+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
16 Октябрь 2020, 16:52

Питерҙан – еңеү менән!

Сентябрҙең тәүге аҙнаһында Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербургта уҡыусылар­ҙың «Үҙеңдә ғалимды ас» («Открой в себе ученого») VII Бөтә Рәсәй фәни-инновацион ғәмәли кәңәшмәһе үтте.

Уның төп маҡсаты һәләтле, белемле, фәнни тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып барған балаларҙы туплау ине. Конференция Халыҡ-ара банк институты, Санкт-Петербург дәүләт аграр, дәүләт диңгеҙ техник, Жорес Алфёров исемендәге Санкт-Петербург милли эҙлә­неү академия университетта­ры менән берлектә үткәрелде. Был сарала ҡатнашыу уҡыу­сыларға төньяҡ баш ҡалабыҙ­ҙың юғары уҡыу йорттарына уҡыр­ға ингәндә өҫтөнлөк бирә. Быйыл республикабыҙ намыҫын Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының X cиныф уҡыусыһы, әхирәтем Рушана Хисаметдинова ла яҡланы. Әйткәндәй, Башҡортостан делегацияһында беҙҙең райондыҡылар ғына ине.

Конференцияла 54 төбәк ҡатнашты, 16 секцияла эш алып барылды. Рушана (етәксеһе – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова) «Шәғәли Шаҡман – халыҡ илсеһе» темаһына фәнни-тикшеренеү проектын яҡланы. Белгегеҙ килһә, был эшенә күптән тотонғайны. Тамъян ырыуы башлығы Шәғәли Шаҡман бей­ҙең тормош юлын, шәжәрәһен, тарихта, әҙәбиәттә, халыҡ ижадында, сәнғәттә нисек сағылдырылыуын тулыһынса өйрәнеп, интернет селтәрендә бөйөк тархан тураһында мәғлүмәти бит тә булдыра.

Төплө фәнни эше менән әхирәтем тарих секцияһында I урын яулай һәм ҡиммәтле бүләк менән билдәләнә. Төрлө юғары уҡыу йорттарынан йыйылған эксперттар Рушананың эшен юғары баһалай һәм республикабыҙ, бөйөк тархан тураһында бай мәғлүмәт алыуҙары хаҡында әйтә. Сығыш яһап бөткәс, мотлаҡ Баш­ҡортостанға сәләм еткерергә ҡушалар. Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы: «Уҡыу­сым менән Башҡортостанды Рәсәй­ҙең төньяҡ баш ҡалаһында юғары кимәлдә күр­һәтеүебеҙ менән сик­һеҙ ғорурланам. Был – беҙҙең өсөн бик юғары баһа. Әйткәндәй, Рушана бик яҡшы уҡый, әүҙем, фәнни-тикшеренеү эштәре менән IV синыфтан алып шө­ғөлләнә. Республикала үткәрелгән конференцияларҙа йыш ҡына ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Яҙғыһын Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән дистанцион фәнни-ғәмәли конференцияла ла III урын алды. Рушана менән эҙләнеү, төрлө проект эштәре алып барыу ма­уыҡтырғыс. Ата-әсәһе лә (Йон­доҙ һәм Ришат Хисаметдиновтар) һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һу­ҙа. Йәйге каникулда ғаиләләре менән Белорет районы Ҡаһарман ауылына Шә­ғәли Шаҡмандың ҡәберлегенә лә барып ҡайттылар. Улар­ҙың рухлы, матур ғаиләһе һоҡландыра. Шулай уҡ мәктәп директоры Рәмил Нурис­лам улы Әхмәтовҡа, район мә­ғариф бүлегенә лә беҙҙе дәртләндереп тороу­ҙары өсөн рәхмәт».

Биш көн дауамында барған фәнни-инновацион конференцияның программаһы бик бай булды. Уҡыусылар өсөн «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны, Санкт-Петербург буйлап сәйәхәттәр, уҡытыусылар өсөн «түңәрәк өҫтәл» кеүек саралар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әб­йәлил уҡыусылары араһында һәләтле, фән менән ҡыҙыҡһын­ған балалар бик күп. Улар республикала үткәрелгән саралар менән генә сикләнеп ҡалмаһындар, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа ла ҡатнашһындар ине. Киләһе йыл районыбыҙҙан тағы ла күберәк уҡыусылар бар­һындар, күрһендәр, үҙҙәрен үҫтерһендәр, тигән теләктә ҡалам.


Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.


Читайте нас: