Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына (элекке интернат-мәктәп) уҡырға килгәс, ижадҡа ынтылышы айырыуса көсәйә. Бында әҙәбиәт түңәрәге уңышлы эшләп килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова алып бара уны. Күренекле яҙыусылар менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Мәктәптә стена гәзите сығарыла. Миңлегөл уның мөхәррире була. Йыш ҡына шунда интернат тормошонан сатирик һәм юмористик шиғырҙарын яҙып ҡуя.
Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда данлыҡлы «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй. Шул заманда бергә уҡыған йәштәштәре араһынан бик күптәре йылдар үтеү менән күренекле яҙыусылар булып китә. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, филология фәндәре докторы, «Шоңҡар»ҙың шул саҡтағы старостаһы Мирас Иҙелбаев, Ғәлим Хисамов, Аҫылғужа Баһуманов, Сабир Шәрипов... Уларҙың һәр ҡайһыһы – әҙәбиәттә үҙ исемен яҙған билдәле шәхестәр.
Миңлегөл Хисамова университеттан һуң «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт юлын башлай, Үрге Ҡыйғылағы мәктәптә уҡыта, Күмертау ҡалаһында эшләй. Оҙаҡ йылдар Өфөләге 28-се махсус интернат-мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәтенән белем бирә, тәрбиәсе була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, әҙәбиәттән айырылмай. Мәктәптә яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштора. Ижадҡа ынтылыусы һәләттәргә ярҙам итә. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм балаларға әсәйҙәрен алмаштырып, үҙ аллы тормошҡа өйрәтә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән тыуған йорттарынан айырылып I синыфҡа уҡырға килгән кескәйҙәргә үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереү күнекмәләрен һеңдереү ҙур сабырлыҡ талап итә. Ата-әсәһен һағынып илағандарын ҡосаҡлап йыуата, өйҙән ҡоймаҡтар бешереп килтереп ашата.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләй Миңлегөл Хисамова. Балалар менән ҡайнап йәшәү уға кескәйҙәр өсөн ижад итергә илһам бирә. «Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым» тигән китабында шиғырҙар, йомаҡтар, шиғри әкиәттәр тупланған. Хатта бер бүлеге әлеге махсус интернат-мәктәп уҡыусыларына арналған. Ә унан алда донъя күргән тәүге китабы – «Һары мәтрүшкә» айырыуса бәхетле яҙмышлы була. Шағирә бында шифалы үләндәр, сәскәләр хаҡында яҙа. Күп шиғырҙары дәреслектәргә, синыфтан тыш уҡыу китаптарына индерелә, урыҫ теленә тәржемә ителә.
Бөгөн әҙибә – «Тыуған тупраҡ тупһаһы», «Сейәлек йыры», «Буран моңо», «Тынлыҡтарҙа ҡалам», «Утлы һуҡмағым», «Әсәйем нәҙере», «Юҡһыныу» китаптарының авторы. Исемдәренән үк күренеүенсә, шағирә тыуған яғының матурлығына һоҡланып, һәр тау, йылға, күл, урмандарына арнап шиғырҙар ижад итә, ғәзиз әсәһен юғалтыу һағыштарынан һыҙлана.
Миңлегөл Хисамованың шиғырҙарына бик күп композиторҙар йырҙар яҙған. Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Альбина Имаева, Айгөл Иҡсанова, Риф Арыҫлан, Руслан Ҡарасурин... Руслан шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған көйө менән Ямал-Ненец автономиялы округында үткән эстрада йырҙары фестивалендә авторы Миңлегөл Хисамова менән бергә дипломант исеменә лайыҡ була.
Шағирә – биш ейәнгә бәхетле өләсәй ҙә. Улы Фәрит табип һөнәрен һайлаған, уның өс малайы бар – Арыҫлан, Рамаҙан, Искәндәр, ҡыҙы Айгөл – радио журналисы, ике ул үҫтерә – Ирхан менән Рауил. Улар өләсәләренең шиғырҙарын уҡый, Рамаҙан хатта шуларҙы яттан һөйләп, конкурста еңеү яулаған.
Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Миңлегөл Хисамова «Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Төрлө милләт шағирҙарының шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итеү менән дә әүҙем шөғөлләнгән әҙибә бөгөн йәнә яңы йыйынтыҡтар әҙерләй. Береһе – балалар өсөн хикәйәләр, икенсеһе – публицистика китабы.
Шиғриәт менән илһамланып, шағирә Миңлегөл Хисамова моңло ижады менән уҡыусыларын оҙаҡ йылдар ҡыуандырып йәшәһен.