Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ул 21 – 23 сентябрҙә, әбейҙәр сыуағы ваҡытында, көн менән төндөң оҙонлоғо тигеҙләшкән осорҙа уҙғарылған. Элек уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған.
Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Ана шул йоланы бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тергеҙә лә инде. Беҙ ҙә уны үткәреп ҡарарға булдыҡ. Байрам бик матур килеп сыҡты.
Ҡатнашыусылыр көҙгө уңыштан күргәҙмә, үҙенсәлекле гөлләмәләр, йәшелсә элементтары менән костюмдар әҙерләне. Уҡыусылар көҙ тураһында шиғырҙар һөйләне, йырлап-бейеп күңел асты, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Тапҡыр йомаҡтарға ла тиҙ генә яуап бирҙеләр, мәҡәлдәрҙе лә яҡшы белеүҙәрен күрһәттеләр. Байрамды алып барыусылар – Ҡарасҡы (Сәриә Закирова) һәм Сөмбөлә (Гөлнәзирә Баязитова) һәр кемде уйынға йәлеп итеп, дәртләндереп торҙо.
Унда ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Төрлө уйындар, бейеүҙәр менән оҙағыраҡҡа һуҙылһа ла, берәү ҙә арыманы. Байрам тамамланғас та, ҡайтышырға ашыҡмай, ихлас әңгәмәләштеләр. Күңелле тамаша бөтәһенә лә оҡшаны, уны киләһе йылда киңерәк итеп ойошторорға кәрәк, тигән фекерҙә өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.