+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Ғинуар 2020, 12:30

Йырлы йылдар үрендә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа ТУҒЫҘБАЕВАға – 70 йәш Эй, был ғүмерҙәр, ниңә генә шулай тиҙ үтә икән?! Көн артынан көн, йыл артынан йыл елдереп кенә тик бара...Тормош юлдары нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, күңелендә яҡты нур балҡытып, туған халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхестәребеҙ етерлек республикабыҙҙа. Ана шундайҙарҙың береһе – курсташым, бүлмәләшем, ҡәләмдәшем, хәҙерге ваҡытта Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева.

Яңы йылдың тәүге айының беренсе көнөндә һабаҡташым, ижадташым үҙенең түңәрәк юбилейын билдәләне.

...Студент саҡтарҙа дәрестәргә һуң­лап ҡуймайыҡ, тип йүгереп йөрөгән, лекциялар яҙып ултырған мәлдәр яңы ғына кеүек ине лә баһа, ҡайһы арала ваҡыт тигән ғәли йәнәптәре үҙ көйөнә әүрәтеп, алыҫ йылдарға алып китте икән?!

Беҙҙең студент тормошо гөрләп торҙо. Ятаҡта йәшәгән күңелле ваҡыттар әле лә күҙ алдында. Күмәкләшеп дәрес әҙерләйбеҙ, семинарҙарға конспекттар яҙабыҙ, алмашлап ашарға бешерәбеҙ. Филология факультетында белем алғас, бигерәк күп уҡырға тура килә, шуға күрә беҙ, ҡыҙҙар, кем нәмә белә, шуның менән уртаҡлашабыҙ...

Факиһа тик «бишле»гә генә уҡыны, уның тырышлығына мин генә түгел, күптәребеҙ һоҡланды. Университет тормошо ҡайнап торған бер даръя кеүек булды. Беҙ, әҙ-мәҙ яҙышҡан студенттар, «Шоңҡар» түңәрәгенә йөрөнөк, уның старостаһы Мирас ағай Иҙелбаев бөтәбеҙҙе берләштереп, әҙәби кисәләр ойошторҙо. Байрамдарға гәзит сығарыуҙа барыбыҙ ҙа ҡатнаштыҡ. Факиһа был эштәрҙә лә әүҙем булды. Үҙ-ара әңгәмәләшкән саҡтарҙа: «Мине бит талантлы шағир Самат ағай Ғәбиҙуллин уҡытты, әҙәбиәткә ул һөйөү тәрбиәләне, ғүмерҙә оноторлоҡ түгел үткәргән әҙәбиәт дәрестәрен, шуға күрә үҙенә рәхмәтем ҙур», – тип гел иҫкә алды.

Университетта үткәрелгән әҙәби кисәләр күңелдәребеҙҙә иҫ киткес яҡты тойғолар ҡалдырҙы. Беҙ уҡыған заманда шағирҙар Кәтибә Кинйәбулатова, Рәшит Шәкүр, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибай, Вафа Әхмәҙиев, Ирек Кинйәбулатов, Әсхәл Әхмәтҡужин, Әнисә Таһировалар килеп, сығыш яһап, шиғыр һөйләп китәләр ине. Залда һыйып булмай торғайны, күптәр ишек эргәһендә тороп тыңланы. Китап ҡәҙеренең, шағир һүҙенең бәҫе күпкә юғары ине шул ул замандарҙа. Әлбиттә, ошондай сығыштар күңелебеҙгә ойотҡо һалып, киләсәктә ижад итеүгә өмөт тә уятҡандыр.

Төркөмөбөҙ көслө ине. Әрме сафынан ҡайтҡан Аҫылғужа Баһуманов тигән егет староста ине. Уҡып бөткәс, танылған шағир, яҙыусы булып китте. Факиһа студент сағында уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләп тә йөрөнө. Ошонда күренекле шағирҙар, журналдың баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғарипов, Әнисә Таһировалар эшләгән баҫмала курсташыбыҙ журналистикала ҡәләмен үткерләне. Әйткәндәй, тәүге хикәйәләре менән үк беҙҙең төркөмдән прозала үҙен һәләтле итеп танытҡан Миңлебикә Йәрмөхәмәтова ла ошо уҡ журналда хеҙмәт юлын башланы. Уның бынамын тигән хикәйәләре «Ағиҙел» журналында баҫылып торҙо. Беҙ ижадына һоҡланып ҡарай инек, шундай күренекле журналда күренеү күптәребеҙ өсөн хыял ғына булды.

Курсташым Факиһа Нафиҡованың (ҡыҙ саҡтағы фамилияһы) артабанғы хеҙмәт юлы редакциялар менән бәйле. Күренекле, үткер ҡәләмле, маһир яҙыусылар менән бер коллективта хеҙмәт итергә насип булды ҡәләмдәшемә. Был хәл Факиһаның киләсәкке ижади эшмәкәрлегенә лә ныҡ тәьҫир иткәндер.

Ҡулына диплом алғас, ҡәләмдәшемде «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзитенә эшкә саҡыралар. Балалар баҫмаһында эшләү, әлбиттә, кескәйҙәр өсөн ижад итергә дәртләндермәй ҡалмай. Уның «Шаҡмаҡлы дәфтәр», «Яңы күлдәк» тигән китаптары донъя күрҙе. Өлкәндәргә «Мәк ялҡыны» исемле йыйынтығы сыҡты.

Күпмелер ваҡыттан һуң ул «Пионер» («Аманат») журналына эшкә күсте. Ошо журналда билдәле яҙыусы Динис Бүләков менән бергә эшләүе үҙе ни тора! Динис Бүләковтың ул ваҡыттарҙа уҡ балалар өсөн яҙылған китаптарын ололар ҙа яратып уҡый ине. Өлкән әҙиптәр менән фекер алышыу, кәңәш итешеү йәш ижадсыға файҙаға булғандыр.

Факиһа Туғыҙбаеваның 1980 йылда донъя күргән тәүге китабынан һуң егерменән артыҡ йыйынтығы баҫылған. Ул ең һыҙғанып журналистар эшен алып барыу менән бергә илһамланып шиғырҙар, поэмалар ижад итте, балалар өсөн фәһемле әҫәрҙәр яҙҙы. Кескәй­ҙәргә тәғәйенләнгән китаптары матур һүрәттәр менән биҙәлеп, бәләкәстәргә лә, урта йәштәге мәктәп уҡыусыларына оло ҡыуаныс килтерҙе. Уларҙың психологияһын белеп ижад ителгән әҫәрҙәре магазин кәштәләрендә туҙан йыйып ятманы, тиҙ үк таралып бөттө.

Балалар өсөн ижад итеү еңел эш түгел. Улар өсөн бер уҡыу менән ятлап алырлыҡ шиғырҙар яҙылырға тейеш. Үҙем дә уҡыусы балаларға әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ, шуны беләм: бала үҙе яратмаған китапты тотоп та ҡарамай. Әлеге заманда китапҡа һөйөү тәрбиәләү ифрат та ҡыйынлашты, һәр өйҙә интернет, планшет, телефон, смартфон – уларҙан ҡотолоу сараһы ла юҡ... Нисек кенә булмаһын, яҙыусылар үҙ әҫәрҙәре менән балалар күңеленә юл һалып, матурлыҡҡа, изгелеккә өндәгән әҙәби китаптар яҙырға бурыслы.

1990 йылда республикабыҙҙа мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Аҡбуҙат» исемле журнал сыға башланы. Уның мөхәррире итеп Факиһа Туғыҙбаева тәғәйенләнде. Был үтә яуаплы эшкә лә шағирә бөтә көсөн, дәртен, аҡылын һалып тотондо. Ҡыйынлыҡтар тыуа торҙо, ҡәләмдәшем уларҙы еңә барҙы. Факиһа балалар өсөн яҙышҡан әҙиптәрҙән егәрле коллектив тупланы, үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты. Яңы авторҙар барлыҡҡа килде.

Тағы шуны ла әйтеп китергә кәрәк. Факиһа тормош иптәше Мансур менән Зөлфиә исемле ҡыҙ үҫтерҙе. Бөгөн Зөлфиә Күскилдина – Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, балалар өсөн бер нисә китап авторы. Үҙе лә – ҡыҙ һәм малай әсәһе. Ҡәләмдәшем ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, өләсәй шатлығын да кисереп йәшәй.

Талантлы әҙибәнең ижады юғары баһаланды. 1994 йылда сыҡҡан «Фатихамды бирәм һиңә» тигән йыйынтығы оло наградаға – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 1999 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән билдә менән бүләкләнде. 1992 йылда – «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», ә 2000 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исемдәр бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң йәше булып Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исемде алды.

Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, хал­ҡына күрһәткән хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Ил, милләт яҙмышы өсөн ысын йөрәктән һыҙланыу-ғазаптары – шағирәнең шиғырҙарында, күләмле поэмаларында, дастандарында.

Шағирҙар, яҙыусылар өсөн ял юҡ. 70 йәшлек күркәм байрамын да Факиһа Туғыҙбаева балалар өсөн «Һандуғастың тыуған иле» исемле иҫ киткес матур йыйынтығы менән ҡаршылай. Киләсәктә лә йырлы йылдары уға күп-күп ижади емештәр килтерһен.


Миңлегөл ХИСАМОВА, шағирә, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты.


Читайте нас: