+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Сентябрь 2018, 13:50

Өлөшлө әҙибә

Уны «ҡанатлы Гөлфиә», тиҙәр. Билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов тәүләп әйткән был ҡушаматты. Ысынлап та, бик хаҡ һүҙҙәр. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваға тап килгән нарыҡлау. Үҙенең 70 йәшен билдәләгән әҙибә ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән кеүек. Ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, кемгәлер ярҙам итә, кемделер хәстәрләй.

Уны «ҡанатлы Гөлфиә», тиҙәр. Билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов тәүләп әйткән был ҡушаматты. Ысынлап та, бик хаҡ һүҙҙәр. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваға тап килгән нарыҡлау. Үҙенең 70 йәшен билдәләгән әҙибә ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән кеүек. Ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, кемгәлер ярҙам итә, кемделер хәстәрләй.

Һуңғы йылдарҙағы ижадына туҡталғанда ғына ла уҡыусылар уның журналистика өлкәһендә ныҡ әүҙем эшләгәненә иғтибар иткәндер. Гөлфиә Юнысова республикабыҙҙың билдәле шәхестәре – яҙыусылар, артистар, башҡа бик күп төрлө һөнәр эйәләре менән интервьюлар, очерктар баҫтырҙы. Уларҙы «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдарында, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә уҡырға мөмкин. Ә бит һәр шәхес менән әңгәмәләшер өсөн тормош юлын, ижадтарын белергә, улар хаҡында ентекле уҡып, танышырға кәрәк. Күп ваҡытты ала тор­ған был хеҙмәттең уҡыусыларға ни тиклем кәрәкле, фәһемле икәнлеген белгәнгә лә бик теләп, кинәнеп баш­ҡара, күңел йылыһын, ихласлығын биреп эшләй. Ундай яҙмаларҙы рәхәтләнеп уҡыйһың, шәхестәр хаҡында күпме яңылыҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт беләһең, үҙең өсөн оло файҙа алаһың, күркәм яҡтарына оҡшарға тырышаһың. Ҡырҡ йыл, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы булараҡ, Гөлфиә Юнысова йәштәргә ана шулай үрнәк күрһәтә. Юғиһә, журналист билетын тотоп йөрөгән, йылына бер мәҡәлә лә яҙмаған ағзалары ла бар бит был ойошманың.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы иһә ғүмере буйы ошо һөнәренә тоғро ҡалды. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналында эшләгәндә лә, «Башҡортостан ҡыҙы»нда егерме йылдан ашыу баш мөхәррир бул­ғанда ла күпме мәҡәлә, очерк яҙғандыр, уларҙы һанап та бөтөрлөк түгел.

Шағирәнең ижад юлы тыуған ауылы Һарыштан башлана. Әлшәй районының Раевка мәктәбендә уҡыған йылдарында «Башҡорт­остан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә тәүге шиғырҙары баҫыла. Баш­ҡорт дәүләт университетында белем алған йылдарҙа уҡ «Миңә әле өс кенә», «Зәңгәр тубым» тигән китаптары донъя күрә. Бөгөн иһә ул – утыҙ биш китап авторы. Шиғыр­ҙары республикабыҙҙа сыҡҡан баш­ҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге дәреслектәргә ингән. Әҫәрҙәрен мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр, диплом эштәре яҙалар, кандидатлыҡ диссертациялары яҡлайҙар. Бер нисә китабы Мәскәү, Татарстан, Ҡарағалпаҡстан нәшриәттәрендә баҫыла. Әҫәр­ҙәре 25 телгә тәржемә ителеп донъя күргән. Мин 1981 йылда Вьетнамда булғанда Гөлфиә Юнысованың Мәскәүҙә сыҡҡан «Дома улыбаются» тигән китабын күреп, туғанымды осратҡандай ҡыуанғайным.

Ул балалар өсөн дә, өлкәндәргә лә берҙәй үк ихласлыҡ менән ижад итә. Шуның өсөн дә уҡыусылар күңеленә юл таба. Композиторҙар моңло көйҙәр яҙа. Бөгөн шағирәнең һүҙҙәренә ижад ителгән 400-ҙән ашыу йыры бар.

Әҙибә хаҡында һөйләгәндә һәр ваҡыт «иң» тигән һүҙҙе ҡулланырға тура килә. «Иң йәш Яҙыусылар союзы ағзаһы», «Иң йәш мөхәррир», «Орден менән бүләкләнеүсе иң йәш шағирә»... һәм башҡалар. Сөнки ул – бәхетле яҙмышлы шәхес. Күлдәк менән тыуған бала. Хатта ҡулындағы ҡан тамырҙарында ла ғәрәпсә «Аллаһ» тигән һүҙ яҙыл­ған. Был мөғжизә юҡҡа түгелдер. Ауылдарындағы халыҡ дауалаусыһы ла бәләкәс Гөлфиәгә ҡарап: «Өлөшлө бала ул, тормошо уңышлы булыр, рәнйешен алғандарға ауырлыҡ килер», – тип әйткән. Берәй яҡҡа юлланырға әҙерләнгән ауылдаштары кескәй Гөлфиәнең әсәһе Хөмәйрә апайға: «Ҡыҙыңды юлға сығар әле, уның менән сәфәрем уңа», – тиер булған. Әсә кеше, бахыр, ни эшләһен, иртән балаһын уятырға йәлләһә лә, ауылдаштары һорағас, ҡыҙын торғоҙоп сығарған юлға. Рәнйештәрен алыусылар ҙа үҙенә күрә «язаһын» алып торған. Хоҙай­ҙың һайланмыш яҙмышлы балаһы булғанғамылыр, ни әйтһә, теләге тормошҡа ашып тора. Шуға Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ҡулынан бүләк алырға теләүселәр ҙә күп. Хатта балаларына ла берәй нәмә һорап алалар. «Ҡулыңдың име бар», – тиҙәр.

Йомарт күңелле булғанға ла шулайҙыр. Ҡайҙа ғына барһа ла, буш йөрөмәй ул. Әллә нисә йылдар дауамында өлкән йәштәге күренекле шәхестәрҙең хәлдәрен белеп тора. Көндәлек мәшәҡәттәренән бушай алмай әҙ генә оҙаҡлап бармай тор­һа: «Нишләп мине оноттоң, килеп сыҡ», – тип шылтырата һалалар. Әҙип-әҙибәләрҙең тыуған көнө бул­һынмы, шәхестәрҙең юбилей кисәләреме, йәштәрҙең китаптарының исем туйымы, берәйһенең балаһы тыу­һынмы... Бер ваҡиға ла Гөлфиә Юнысованың иғтибарынан ситтә ҡалмай, бүләген, күстәнәсен тотоп, барып етә һала, шатлығын уртаҡлаша... хәсрәтен бүлешә.

Ни өсөн мин әҙибәнең кешелек сифаттарына оҙаҡлабыраҡ туҡталдым, тиһегеҙме: сөнки шәхес ни тиклем кешелекле, ихлас, уның ижады ла, башҡарған эштәре лә шул сама ябай һәм бөйөк була. Гөлфиә Юнысованың балалар өсөн ижад иткән шиғырҙары ла бер уҡыу­ҙан хәтерҙә ҡалыуы менән бәләкәстәрҙең күңеленә инә. Өлкәндәргә яҙылған лирик шиғырҙары менән бер рәттән автор йыш ҡына юмор һәм сатираға ла мөрәжәғәт итә, шаяртып та, төрттөрөп тә ала.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы, Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты була. Шағирә тотош ғүмере буйына йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Маҡтаулы исемдәре лә юҡҡа ғына бирелмәгән. Ул «Почёт Билдәһе», «Башҡорт­остан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» тигән ордендар менән бүләкләнгән. Баш­ҡорто­стан­дың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың мәғариф ал­дын­ғыһы. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла премиялары лауреаты. Шағирәнең исеме «Лучшие люди России» («Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре») энциклопедияһына индерелгән.

Гөлфиә Юнысова тормош иптәше, күренекле прозаик, ғалим, филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәне Артур – эшҡыуар, журналист, яҙыусы, кесеһе Урал Иҙелбаев – билдәле композитор. Өс ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. Ирхан – Ҡытай­ҙа, Ынйыҡай Ҡазанда юғары бе­лем ала, бәләкәс Зарина Өфөләге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡый.

Ҡанатлы шағирә Гөлфиә Юнысованың ижади осоштары тағы ла күп булыр, уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәре, китаптары менән һөйөндөрөп торор, тип ышанабыҙ.

Әҙибәнең «Ашығамын» тигән бер шиғыры бар. Уға күренекле композитор Салауат Низаметдинов бик матур көй яҙған. Йырҙы билдәле артистка Әлфиә Юлсурина йөрәктәргә үтерлек итеп башҡара. Ошо шиғырында әйтелгәнсә, Гөлфиә Юнысова һәр саҡ ашығып йәшәй. Тормошта ваҡыт ҡәҙерен белеп, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Ана шуның өсөн дә уңыштары ла мул, ижад емештәре лә тос. Юбилейың менән, әҙибә!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Читайте нас: