+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Октябрь 2019, 15:31

Мин дә ҡунаҡ түгел ауылымда

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең бер шиғырында: «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы, мин – уның улы, мин – кешенең туғаны...» – тип яҙған.Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Бәләкәйҙән Мостай ағайҙың китаптарын яратып уҡыным. Уның әҫәрҙәрендәге геройҙар – Әлфиә, Йәмил менән Оксана, Ғабдулла, Айҙар, Вәзир минең яҡын дуҫтарыма әйләнде. Берсә көлдөрә, берсә илата, берсә хыял донъяһына алып инә, берсә уйландыра ине улар. Бына был юлдарҙы уҡығас та тағы тәрән уйға баттым...

Кеше, ауаз һалып, яҡты донъяларға килә икән, тимәк, ул был ергә кәрәк. Тик кемдер яҡшылыҡ ҡына эшләй, бәғзеләр күберәк яуызлыҡ ҡыла. Хәйер, берәү ҙә насарлыҡ менән тыумайҙыр, кире юлға әҙәм балаһын әллә яҙмыш, әллә тормош үҙе этәрә?.. Аҡ менән ҡара, изгелек менән яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән насарлыҡ булырға тейештер инде донъяла, тип уйлайым. Кем юлдың ҡайһыһын һайлай – күп йәһәттән был уның үҙенән тора.

Мин дә яҡты донъяға атай-әсәйемде һөйөндөрөп килгән бер ир баламын. Исемем – Илназ, ул «ил» һәм «наҙ» һүҙҙәренән тора, илдең наҙлы, иркә улы, тигәнде аңлата. Шулай булғас, атай-әсәйемдеке генә түгел мин, илемдеке лә.

Башҡортостан – мәғрур, ғәзиз илем,

Яңы Бөртөк – тыуған ауылым,

Ағиҙелдең көмөш һыуын эсеп

Үҫкән ғорур башҡорт улымын...

Тыуған еремдең тәбиғәте, атай-әсәйем­дең һөйөүе, ауылдаштарымдың ихтирамы, тиҫтерҙәремдең дуҫ һәм татыу булыуҙары, уҡытыусыларымдың ярҙамы миңә көс, дәрт һәм илһам бирә.

Мостай ағайса, минең дә башымдан төрлө-төрлө уйҙар уҙа: ул ут менән һыу бергә ҡушылһын, бүреләр менән һарыҡтар аралашып, бер көтөүҙә йөрөһөн, яуыздар – изгегә, дошмандар дуҫҡа әйләнһен, тип теләй. Ә мин Урал батыр кеүек көслө һәм ғәҙел булырға хыялланам. Уныҡы кеүек тылсымлы таяғым менән Ер йөҙөндә бер ниндәй ҙә һуғыш сығартмаҫ инем. Әлбиттә, етем балалар ҙа, мохтаждар ҙа булмаҫ ине, ауырыуҙарҙы ла һауыҡтырыр инем... Ә бит был хыялдарҙы тормошҡа ашырып була! Киләсәктә мин табип һөнәрен һайлаясаҡмын, һис шикһеҙ, тиҫтерҙәрем араһында башҡа һөнәр эйәләре лә, етәкселәр ҙә, илселәр ҙә булыр. Әлегә беҙҙең бурыс – төплө белем алыу, ҡулдан килгәнсә изгелек эшләү, тормошто матурлауҙа һәр саҡ ололарға ярҙам итеү.

Башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек эш башҡара алдым, тип уйлайым. Сөнки мин – ауылыбыҙҙың байрағының авторы.

Эшсән һәм талантлы шәхестәре Яңы Бөртөк данын бөтә илгә таныта. Мәҫәлән, атҡаҙанған уҡытыусы Әсғәт Ғарипов, композитор Илдар Мәғдәнов, йырсы Әлфинә Әғзәмова, тарихсы Сәлих Низамов, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлиәскәр Исмәғилевтәр. Иң мөһиме – улар бөтәһе лә таҙа күңелле, эскерһеҙ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Бына шулар­ҙың барыһын да байраҡта сағылдырырға кәрәк, тигән маҡсат ҡуйғайным үҙ алдыма.

Эшемде байраҡтың төҫтәрен һайлауҙан башланым. Улар республикам флагы һымаҡ булһын, тинем. Унда ҡуйылған һүрәттәр ҙә бик мәғәнәле. Аҡҡоштар татыу һәм берҙәм ғаиләләрҙе аңлатһа, алтын башаҡ халыҡтың шөғөлөн генә түгел, ауылымдың мул, матур тормошта йәшәүен күрһәтә. Мәсет – мосолман халҡыбыҙҙың ата-бабаларҙан килгән изге ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлап, һаҡлап йәшәүен сағылдыра.

Шундай матур эштәр башҡарырға, дәртләнеп ижад итергә мөмкин булған илдә йәшәүем менән сикһеҙ ғорурмын. Мостай ағайға эйәреп, үҙемде тыуған еремдең осраҡлы ғына ҡунағы түгел, мин – уның улы, тип әйтә аламдыр, тип уйлайым.

Илназ МИҢНУЛЛИН.
Краснокама районы, Яңы Бөртөк ауылы.

Читайте нас: