Ысынлап та, йыйынтыҡтың биттәрен асып уҡый башлағас та автор менән бергә урманға, зоопаркка, көтөүгә, ырҙын табағына, томбойоҡло күлгә, икмәк бешереү цехына, болонға, һыу буйына сәйәхәт итәһең, төрлө мажараларға тарыйһың, фәһем алаһың, күңелеңә, зиһенеңә аҡыл туплайһың. Мәҫәлән, зоопаркта ниндәй генә януарҙар, хайуандар, ҡоштар, йәнлектәр менән танышмайһың. Шағирә кескәй уҡыусыларға улар хаҡында ҡыҙыҡлы итеп тасуирлап бирә. Тәбиғәттә бүреләр ни өсөн кәрәк, ниңә ата мышының мөгөҙө бар, ә инәһендә юҡ, ни сәбәпле һеләүһендәр табышын ағас башынан күҙләй, маймылдар ни өсөн бер урында тик тора алмай, арыҫлан менән юлбарыҫтар нимәһе менән айырыла, дөйәләр ниңә ике үркәсле, улар нисә көн буйына һыу эсмәй, ашамай сүллектән бара ала, шоңҡар менән бөркөттәрҙе һунар ҡоштары итер өсөн ҡулға өйрәтеп буламы – ошоноң кеүек бихисап һорауҙарға яуап табырға мөмкин шағирә Әлфиә Әсәҙуллинаның балалар өсөн яҙған шиғырҙарынан. Тауис ҡоштар, торналар, аҡҡоштар хаҡында ла һоҡланып уҡыйһың.
Әҙибә Әлфиә Әсәҙуллина үҙе генә балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеп ҡалмай, ә бына 37 йыл инде Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә бәләкәстәргә тәғәйенләнгән йыйынтыҡтарҙы уҡыусыларға еткереүҙә арымай-талмай эшләй. Хеҙмәт юлын тәүҙә корректор булып башлаһа, аҙаҡ танылған шағирә Динә Талхина менән бергә китаптарҙы мөхәррирләп сығарыу эшенә тотона. Әле иһә балалар әҙәбиәте редакцияһының бүлек мөдире. Шулай уҡ балалар әҙәбиәте секцияһы ағзаһы ла. Кескәйҙәр өсөн ижад иткән башлап яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙә ҡатнаша. Һәйбәт йыйынтыҡ авторҙарына хуплау һүҙҙәрен еткерә һәм китап итеп сығарыуҙа ярҙам итә. Шулай итеп, Әлфиә Әсәҙуллина республикабыҙҙа балалар әҙәбиәтен үҫтереүҙә туранан-тура ҡатнашып, ҙур хеҙмәт һала.
Һуңғы йылдарҙа балалар өсөн сыҡҡан китаптар матур, үҙенсәлекле итеп биҙәлеүе менән уҡыусыларҙы йәлеп итеп тора. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йыйынтыҡтары республикабыҙ Башлығы Шыршыһы байрамына килгән уҡыу алдынғыларына, талантлы балаларға бүләк итеп тапшырылды. Был баҫмалар Әлфиә Әсәҙуллина кеүек мөхәррирҙәрҙең ҙур тырышлығы менән йыл да донъя күрә. Әле яңыраҡ ҡына ла улар уҡыусыларҙы «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның III томы (төҙөүсеһе – Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина) менән ҡыуандырҙы. Балалар өсөн нәшер ителгән китаптар Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күргәҙмәләрҙә төрлө дипломдар ала, бүләктәргә лайыҡ булып тора.
Бәләкәйҙән хисле бала булып үҫкән, сәскәләр менән һөйләшеп йөрөгән Әлфиә Әсәҙуллина – бөгөн тиҫтәләгән моңло китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Балаларға һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғырҙарында Тыуған илде, тыуған ерҙе һөйөү, тәбиғәтте яратыу, телде һаҡлау кеүек мөһим мәсьәләләрҙе яҡтырта, телһөйәрлек, илһөйәрлек, эшһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй, халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе борсоған хәлдәргә битараф булмаҫҡа саҡыра:
Эй, милләттәш, халҡың күҙенә һин
Ниндәй намыҫ менән бағаһың?
Фекер теүәл, телең ҡәҙерлеме,
Беләһеңме ерең баһаһын?
Шағирәнең ижады ихлас булған кеүек үк, үҙе лә шундай ябай, ярҙамсыл, изгелекле кеше. Уға мөрәжәғәт итеүселәр бер ваҡытта ла «юҡ» тигән һүҙҙе ишетмәҫ, ҡулынан, хәленән килгәнсе ярҙам итер.
Әйткәндәй, Әлфиә Әсәҙуллинаны күптәр шифалы ҡуллы әҙибә итеп тә таный. Ул халҡыбыҙҙың дауалау ысулдарын белә, ҡулының име бар, ауыртҡан ерҙәрҙе һылап-һыйпап, «һә» тигәнсе хәл индереп тә ебәрә, теге йәки был ер ауыртҡанда нимә эшләргә, ниндәй күнекмә яһарға, нимә ашарға йә эсергә – әллә күпме кәңәштәрен бирер. Һәр осраҡҡа ла дауаһы табылыр. Юҡҡа ғынамы ни уның ошо һәләтен белгән кешеләр заманында данлыҡлы дауалаусы булған Джуна мәктәбенә – Мәскәүгә уҡырға барырға кәңәш итмәгән.
Яҙыусының тормошон яҡындан белгең килһә, уның тыуған яғына бар, тиҙәр. Үткән йыл йәй беҙгә лә иптәшем Нияз, улыбыҙ Азамат менән Әлфиәнең тыуған яғында – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында йомош менән булырға тура килде. Шағирәнең тыуған йортонда ата-әсәһе, туғандары менән осрашып, күрешеп, һоҡланып ҡайттыҡ. 65 йыл бергә йәшәгән әсәһе Зөлфиә апай менән Нәжип ағай бөтә балаларында ла туғанлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләгән. Шуға Әлфиәнең туғандары барыһы ла бер-береһе өсөн өҙөлөп тора.
Ата-әсәһенең тормошо балалары өсөн да йәшәү рәүешенә әйләнгән. Әлфиә Әсәҙуллина иптәше Динислам Кәримов менән татыу ғаиләләрендә Динара исемле ҡыҙ һәм Салауат исемле ул тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн улар икеһе лә юғары белем алған. Динара Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға, шулай уҡ Дәүләт идаралығының кесе академияһын уңышлы тамамлаған. Әле һөнәре буйынса ике урында эшләп йөрөй. Студент сағында уҡ бер нисә китап сығарып өлгөрҙө. Улы Салауат Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи география һәм биология факультетын тамамлаған. Әле уҡыуын шунда уҡ магистратурала дауам итә. Ә оло ҡыҙҙары Раушания тормошта – кейәүе менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрап, донъя көтәләр.
Шөкөр, үҙе 60 йәшен билдәләгәндә лә Әлфиә Әсәҙуллина донъялағы иң ғәзиз кешеләре – әсәһе менән атаһы ҡосағына һыйына, атай-әсәй, тип тыуған йортона ҡайта ла. Бәхетле бала ла, үҙ балаларына ҡәҙерле әсәй ҙә, ейән-ейәнсәрҙәренә өҙөлөп торған өләсәй ҙә, туғандарына һәр саҡ ярҙамға ашыҡҡан апай, һеңле лә, иренә тоғро ҡатын да, ҡәйнәһенә уңған килен дә, дуҫтарына ихлас кәңәшсе лә, меңәрләгән уҡыусыларына яратҡан әҙибә лә ул Әлфиә Әсәҙуллина. Ошо байлығыңдан айырмаһын һине яҙмыш, ҡәләмдәш!
Уҫал, һалҡын ҡыш үтте,
Көткән көләс март етте.
Әсәйҙәрҙең йөҙҙәре лә
Ҡояштай балҡып китте.
Аҡ ҡағыҙға сәскәләрҙең
Төшөрҙөм ал-ҡыҙылын.
Әсәйем шатланһын әле:
«Үҫкән, – тип, – минең ҡыҙым!»
Һигеҙенсе март көнөндә
Табын да әҙерләрмен.
Хуш-еҫ бөркөп бешеп сығыр
Ҡоймағым, бәлештәрем.
«Ут-күҙҙән
һаҡ булығыҙ!» – тип
Әйтә һәр саҡ өләсәй.
«Ут-күҙ
килеп сыҡмаһын», – тип
Киҫәтә гелән әсәй.
Нимә була һуң ул Ут-күҙ?
Һаҡ булырға һуң ниңә?
Ут-күҙ килһә, ҡасыр урын
Табылырмы икән өйҙә…
«Ут-күҙ менән уйнамағыҙ,
Уйындан сығыр уҫмаҡ», –
Олатай ҙа бөгөн тағы
Ҡойҙо өр-яңы йомаҡ.
Тыйылған – ҡыҙыҡһындыра,
Эй, килә шуны белге.
Ут-күҙ менән уйнағандан
Сыҡмаҫ әле бәләһе.
Тик ҡайҙа йәшәй икән ул,
Танышырға һуң нисек?
Түҙә алмай, шул турала
Һораным бөгөн кисен.
– Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Бер тоҡанһа – ҡотора.
Шуға уны «ситлегендә»
Бикле килеш тоторға
Кәрәк, – тине өләсәйем,
Йәшергән ерҙән алып.
Күрһәтте миңә туп-тулы
Ҡумтаны – шырпы ҡабын.
– Ут-күҙ шырпыла йәшенгән,
Сығарырға ярамай.
Ут-ялҡынға әүерелһә,
Яндырасаҡ аямай, –
Тип аңлатҡас өләсәйем,
Бешкәндәй булды ҡулым.
Ут-күҙ ни икәнен белдем –
Хәҙер бик һаҡ булырмын!
Ниңә генә ҡустыларҙы
Алмағандарҙыр тәүҙә?!
Береһенә биш йәш тулды,
Икенсеһе – биләүҙә.
Кескәйерәк булһам, мин дә
Мыжып өлкән ағайға
Һалышыр ҙа йәшәр инем
Үҙемдең генә яйға.
Ағай булғас, йүгертәләр,
Береһенән-береһе мыжыҡ.
Уларға рәхәттер ҙә,
Миңә түгел шул ҡыҙыҡ.
Минең менән уйна, тиеп,
Биш йәшлеге ҡаңғырта.
Сәңгелдәктәгеһе илап,
Бәүеттереп ҡул тота.
Атайым ҡушҡан эштәр бар,
Әсәйем ҡушҡандар ҙа.
Нисек өлгөрәйем икән
Был мыжыҡ ҡустыларға?!
География дәресендә
Уҡытыусы аңлата.
– Ер шарҙай түңәрәк булғас,
Ҡояш байый, таң ата.
Бөтә планеталар ҡояш
Тирәһендә әйләнә.
Шуға беҙҙә булып тора
Көҙ, ҡыш, яҙ ҙа, йәйҙәр ҙә.
Йондоҙҙар бик йыраҡ икән,
Ә ай беҙгә бик яҡын.
Шуның өсөн күренәлер
Ялтыр табаҡтай балҡып.
Аҙаҡ кәмергә керешә,
Кителгәндәй бер сите.
Төрлө хыялдарға сумып,
Күҙәтеп гелән күкте.
Тиҙерәк ҙур үҫкем килә,
Мәктәпте тамамлағым.
Күк-йыһандарҙы гиҙергә
Мин астронавт булырмын!
Футбол уйнап спортзалда,
Йәйгеһен туғайҙа ла –
Рәхәтләнеп туп тибәбеҙ,
Беҙ – ауыл малайҙары.
Еңәбеҙ ҙә, еңеләбеҙ,
Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Арымайбыҙ – аяҡтағы
Кейемдәр генә туҙа.
Олатайҙың ҡаталарын,
Калушын өләсәйҙең,
Кейеп уйнап, йыртып бөткәс,
Шып-шым ғына йәшерҙем.
Мәктәпкә барғанда тибәм
Таш йә боҙ киҫәктәрен.
Мәктәптән ҡайтҡанда тибәм,
Тибешә иптәштәрем.
Ботинкамдың башы ғына
Ауыҙ кеүек асыла.
Әллә ул да, минең кеүек,
Беләме икән асыға?