+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
9 Июнь 2018, 12:56

Утлы ҡулса

10 июнь – Шағирә Тамара ИСКӘНДӘРИӘгә – 60 йәш

10 июнь – Шағирә Тамара ИСКӘНДӘРИӘгә – 60 йәш

Тамара Искәндәриә (Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева) Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылында 1958 йылда тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс белем алғандан һуң Йәнырыҫ мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ әҙәби ижадҡа ылыға. Шиғыр һәм хикәйәләре «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә донъя күрә, хатта республика әҙәби конкурсында юғары баһалана. Ҡыҙ Бөтә Союз «Артек» пионер лагерына юллама менән бүләкләнә. Тамара унда ла һынатмай: илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған балалар араһында үҙенең шиғырҙары менән сығыш яһай һәм «Сәнғәт – халыҡтыҡы» тигән иҫтәлекле миҙалға лайыҡ була. Әйткәндәй, «Артек» тураһында Мәскәүҙә сыҡҡан ҡалын фотоальбомда, Рәсәйҙең күп күренекле шәхестәре менән бер рәттән, Тамара Искәндәриәнең дә хәтирәләре һәм фотолары урын алған.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика журналистикаһы ветераны, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире ул. Тамара Искәндәриә оҙаҡ йылдар «Йәншишмә» гәзите редакцияһында ла эшләй. Тиҫтәнән ашыу китабы бар. Шағирә балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙа. Улар «Шашка иленә сәйәхәт», «Бәрәкәтле көн» китаптарында, быйыл Мәскәүҙә сыҡҡан Рәсәй балалар әҙәбиәте антологияһында донъя күрҙе.

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Утлы ҡулса

Хикәйә
Ауыр ҡаштары аҫтынан һөҙөп кенә ҡарап алды ул. Кәрәгең бар ине миңә, тигән һымаҡ башын ҡайҡайтып, ситкә ҡараны. Унда ла үҙе өсөн бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡ юҡлығын аңлатып, теш араһынан һауаға төкөрҙө. Төкөрөгөнөң ҡай­ҙа барып төшкәнен иғтибар менән күҙәтте.
– Писюк! – тип ҡысҡырҙы кемдер ҡолаҡ тондорорлоҡ тауыш менән. Ул һиҫкәнеп китте. Ҡарашындағы битарафлыҡ бер минут эсендә асыуға, нәфрәткә әүерелде, һуңынан хужаһына табан шыңшып ерҙән шыуышҡан эт ҡиәфәте сыҡты йөҙөнә. Хатта ниндәйҙер аңлайышһыҙ ауаз иңрәне яҫы күкрәгенән.
– Писюк!
Быныһы инде үҙенән бәләкәй малай-шалайҙың бәйләнсек үсекләүе. Ул, оторо ҡыҙып киткән булып, урынынан ырғып торҙо. Был селбәрәгә ҡарата күңелендә асыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, бары тик улар­ҙың арт һабағын уҡытыу теләге генә бар. Ҡыуып тотһа, бер аҙ дөмбәҫләп алыр, шуны яҡшы тойоуы үҫмергә көс өҫтәй. Тотмаһа инде – ҡайғыраһы түгел, ҡурҡытһа ла еткән. Үҙенә күрә бер уйын, әсе яҙмышына яҙылған уйын ине был. Хоҙай Тәғәлә һәр кешене, ғүмеренә, холҡона таманлап, хикмәтле йә ғибрәтле уйын эсенә һала – ут эсенә һаламы ни! Кеше шул сихырлы ғәрәсәт эсенән сығырлыҡ көс таба алһа үҙендә, Хоҙайҙың рәхмәтен яулай, тиҙәр. Ә бына әле Рәғиҙәнең күҙ алдында торған таш быуат кешеһенекеләй килбәтһеҙ хәрәкәттәр менән һауаны ярғылап кемгәлер янаған үҫмер малай ҡотола алырмы утлы ҡулсаһынан? Рәғиҙәнең күңелен сик­һеҙ йәлләү тойғоһо биләне.
– Кем ҡысҡырҙы шул һүҙҙе? Уның фамилияһы – Фисюк! Фисюк, ишетәһегеҙме? Ошо көндән алып уны йәберләүҙе туҡтатаһығыҙ! – Ҡалын ҡәтғи тауы­шын хатта үҙе лә танымайыраҡ торҙо.
Палаталағы эреле-ваҡлы малайҙар, берәүҙәре ышанмайынса, берәүҙәре ҡыҙыҡһынып, ә иң өлкәндәре көлөмһөрәй биреп, уға төбәлде. Ах, әйтер һүҙҙәреңдең ошо ваҡытта булмауы! Бына улар бөтәһе лә әле Рәғиҙәнең ҡулында. Нимә әйтерен көтәләр. Улар күнеккән ҡала урамы ҡанунына ҡаршы сыҡты, уйын ҡағиҙәләрен боҙҙо. Хәҙер шул шаҡшы уйындан үҙҙәрен эйәртеп алып сығырлыҡ һүҙ әйтергә тейеш. Ә ул һүҙ юҡ унда. Ҡала урамдарының һал­ҡыны бәләкәйҙән ауыл ҡыҙының күңелен өтмәгән, «һыныҡтырмаған», кешене бер әйтеүҙә һындырырлыҡ әйтемдәр өйрәтмәгән. Етмәһә, урыҫсаһын да китаптан ғына өйрәнелгән…
– Ул да бит кеше… – тиеүенә, үҙенә төбәлгән күп ҡараштарҙың һүнеп ҡалыуын, тик бер нисәүһенең генә, ҡыҙыҡһыныуын юғалтһа ла, ихтирамын һаҡлауын күрҙе. Фисюкка боролдо.
– Һин, Фисюк, хәҙер бөтәһе лә шулай өндәшер. Ә исемең кем һуң һинең?
– Михаил.
– Миша инде?
– Юҡ. Михаил.
– Ярай, бынан һуң мин һиңә Михаил тиермен. Булдымы? – Малайҙың күҙендә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына өмөт ишараһы балҡыны.
– Ә әсәйең кем ти һуң һиңә, Михаил?
Рәғиҙәнең был һорауы артыҡ булды. Малай башын ҡайҡайтып, ситкә ҡараны. Сараһыҙлыҡ йыйырған яурындары тағы ла эскәрәк йомолдо. Рәғиҙә, был малай тураһында тәрбиәсенән ныҡлабыраҡ һорашырға кәрәк, тигән уй менән сығырға ғына боролғайны, нимәлер «шаҡ» итеп Фисюк ултырған карауатҡа бәрелде. Ҡараһа, унда кеда ята. Фисюктың ялбарыулы ҡарашы төбәлгән мөйөштә, ирәйеп, палаталағы иң өлкән малай Гена ултыра. «Был апайка нимә генә ҡыланһа ла, һин – минеке», – ти уның бөтә ҡиәфәте.
– Ал кедаһын, бәр үҙенә! – ти Рәғиҙә асырғанып.
Фисюк һис бер ваҡытта ла бындай аҙымға бара алмаясағын аңлатып, башын тубыҡтарына хәтлем эйҙе.
Йүгереп барып кеданы ҡулына эләктереп йомарланы Рәғиҙә. Уның тәүәккәллеген күреп, Гена:
– Ә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ, – ти мыҫҡыллы тауыш менән.
Эйе, хаҡы юҡ… Киҫекһеҙҙәр башҡаларҙың хоҡуғын яҡшы белә…
– Бар минең хаҡым!
Был һүҙ нисек сыҡҡандыр ауыҙынан, үҙе лә белмәй Рәғиҙә. Әммә уның ҡәтғилеге ҡаршындағы «аткүҙ»ҙе генә түгел, эргә-тирәләге ваҡ малай-шалайҙы ла шаҡ ҡатырға мәжбүр итте.
– Бар минең хаҡым.
Йөрәген бик боронғо, әйтерһең, быуаттар буйы йоҡлап ятҡан, әле саҡ ҡына һиҙелерлек бер хәрәкәт менән ҡуҙғалып ҡуйған көс сорнаны, сорнаны ғына түгел, ялмап алды, һыпырып ҡына ташлап булмаҫлыҡ итеп һылашты яҡ-яғынан. Әүәләнгән балсыҡ кеүек, тос йоҙроҡ һымаҡ йомарланды йөрәге.
– Михаилды тағы рәнйетһәң, үҙеңә үпкәлә.
Шулай тине лә палатанан сыҡты Рәғиҙә. «Шылт» иткән дә тауыш ишетелмәне. Йәйге лагерь шау-шыулы тормошон дауам итте. Рәғиҙә вожатый булған икенсе отряд тәртип йәһәтенән – арттан беренсе. Үҫмер йәшенә еткән малайҙарҙы Ергән йылғаһына һыу инергә ҡасыуҙан, ашханаға бар­ғанда сафты боҙоп атлауҙан тыйып алырмын, тимә. Ярай әле ҡыҙҙар кесерәк йәштә. Вожатый апайҙарын аңларға, ярҙам итергә әҙер торалар, әгәр улары танауына еҫ ингән йәштә булһа, педагогик практикаһының нисек барып бөтөүен күҙ алдына ла килтерә алмаҫ ине. Ҡыҙҙар палатаһында йәшәһә лә, малайҙар янында йыш булырға тырыша. Күҙ-ҡолаҡ булып тормаһаң, хәҙер өлкән пионервожатый лагерҙы яңғыратып радиорубканан иҫкәртә һала. Балаларығыҙ бер үҙҙәре урманға инеп китте, йәнәһе. Йәки кемделер һыу инергә барған еренән тотоп алып ҡайталар. Ергәндең бында тәрән сөңгөллө урындары күп, һыу инеү бөтөнләй тыйылған. Бына шулай. Тыйыу­ҙарҙан ҡоролған лагерҙа йәшәп яталар. Вожатыйҙар, тәрбиәселәр үҙ-ара мажаралар ҡора. Палатала бикләнгән балалар ҙа тик ятмай: мөнәсәбәттәр, ҡиммәттәр барлана. Көслөрәктәр көс ҡуллана, аҡыллыраҡтар аҡыл көрәшенә ең һыҙғана. Кем батыр, кем бахыр – һәр кем «билдә» ала.
Рәғиҙә Фисюк тураһында тәрбиәсенән һорашты. Малайҙың ата-әсәһе – эскесе, бер нисә туғаны бар, улары ла ҡарауһыҙ ҡалған бахыр йән эйәләре икән. Михаилды күрергә улар үткән сменала ла килмәгән. Йоҡлағанда «балыҡ тотоу» ғәҙәте арҡаһында өйөндә уға ныҡ эләгә, шуға уға хәҙергә лагерҙа йәшәү хәйерле, тип аңлатты тәрбиәсе Наташа. «Утлы ҡулса. Ҡайһылай бөгәрләп алған ул үҫмер егетте. Әле яҙылмаған ғүмер дәфтәрен аяуһыҙ бөкләгән. Асылмаған яҙмыш офоғона үрт һалған», – тип уйланды Рәғиҙә, төнөн йондоҙло күкте ҡарашы менән байҡап.
Лагерға педагогиканан практика үтергә тип кенә килгән студент ҡыҙҙарҙан нимә көтәһең инде? Күбеһе бындай балаларға иғтибар итмәҫкә тырыша, әммә Михаилдың киләсәге ни өсөндөр Рәғиҙәгә тынғылыҡ бирмәне. Һынын турайтҡыһы, күңелен йомшартҡыһы килде. Бының өсөн башта уның «хужалары» менән уртаҡ тел табырға кәрәк ине. Хатта ниндәйҙер ярыш ҡомары, сәм ҡуҙғалды ҡыҙҙа: ошо ҡала балаларының, урам ҡыҙырып көн уҙ­ғар­ған «никтыуҙы»ларҙың, ихтирамын яулай аламмы мин әллә юҡмы? Педагог һәләте бармы миндә?
Иртән малайҙар палатаһына йүнәлде. Тураһын әйткәндә, бер ниндәй фарман да, тәҡдим дә әҙерләмәгәйне ул. Килеп инеү менән:
– Малайҙар, шауламайбыҙ, тикшереү бара. Өлкән етәкселәр йөрөй, – тип әйтеп һалды.
Баяғы Гена эргәһендә йыш күренгән зәңгәр күҙле, ҡара бөҙрә сәстәре сикәһенә төшөп торған бер үҫмер ултырған еренән тороп урын бирҙе:
– Рәғиҙә Рәүефовна, борсолмағыҙ, беҙ шауламабыҙ, – тине ул, күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫа төшөп. – Һеҙгә бында оҡшаймы?
– Оҡшай… – тине вожатый ҡыҙ, икеләнә биреп.
– Беҙ бит бында йыл да ял итәбеҙ. Ошо урындарҙа һәр ҡыуаҡты беләбеҙ. Йә, ниңә инде беҙгә һыу инергә рөхсәт итмәйҙәр? Йәй ҙә баһа.
Хаҡлыҡ бар бит үҫмер егеттең һүҙендә. Тыйыу һәр ваҡыт икенсе яҡтан мөгөҙ сығарта, тип уйланы Рәғиҙә.
– Ярай, мин етәкселек менән һөйләшәм был турала. Ә һеҙ йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ. Булдымы?
Лагерь етәксеһе башта бик ҡәт­ғи күренһә лә, ыҡҡа килде. «Малайҙарыңды һыу инергә үҙең алып бараһың», – тине. Тәүге еңеүе ине был Рәғиҙәнең. Үҫмер малайҙар менән яр буйында ике сәғәт йөрөнөләр, улар һыу инде, вожатый ҡыҙ ҡарап торҙо. Малай­ҙарҙан ҡурҡыу тойғоһо яйлап ҡына юҡҡа сыға барҙы. Зәңгәр күҙле Коля меңләгән һорау биреп башын ҡатырҙы. Гена өндәшмәй генә эргәһендә һыуға таш ырғытып, «ҡоймаҡ яһап» уйнаны. Кисен шишмә буйында күмәкләшеп йырлап ултырҙылар. Икенсе отряд шулай итеп бергә туплана башланы. Малайҙарҙы башта «тәре биреһе» кеүек күргән ҡыҙҙар ҙа, гитара моңона әүрәп, «бейек манараларынан» егеттәргә иғтибар бүлергә риза булды.
Фисюк үҙенә ҡарата әҙәмсә мөнәсәбәт урынлашыуын башта ауыр кисерҙе. Өйрәнелгән, күнегелгән ҡанундарҙан башҡа үҙен ышанысһыҙ тойҙо, ахырыһы. Баҫым юҡлығын аңлап алғас, иң тәүҙә ҡыҙҙарҙы имәнес, әшәке һүҙҙәр менән «шаярта» башланы. Тегеләр унан шунда уҡ йөҙ борҙо. Вожатый апайҙарының Фисюкты ни өсөн яҡлауын төшөнә алмау­ҙарын белдерҙеләр.
– Ул һеҙҙең кеүек бәхетле түгел, шуға уны кисерергә тейешһегеҙ, – тине Рәғиҙә.
Лагерҙа һуңғы көн дә яҡынлашты. Йола буйынса, таралышыр алдынан хушлашыу усағы яғыла, киләсәккә теләктәр әйтелә, йыр­ҙар яңғырай. Бында ул лагерҙан ситтә, йылға буйында тоҡандырылды. Балаларҙың йөҙөндәге шатлыҡ, сыр-сыу килеп уйындар ҡороу ни тиклем күңелле булһа, бер хәл Рәғиҙәне шул уҡ дәрәжәлә аптырашта ҡалдырҙы. Усаҡ һүнгәс, кемдер күмер алып, иптәшенең битен буяған. Ә тегенеһе тағы берәүҙе «шаяртҡан». Көлөп, йылмайып ҡына башланған шаярыу күҙ алдында ҡыҙа барҙы. Ҡыҙҙарҙың береһе – Зәлифә исемлеһе ҡото осоп Рәғиҙәгә йүгереп килде:
– Рәғиҙә Рәүефовна, анау Фисюк йоҙроғо менән минең арҡама һуҡты!
– Ә нимә булды һуң?
– Битенә саҡ ҡына ҡором һөрткәйнем…
Уныңса булмай йөҙө тумһайған Михаил да күренде.
– Михаил, Зәлифә бит һине шаяртҡан ғына. Ана, күрәһеңме, бөтәһе лә шат, күңелле, ә һин ниңә етдиһең? – тине Рәғиҙә, тәүтормош кешеһен көлөргә өйрәткән һымаҡ.
Михаилдың аптыраулы йөҙөндә фекер ишараты хасил булды. Ауыр тәгәрмәсле уй арбаһы ҡаштары, селт-селт йомолған күҙҙәре, тартышып-тартышып ҡуйған ирен сите, мыш-мыш килгән танауы буйлап эҙ-эҙ бураҙна ҡалдырып үтә. Ул бирешмәҫкә тырышып, ҡарашын ситкә борҙо. Шикләнеп кенә тағы ауыр күҙҙәрен Рәғиҙәгә төбәй.
– Эйе, эйе. Бар, һин дә шаяр, Михаил.
Малай ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына усаҡ яғына атлай, эйелеп ҡулын ҡоромға буяй ҙа тик кенә тора. Шул ваҡыт кемдер, инде ҡараңғы төшөп килеүҙән уны башҡа берәү менән бутапмы, битенә ҡором буяп китә. Михаил ҡапыл шартлаған туптан ҡурҡҡан кеше һымаҡ тора ла тегенең артынан йүгерә…
Бер нисә минуттан, инде ҡараңғы төшкәнлектән, отряд ҡайтырға ҡуҙғалды. Уйын-көлкө тамам. Бөтәһе лә моңһоуланып ҡал­ған. Иртәгә һәр кем үҙ юлы менән китер, таралырҙар.
Шул саҡ һауаны кемдеңдер имәнес сыйылдап ҡысҡырыуы уртаға ярҙы.
– Һа! Бөтәгеҙҙе лә буяйым хәҙер ҡоромға! Һа! Мин һеҙгә тиң! Мин һеҙҙе буяйым! Бысратам!
Фисюк ҡоромдан ҡап-ҡара ике усын болғап, юлында эләккән бер кешенең йөҙөнә, кейеменә ҡулын ышҡый ине…
Рәғиҙә урынынан ҡуҙғала алмай ҡатып ҡалды. «Михаил», – тип әйтергә теләне, теле әйләнмәне. «Фисюк», – тип ҡысҡырырға уйланы, әммә ауыҙынан сыҡҡан һүҙ аяуһыҙ ине:
– Писюк! Нимә эшләйһең һин, ә?
Шул саҡ малайҙы кемдеңдер йоҙроғо ергә сүгәләргә мәжбүр итте. Михаил сыйылдап шыңшып ебәрҙе. Эйе, «хужаһы» Гена йоҙроғон ул яҡшы таный… Педагогик алымдары селпәрәмә килде вожатый Рәғиҙәнең. Еңеүсенән бер секундта еңелеүсегә әйләнде. Гена өнһөҙ генә тантана итте…
Йылға буйынан күтәрелгән һуҡмаҡ буйлап лагерға атланылар. Рәғиҙәнең янында, аҙымдарын апайҙыҡына тура килтерергә тырышып, тоғро ҡыҙыҡайҙары бара. Саҡ ҡына алдараҡ, уларға боролоп ҡарай- ҡарай, гитара күтәргән зәңгәр күҙле Коля атлай. Уларҙан да алдараҡ… Был күренеште Рәғиҙә ғүмерҙә лә онотмаҫ. Төнгө ҡуйы зәңгәр күк ерлегендә ике һын айырым-асыҡ төҫмөрләнә. Береһе уның – Гена. Тормоштоң «хужаһы». Киләсәк уның ҡулында, сөнки киләсәк, нисек кенә борғоланһаң да, йоҙроғо йәки ихтыяры көслөләр яғында. Икенсеһе – бөкрәйгән кәүҙәһенән бахырлыҡ һәм шул бахырлыҡтан алынған ләззәт бөркөлөп торған Фисюк. Ул ни өсөндөр ҡулындағы икмәк киҫәген Генаға һона: «Мә, ал, ал!» – тип ялына. Әле бер, әле икенсе яғына сыға… Утлы ҡулса йөрәкте әрнетеп, йомола. Был йәндең инде унан ҡотолаһы юҡ.
Читайте нас: