өҙөк тәҡдим итте. III «Б»лар кис ултырып шәл бәйләүҙе ҡуйҙы. Өләсәй һандығы ла үҙендә күп серҙәр һаҡлай икән. Уны беҙгә I «В»нан өләсәй менән ейәнсәр – Ишбулатовтар ғаиләһе күрһәтте. «Ҡаҙ өмәһе»н һынландырыусы V «Б»лар сығышы ла барыһын хайран итте. Үҙҙәре, етмәһә, ҡаҙ бешереп тә килтергән бит әле.
Әлбиттә, бәйге булғас, еңеүселәр ҙә була.Улар башланғыс, өлкән синыфтар араһында айырым-айырым билдәләнде. «Хазина» (IV «Б»), «Ҡарлуғастар» (III «А»), «Арғымаҡ» (X «Б»), «Ауыл ҡыҙҙары» (VI «Б») фольклор төркөмдәре өсөнсө урын яулаһа, «Нағыш» (II «Б»), Ишбулатовтар ғаиләһе (I «В»), «Осҡон» (VII «В»), «Йәшлек» (X «А») икенсе урынға сыҡты. «Дуҫлыҡ» (III «Б»), «Хазина» (IV «В»), «Гөрләүек» (VII «Б») I урын алып ҡыуанды. Исем ҡушыу йолаһын сәхнәләштергән «Ынйылар» (II «А»), ҡаҙ өмәһен ҡуйған V «Б»лар Гран-при хужаһы булды. Афариндар!