– Хәҙер ейәндәребеҙ менән тышта йөрөү уңайлы булыр инде. Барыһы өсөн район хакимиәтенә, депутаттарға рәхмәт, – тип һөйөнә Рәшиҙә Сәйфуллина.
– Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Балалар майҙансығы күптән кәрәк ине. Кем уны булдырыуҙа ҡатнашҡан, барыһына рәхмәтлебеҙ. Балаларға уйнарға шәп майҙансыҡ эшләп бирҙеләр, – ти уҡытыусы Әминә Юнысова.
Йола буйынса, майҙансыҡты асыу тантанаһына мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Эльвира Юнысова, Әбеш һәм Һаҡмар-Наҙарғол мәктәптәре уҡытыусылары тарафынан күңелле тамаша әҙерләнгәйне. Рәхәтләнеп күңел астылар. Әбеш ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, балалар майҙансығын асыуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәтен еткерҙе. Ул ял итеү урынын һаҡларға, таҙа һәм тәртиптә тоторға кәрәклеген дә белдерҙе. Район советы депутаты Мансур Байгилдин ҡотлау сәләме менән сығыш яһап, буласаҡ спорт майҙансығына волейбол сеткаһы бүләк итте.
Балаларҙы ныҡ ҡыуандырҙылар. Матур бүләк булды.