-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Сентябрь 2018, 13:52

Шиғриәт – минең булмышымда

Ҡасан шиғыр яҙа башланығыҙ? Ул нисек тыуа? Нимә ул илһам? Ижадҡа ҡағылышлы ошондайыраҡ һорауҙар менән осрашыуҙар ваҡытында ла, хат аша ла уҡыусылар йыш мөрәжәғәт итә. Бөтә кеше лә шағир була аламы? Һәләт беренселме, әллә тырышлыҡмы? Бындай һорауҙар бигерәк тә үҙҙәре лә ҡәләм тибрәтеп ҡараған әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Ҡасан шиғыр яҙа башланығыҙ? Ул нисек тыуа? Нимә ул илһам? Ижадҡа ҡағылышлы ошондайыраҡ һорауҙар менән осрашыуҙар ваҡытында ла, хат аша ла уҡыусылар йыш мөрәжәғәт итә. Бөтә кеше лә шағир була аламы? Һәләт беренселме, әллә тырышлыҡмы? Бындай һорауҙар бигерәк тә үҙҙәре лә ҡәләм тибрәтеп ҡараған әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Һүрәт төшөрөү, көй яҙғандағы һымаҡ, әҙәбиәттә лә ижад серҙәре бар инде. Уларҙың ҡайһы берҙәрен ябай һүҙҙәр менән аңлатып та булмаҫ кеүек. Әйтәйек, ҡасан күңеленә илһам ҡошо ҡунырын бер кем дә белмәй. Ә ҡайҙан килә һуң ул? Ошо мәлде файҙаланып ҡалыу – оло бәхет. Башта тыуған фекер эске моң менән ҡушылып, йөрәктә ритм-рифмаларға һалынып сыңлай башлауын илһам килеү йәки күңел ҡанатланыуы, тип атайым мин. Әгәр ул ваҡытта башҡа эштәр менән шөғөлләнергә мәжбүр булһаң, шунан да ҡыйыны юҡ. Үҙең менән бергә тыуымға килгән шиғырҙарың да өҙгөләнә кеүек. Сөнки башҡаса әле сыңлағанса яҙылмаясаҡ, әгәр күпмелер ваҡыттан һуң уға әйләнеп ҡайтырға тура килһә лә. Фекере шул уҡ ҡалһа ла, моңо икенсе буласаҡ. Тимәк, ул инде башта шиғыр итеп тыу­ҙырыласаҡ. Был хаҡта мин йәшерәк саҡта ошондай шиғыр ҙа яҙғайным:

Тупраҡ та, мин дә бик зарығып,

Көтәбеҙ ямғыр.

Ҡорғаҡһынып бөтһәк тә түҙәбеҙ,

Икебеҙ ҙә – сабыр.


Тупраҡҡа дым кәрәк хәҙер үк,
Ә миңә – илһам.

Шиғырҙар ҙа тиҙерәк тыуа бит ул,

Илһамға туйһаң.


Аҡ болоттар йыя күк йөҙө –
Аҡ ямғыр булыр.

Тупраҡта үлән үҫеп сығыр,

Күңелемдә – шиғыр...

Һәләттең тыумыштан килеүенә шигем юҡ. Ә инде ғаиләлә ул үҫешә, тулылана ғына.

* * *
Туған тел, һүҙ көсөн тойоп, халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре менән һөйләшеп, йор һүҙҙәр, уйын-көлкө менән күңел күтәреп, ер-һыу атамаларының тарихын, легендаларын белеп, кистәрен әкиәттәр тыңлап, йомаҡтар, таҡмаҡтар әйтешеп, йырҙар йырлашып йәшәгән егәрле ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫтем.

Был йәһәттән бигерәк тә әсәйем Хөмәйрә Сафа ҡыҙы ысын халыҡ ижадсыһы ине. Ул йырҙарҙың һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙе сығарып йырлар булды. Билдәле халыҡ йырҙарын, ваҡыт, урынын тап килтереп, үҙ һүҙҙәре менән башҡар­ҙы. Уның ҡайһы бер йырҙарын ауылдаштарым әле лә яңғырата. Улдарым Артур менән Урал берәүһен экранлаштырып, хатта ҙур сәхнәгә алып сыҡты. «Урал моңо» фестивалендә башҡарҙылар. Туй, юбилей, ҡаҙ өмәһе кеүек ҙур байрамдар­ҙың, хәҙергесә әйтһәң, сценарий­ҙарын да үҙе төҙөй һәм мәжлестәрҙе бик ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп алып бара тор­ғайны. Ҡунаҡта Хөмәйрә ҡатнашһа, бармай ҡалмайбыҙ, тиерҙәр ине.

Ошондай әсәйҙән тыуып, уның илһамлы ҡанаты аҫтында тәрбиәләнеп, нисек шиғриәткә битараф булмаҡ кәрәк? Мәктәптә уҡый башлағас та ул өйгә «Пионер» журналы, «Башҡортостан пионеры», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрен яҙҙыртты. Һәр барғанында Өфөнән, район үҙәгенән балалар өсөн сығарылған китаптар алып ҡайтты. Кистәрен уларҙы ҡысҡырып уҡый инек. Өйгә бирелгән шиғырҙарға өҫтәп, бүтәндәрен дә ятлата торғайны. Был ғәҙәт минең үҙемә лә оҡшап китте. V синыфтан ете саҡрым алыҫлыҡтағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡыған йылдарҙа ҡышын-йәйен юл буйы шиғыр, поэмалар ятлай тор­ғайным. Үҙемә ныҡ оҡшағандарын мәктәп, клуб сәхнәләренән тасуири итеп һөйләнем. Район, республика конкурстарында ҡатнаштым. Иң тәүге тыңлаусым да, тәнҡитсем дә, илһамландырыу­сым да әсәйем булды. Уҡытыусыларыма ла бик рәхмәтлемен. Һәр береһе бәләкәй генә уңыштарыма һөйөнөп, ихлас күтәреп, дәртләндереп торҙолар.

Бишенселә уҡығанда тәүге яҙмаларымды ла уҡытыусыларым ебәргән «Баш­ҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенә. Ә редакциянан минең исемгә хат килеп төшөүе мәктәптә оло ваҡиғаға әйләнде.

«Ҡәҙерле Гөлфиә һеңлем! – тип яҙыл­ғайны унда. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шиғыр­ҙарыңды гәзит биттәрендә баҫтырып сығара алмайбыҙ. Сөнки унда шиғри образдарың төҫһөҙ, рифма-ритм аҡһай».

Миңә «ҡәҙерле Гөлфиә!» тип яҙған апай­ҙы үҙем дә йәлләп бер булдым. Яҙмаларымды баҫырға бик дәртләнгәндер ҙә, «их, ҡыҙғаныс, баҫып булмай шул», тип һаман да бойоғоп, көйөнөп йөрөйҙөр һымаҡ тойолдо. Әйҙә, күңеле булһын, тағы ла яҙып ебәрәйем, тип уйлайым. Миндә тема күп ул. Тик бына төҫлө образдар нисегерәк икән дә ритм-рифма тигәндәре нимә икән? Үткән шиғырҙарымда булған бит инде улар, тик аҡһағандар ғына. Аҡһаҡ кәзә, аҡһаҡ тауыҡ, һыйыр күргәнем бар. Фронтовик Сабир ағайҙың бер аяғы аҡһай. Ә ритм-рифма дүрт аяҡлымы икән, әллә ике аяҡлымы? Нисек аҡһатмаҫҡа икән һуң улар­ҙы?! Әсәйем дә ишеткәне юҡ икән. Әҙәбиәт уҡытыусыһынан һорарға ҡушты. Гөл­йыһан апай аңлатып ҡараны. Тулыһынса аңлап етмәһәм дә, башыма ниҙер инде һымаҡ. Яңы шиғырымды икәүләп тикшереп, матурлап сыҡтыҡ. Шулай ҙа өйгә ҡайтҡас, шиғырҙарҙы ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр ҡәләмдәр менән күсереп яҙҙым. Образдары төҫлөрәк булыр, бәлки. Хәрефтәре лә тигеҙ килеп сыҡты. Береһе лә аҡһаҡ-туҡһаҡҡа оҡшамаған.

Тик ай самаһы ваҡыт үтеүгә тағы ла хат килеп төштө редакцияның әҙәбиәт бүлегенән. Йөкмәткеһе лә оҡшаш: «Ҡәҙерле Гөлфиә һеңлем! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...»

Шиғыр яҙыуға дәртем кәмене. Күңел өсөн яҙһам да, бер ҡайҙа ла ебәрмәнем. Бер кемгә лә уҡытҡым килмәне. Яҙға табан әсәйем ҡеүәтләп, тағы бер дәфтәр шиғырҙарымды редакцияға ебәртте шулай ҙа: «Күңелем һиҙә: былар, моғайын, баҫылыр», – тине. Мин генә бер яңылыҡ та көтмәнем. Шиғырҙарҙы ятлау ҙа оҡшай. Шул етмәгәнме ни?!

Бер көн мәктәпкә барып инһәм, уҡыу­сылар гөж килә. Бер гәзитте хатта стенаға йәбештереп ҡуйғандар. Ур-ра! Минең бер шиғырым гәзиттә баҫылған икән. «Таң» тип исемләнгәне:

Көнсығышы таң нурҙары менән

Алһыу-ҡыҙыл төҫкә буялған.

Әйтерһең дә, ҡояш сығышына

Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙап ҡуйылған!


Ниндәй матур иртә!
Ҡояш сыға,

Бөтә донъя нурға ҡойона.

Нурҙар менән бергә ер йөҙөнә

Бәхет ҡойолғандай тойола.

Бына шулай. Ә ниңә, IV синыф уҡыу­сыһы өсөн был шиғыр насар түгел, шулай бит? Тәүге строфаның рифмаһы саҡ ҡына аҡһай инде аҡһауын, ә барыбер төп образы үҙенсәлекле һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ: төҫлө сәйәси-лирик образ.

Ул саҡта колхоз үҙәгендә урынлаш­ҡан һигеҙ йыллыҡ ҡына булған Себенле мәктәбен тамамлағас, район үҙәгендәге 1-се мәктәптә белем алырға тура килде. Мин «Башҡортостан пионеры»нда әллә күпме шәлкем шиғырҙары, әкиәттәре донъя күргән башлап яҙыусы шағирә булып танылғайным инде. Башҡа фәндәрҙән дә уҡыуым һәйбәт. Етмәһә, тағы ла бер ҡыуаныс: беҙҙе Себенле мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән яратҡан педагогыбыҙ Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул үҙе лә нәфис әҙәбиәтте бик ярата. Заманында Өфөнөң данлыҡлы 1-се интернат-мәктәбендә Рәми Ғарипов менән бергә уҡыған. Күренекле яҙыусылар менән яҡындан таныш. Интернатта йәшәүе күңелле лә, тик шиғыр яҙыу өсөн тыныслыҡ, яңғыҙлыҡ кәрәк. Хәлемде аңлап, Тайфа апай әҙәбиәт кабинетының асҡысын миңә биреп китә. Кистәрен шунда инеп дәрес әҙерләйем, нәфис әҙәбиәт уҡыйым, шиғыр яҙам.

Мине мәктәптең һәр сараһына тиерлек йәлеп итәләр: сценарийҙар-шиғырҙар яҙам. Шул саҡтағы уҡытыусыларыма ла бик рәхмәтлемен. Уларҙан күңелде китерлек кире ҡараш тойманым. Киреһенсә, бөтәһе лә ҡурсаланы, ижадҡа дәртләндереп торҙо. IX – X синыфтарҙа уҡығанда, конкурста еңеп, Башҡорт­остан телевидениеһында балалар редакцияһының тәүге алып барыусыларының береһе булдым. 1-се интернат-мәктәптә уҡып йөрөгән Салауат Килдин тигән малай менән (бына яҙмыш: байтаҡ йылдарҙан һуң ул ошо радио-телевидение Дәүләт Комитетының генераль директоры булып эшләне) балалар өсөн тапшырыуҙар алып барыу өсөн аҙна һайын Раевканан Өфөгә килә инем. Ул саҡта алдан яҙыу тигән нәмә юҡ, тура эфир. Ни эшләптер ҡурҡманым да, оялып та торманым. Был тапшырыуҙар ҙа артабанғы ижадым, буласаҡ һөнәремде һайлау өсөн үҙенсә бер этәргес көс тә, тәжрибә лә булғандыр.

Х синыфта уҡығанда беҙҙең мәктәпкә Өфөнән бер төркөм студент-практиканттар килеп төштө. Араларында Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Риф Мифтахов, Риф Тойғонов тигән йәш шағирҙар бар ине. Улар килгәс, мәктәп тормошо тағы ла йәнләнеп китте: көн дә тематик синыф сәғәттәре, әҙәби осрашыуҙар, йыр-моң, шиғриәт кисәләре... Минең баһа китте күтәрелеп, сөнки, йәш шағирә булараҡ, был сараларҙың һәр береһендә үҙемде лә ҡатнаштыралар. Етмәһә, улар матур итеп фотолар менән биҙәп, район, хатта республика гәзиттәре биттәрендә яҡтыртыла. Бигерәк тә «Ленинсы» (хәҙерге «Йәшлек»), «Совет Башҡортостаны» («Башҡортостан») гәзиттәре әүҙемлек күрһәтә.

Күңел күтәренке, ышаныс ҙур, 16 йәшлек дәртле, ҡанатлы осор, етмәһә, шаулап-гөрләп яҙ килә. Шундай саҡта нисек күңелдә шиғыр тыумаһын?!

Көн дә улар яҙылып ҡына тора. Хатта бер ҙур дәфтәр булып китте. Уны яҡташым Рәшит Шәкүр ағай Өфөгә алып ҡайтып китте. Күп тә үтмәй, «Таныш булығыҙ, яңы исем: Гөлфиә Юнысова!» тигән баш аҫтында «Совет Баш­ҡортостаны» гәзитендә бер шәлкем шиғырҙарым донъя күрҙе. Саҡ ҡына алдараҡ әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире, күренекле шағир Рәми Ғарипов ағайҙың хаты килеп төштө. Уны мин әлегә тиклем ҡәҙерләп һаҡлайым. Бына ул:

«Гөлфиә!

Шиғырҙарыңды һаман баҫтырып сығара алманыҡ әле. Сығырҙар, бер аҙ сабыр ит, йәме.

Беҙҙең поэзияға тағы бер ышаныслы, үҙенсәлекле, фекерле шағирә килә – ул һин, Гөлфиә. Һинең үҙ йондоҙоң бар. Йондоҙло булып тыуғанһың – өләсәйеңә, әсәйеңә, Ер-әсәкәйгә һәм халҡыбыҙҙың шиғри тәбиғәтенә рәхмәт.

Башҡорт шиғыры йәшәр әле, йәшәр! Йәшәтеүселәре уның тағы ла ишәйһен. Туҡтама, эҙлән һәм иң мөһиме – маһайма! Маһайған кеше – үҫмәй, кире сүгә башлай.

Һине маҡтарҙар – һаҡ бул!

Әле бик күп эшләргә кәрәк! Халҡыбыҙ рухын башҡа халыҡтарға ла танытыр өсөн әле беҙҙә бик күп нәмә эшләнмәгән. Һиңә лә эш етерлек булыр.

Үҙеңде һәр саҡ шул бурыс алдында яуаплы той, Гөлфиә туғаным.

Хәйерле юл һиңә!

Теләгем шул ғына. Һинең барлығыңа һөйөнөп, сәләм менән

Рәми ағайың.

14/VII-65».

Әүҙем ижад менән шөғөлләнгән оло әҙиптең яңы ғына яҙыша башлаған йәш ҡәләмдәшенә ҡарата ниндәй иғтибар, ниндәй ҙур ышаныс был хаттың һәр юлында!

Ошондай яҙыусыларҙың ышанысын аҡлар өсөн генә лә ижадыңды үҫтерергә бар көсөңдө биреп тырышырлыҡ.

Махсус тырышып йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Улай ғына булмайҙыр ҙа ул. Иллә-мәгәр мәктәпте тамамлағас, Баш­ҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеүемдә шиғри шәлкемдәремдең матбуғатта күренә башлауы ҙур роль уйнаны. Сөнки минең дә әле йәш булһалар ҙа, әммә әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн исемдәре билдәле бул­ған шағир ағайҙар һымаҡ әҙәбиәт мөхитендә ҡайнап йәшәгем, артабан да ошо юлда камиллашҡым килде.

Аҙаҡ «Пионер» журналында, бигерәк тә «Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләгән йылдарҙа үҙем дә йәш әҙиптәргә тәүге шәлкемдәрен әҙерләргә һәм баҫтырып сығарырға ярҙам иттем, тип әйтә алам. Сөнки бөгөн урта быуын тип аталған шағирҙар ихлас рәхмәттәрен белдереп, иҫемә төшөрәләр.

Мин яҙмышҡа ышанам. Был хаҡта күп тапҡырҙар әйтеп киткәнем дә бар. Шиғриәт булмышымда ул. Быны тәүҙән үк яҡшы аңлаһам да, журналист, баш мөхәррир, төрлө кимәлдә депутатлыҡ вазифалары башҡарып һәм ғаилә мәшәҡәттәренә сумып, шиғриәткә бик аҙ иғтибар бүлгән саҡтарым йышыраҡ һәм оҙағыраҡ һуҙылғаны күп булды. Күңел тартҡан шөғөлөң еңел булмаһа ла, үҙеңдеке шул ул, ялҡытмай. Арытһа ла, рәхәт. Яҙғы килеп тә, мөмкинлек тапмаһаң, үҙең алдында ғәйепле кеше һымаҡһың, өҙгөләнәһең. Сөнки был мәлдәрҙең кире ҡайтмаҫлығын аңлайһың. Ә бит 15 – 25 йәштә яҙылаһы шиғырҙы 70-тә яҙып булмай. Ҡыуаныста тыуған шиғыр һағышта донъя күрмәй. Бөгөн яҙылмаһа, иртәгә инде ул йә һүнгән, йә үҙгәргән була. Йылдар үткәс, шиғырҙарҙың алдында ғәфү үтенәһе генә ҡала. Ғәфү итәләрме әле. Итһәләр ҙә, кемгә фай­ҙа?

Ижади һәләт Хоҙай тарафынан бирелә. Шуға күрә лә бындай бәхеткә эйә булған кеше үҙе алдында ла, ижады алдында ла, халҡы алдында ла, Хоҙай алдында ла яуаплы. Бер ниндәй мәшәҡәттәр ҙә был яуаплылыҡтан өҫтөн булырға тейеш түгел.

Йәмғиәттә барған үҙгәрештәргә, тетрәнеүҙәргә шағир битараф ҡала алмай. Ләкин кешенең хәле лә, ваҡыты ла сик­һеҙ түгел. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, сәйәсәт әҙәби ижадыма ыңғай ғына түгел, күберәк кире йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Шулай ҙа үкенмәйем: ул минең офоҡтарымды киңәйтте, донъяны төрлө яҡлап танып белергә өйрәтте, шиғырҙарыма фәлсәфәүи фекерләү ҡеүәһе өҫтәне.

Шағир менән поэзияның асылы үҙгәрмәй. Ә сәйәсәт һәм сәйәсмәндәр алмашынып тора. Беҙҙең илдә, бигерәк тә әлеге осорҙа шағир булып ҡына ҡалып булмай шул. Сәйәсәт шағир йөрәге аша үтеп, уның ижадында ла ныҡлы сағылыш таба.

Депутат булған сағымда күп яҙа алманым. Шиғриәт һәм закондар сығарыу – икеһе ике төрлө ижад бит ул. Мине оло сәйәсәткә ҡыҙыҡһыныуым һәм хал­ҡыбыҙға күберәк ярҙам итергә теләүем (бик ихлас әйтеүем) алып килде. Ә шиғриәт – бала сағымдан башланған тәбиғи юлым, инанғанлығым.

Сәйәсәт күп осраҡта төп башына ла ултырта, ә шиғриәткә ихласлыҡ, сафлыҡ, матурлыҡҡа ынтылыу хас. Шағирҙың иң юғары сәйәсәте – уның шиғырҙары. Үҙ башымдан кисереп, ошо хәҡиҡәткә инандым.

Гөлфиә ЮНЫСОВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Читайте нас: