+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Февраль 2018, 12:41

5 февраль – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар НӘЖМИҙең тыуыуына – 100 йыл

Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуа. Бында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында белем ала. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Өсөнсө курста сағында, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, яуға китә һәм унан 1946 йылда ғына ҡайта. Киләһе йылына уҡыуын тамамлап ҡуя.

Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуа. Бында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында белем ала. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Өсөнсө курста сағында, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, яуға китә һәм унан 1946 йылда ғына ҡайта. Киләһе йылына уҡыуын тамамлап ҡуя.

Назар Нәжми хеҙмәт юлын «Совет Баш­ҡортостаны» гәзитендә башлай. Унан һуң «Әҙәби Башҡортостан», «Һәнәк» журналдарында эшләй. Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе була.

Яуҙа һәм тыныс хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары, тырышлыҡтары өсөн Назар Нәжми ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Октябрь Революцияһы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Ул – РСФСР дәүләт премияһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1993 йылда Башҡорт­остандың халыҡ шағиры исеме бирелә.

Назар Нәжмиҙең тәүге шиғырҙары 1937 йылда матбуғат биттәрендә күренә башлай. 1950 йылда «Тамсылар» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Артабан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» һәм башҡа китаптары баҫыла. «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада», «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары шағирға киң билдәлелек килтерә.

Назар Нәжми драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уның «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш!», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә», «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла.

«Мин ут алдым кешеләрҙән…»

Назар Нәжмиҙең бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Атаһы Нәжметдин менән әсәһе Ғәлимәнең туғыҙ балаһы булып, шуларҙың дүртәүһе генә иҫән-һау үҫә: Ғәҙелкарам, Ғиләж, Назар һәм Зөл­ҡәғиҙә. Ғаиләләге өс ир-егет тә һуғышта ҡатнаша. Ғиләж хәбәрһеҙ юғала.
Шағирҙың атаһы – милләте буйынса башҡорт Нәжметдин бик матур йырлаған. Мәсеттә аҙан ҡыс­ҡырһа, өс саҡрымлыҡ Ми­ңеште ауылының бер осонан икенсе осона тиклем ишетелеп торған, тиҙәр. Ғаиләлә барыһы ла йыр-моңға оҫта булған, гармунда, скрипкала уйнаған. Ғиләж ағаһы Назар туғанын дүрт-биш йәштәр самаһында уҡ скрипкала өйрәткән. Өләсәләре «шайтан ҡотортҡосо» тип ватып ташлаһа ла, Ғиләж яңынан яһап, быныһы тағы ла һәйбәтерәк уйнай, тип маҡтан­ған.
Ә Ғәҙелкарам ағаһы үгеҙ­ҙәрен һатып, шул аҡса­ға ун йәшлек Назарға гармун алып биргән. Атаһына оҡшап, уның тауышы бик матур булған. Институтта уҡып йөрөгәнендә Мәскәү консерваторияһынан таланттар эҙләп килгән белгестәр, Назар Нәжмиҙе тыңлап ҡарағандан һуң, үҙҙәренә саҡыралар. Буласаҡ шағир баш тартҡас, тегеләр: «Их, егет, үҙеңдә ниндәй байлыҡ йөрөткәнеңде белмәйһең. Һинең тауышың – алтын», – тип үкенес белдерәләр. Әгәр Назар Нәжми шул саҡта консерваторияны һайлаһа, унан бына тигән опера йырсыһы сығыр ине. Әммә әҙәбиәткә ғашиҡ егет шиғриәтте ғүмерлек юлдашы итә.
Үҙе матур йырлағас, Назар Нәжмиҙең шиғырҙа­ры ла йырлап тора. Шуға ла уларға бик күп компози­тор­ҙар моңло көйҙәр яҙа. Бигерәк тә Рим Хәсәнов ижад иткәндәре халыҡ араһын­да киң популярлыҡ яулай. «Өфө йүкәләре», «Мине юлдар, юлдар саҡыра», «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Ҡышҡы романс» кеүек йырҙарҙы кемдәр генә белмәй һуң хә­ҙер?!
…Назар Нәжмиҙең исемен мәңгеләштереү буйынса яҡташтары бик күп эштәр башҡара. Дүртөйлөлә шағир исемендәге баш­ҡорт гимназияһы бар. Ҡалалағы урамға, скверға уның исеме бирелгән. Бюст ҡуйылған. Уның исемендәге премия булды­рыл­ған.
Шағир үҙе тере саҡта уҡ яҡташтары тыуған ауылында матур урында йорт һалып бүләк итә. Унда хәҙер музей. Назар Нәжмиҙең мәңгелек төйәк тапҡан ерендә мемориаль комплекс эшләнгән. Бында шағир рухына баш эйергә төрлө төбәктәрҙән шиғриәт һөйөүселәр килә.
Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан да Өфөлә һәм Дүртөйлөлә бик күп саралар ҡаралған. Иртәгә – тыу­ған яғында, ә 5 февралдә, нәҡ тыуған көнөндә, Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында ҙур кисә үткәрелә. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.
Назар Нәжмиҙең юбилейы республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылына тура килеү айҡанлы, шағирҙың ғаиләһе хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Назар Нәжми тормош иптәше Флорида апай менән Ал­һыу исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
– Атайым улы тыуыуын бик теләгән. Хатта шул турала уның «Күлдәк» тигән поэмаһында ла яҙылған. Ансаф тип исем дә әҙерләгән, – ти шағирҙың ҡыҙы. – Ләкин малай урынына мин тыуғанмын. Шуға үҙем тормошҡа сығып, улыбыҙ тыуғас, иптәшем Ирек менән уға Ансаф тип исем ҡуштыҡ. Икенсе улыбыҙ – Айҙар. Ейәндәрен бик яратты атайым. Уларҙы бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Әлеге көндә атайымдың бүләһе үҫеп килә. Ансаф улыбыҙҙың Алан исемле улы бар.
Олатаһының 100 йыл­­лыҡ юбилейына оло бүләк бул­ған. Тимәк, Назар Нәж­ми­ҙең нәҫеле дауам итә. Ә ижады – шиғырҙары, йыр­ҙары үлемһеҙ. Хал­ҡыбыҙ йәшәгәндә, улар ҙа мәңгелек. Сөнки ша­ғир кешеләрҙән ут алып, моң алып йәшәне һәм улар­ҙы кире халҡына таратты.

Нияз МӘҺӘҘИЕВ, Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Сал быуатың

Назар Нәжмиҙең яҡты иҫтәлегенә.
Миңештеләр мине тартып тора –
Ул төбәктә һүнмәҫ ялҡын бар,
Яҡты донъяларға һине биргән,
Һәйкәлдәргә лайыҡ халҡың бар.
Һыуһындарым ҡана унда ҡайтһам,
Шишмәләргә бай ер – Миңештең.
Тынмаҫ шишмә ише шиғриәтең
Һәр өйҙә лә көйлө, килешле.
Тыуған яғың йәшәй һинең менән –
Мәңге ғорурланыр илең бар.
Аманаты ата-бабаларҙың –
Бар һәйкәлдән бөйөк телең бар!
Ошонан да оло бармы шатлыҡ, –
Тыуған ерең ҡоштай һайраны.
Сал быуатың ерҙән үтеп бара –
Тел, моң һәм рухиәт байрамы!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Назар НӘЖМИ

Ут күрше

Булған заман…
Утты саҡма сағып
Алғанғамы икән ул саҡта.
Кешеләрҙә һис ут өҙөлмәгән,
Ҡабыныр ут ҡалған усаҡта.
Уты һүнһә, ингән күршеһенә,
(Күршенең дә була төрлөһө,)
Булған уның яҡындарҙан яҡын –
Ут алырға кергән кешеһе.
Ут алырға… Йөрәгемдә минең
Утым бөткән, һүнгән саҡтарҙа,
Мин ут алдым, алдым кешеләрҙән,
Алған кеүек саҡматаштарҙан.
О, миндә лә аҙ-маҙ ут табылып,
Кинәнһәләр икән кешеләр,
Әйтһә икән улар, шағир менән, тиеп,
Беҙ – ут күрше, беҙ – ут күршеләр.

Һинең ниндәй улыңмын мин?

Бөтәһе лә һинән килә миңә,
Бар булмышым һинән, бар моңом.
Әсәйемдең күҙ ҡарашы кеүек
Бөтә төҫөң, бөтә барлығың.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Һинең ниндәй улыңмын мин?
Шуны беләм: һин йәшнәһәң әгәр,
Осҡоноңда булырмын мин.
Матурлығың һинең, бар сафлығың
Йөрәгемә инеп үрелгән.
Улар миңә әсә һөтө менән,
Әсә теле менән бирелгән.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Һинең ниндәй улыңмын мин?
Шуны беләм: һин күкрәһәң әгәр,
Күкрәүеңдә булырмын мин.
Һинең исемең бар нәмәнән өҫтөн,
Һәр ауазың – миңә бар ғүмер.
Шуларҙан да әгәр мәхрүм булһаң,
Йәшәүҙәрең йәшәү түгелдер.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Һинең ниндәй улыңмын мин?
Шуны беләм, яралана ҡалһаң,
Ҡан тамсыңда булырмын мин.

Шаҙра пәрей

Бала саҡта дуҫлашып та,
Үҫтек исем аташып та:
Кемдер «Шар күҙ», кемдер «Бөрсә»,
Кемдер «Күркә», ә мин иһә –
«Шаҙра пәрей»… «Шаҙра пәрей»…
Балалыҡтан һәр һүҙ һеңеп
Ҡала икән күңелеңә:
Ҡайҙа барма, булды юлдаш
Минең бөтә ғүмеремә
«Шаҙра пәрей»… «Шаҙра пәрей»…
Үҫеп еттем… булдым ғашиҡ –
Ул фәрештә ине, шөйлә.
Ҡараштары әйтеп торҙо:
«Һин тиң түгел, түгел миңә
«Шаҙра пәрей»… «Шаҙра пәрей»…
Ғүмер үтте… Хыялымдың
Остом һыңар ҡанатында.
Нисек булһам, ҡалдым шулай
Мин матурлыҡ араһында –
«Шаҙра пәрей»… «Шаҙра пәрей»…
Матурлыҡтың сиге юҡтыр,
Уның сиген тойманым мин.
Кеше матур булһын өсөн
Матурлыҡты йырланым мин –
«Шаҙра пәрей»… «Шаҙра пәрей»…

Көтөүселәр

Апполонды, шиғриәт Аллаһын,
Сусҡа көткән, тиҙәр, заманында.
Беҙгә мәғлүм хәҙер: Мөхәммәт тә
Көтөү көткән Мәккә яланында.
Алланың һәм пәйғәмбәребеҙҙең
Күҙ алдыма баҫһа үткәндәре,
Иҫкә төшә Хәсән Туфандың да
Себерҙәрҙә көтөү көткәндәре.
Читайте нас: