+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
16 Октябрь 2020, 17:13

Бәхетленең байрамы ла бергә

Бәхетленең байрамы ла бергә, тигәндәй, Республика көнө алдынан бер төркөм киң мәғлүмәт саралары тармағы вәкилдәре бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшыр­ҙы.

Быйыл әлеге мәртәбәле премияға 18 авторҙың һәм коллективтың эштәре тәҡдим ителгәйне. Бындай юғары баһаға спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев, «Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн «Йәншишмә» гәзите ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина, социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн «Молодёжная газета» баҫмаһынан хәбәрсе Эмилия Завричко лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһында «Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исемен алыусылар, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булыусылар ҙа тәбрикләнде.
Читайте нас: