+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Март 2020, 11:41

Йәшлектәге "Алтын балдаҡ"

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, танылған йырсы Роза АҠКУЧУКОВАға – 70 йәш Кеше ғүмерҙәре ашығып, ашҡынып аҡҡан йылғалар ише. Ошо сағыштырыу нисек кенә таралған булып яңғырамаһын, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына мең тап­ҡыр инанаһың. Йылғалар ҙа төрлөсә була: ҡайһылары шаулап, ҡотороп, ярһып, ярҙарынан ташып сыға, икенселәре һәүетемсә – берсә тулҡындарын уйнатып, ҡояшта йылтырап, берсә осонмай-нитмәй генә алға ынтыла, бүтәндәре, бәлки, бәләкәйерәктәре, шым ғына, тыныс ҡына, тирә-яғын күҙәтеп, маһаймай ғына аға ла аға...

Бәндә яҙмыштары ла шулай. Тик әҙәм балаһы үҙенең көнитмешен һиҙмәгән дә һымаҡ, тыуа-тыуғандан алып йәшәү өсөн көрәш тулҡынында сайҡала ла сай­ҡала...

...Уйҙарымдың хәтер йомғағын һүтеп, алыҫтарҙан йымылдап ҡына нур һирпелгән йәшлек һуҡмаҡтарына туҡталам. Бынан бөтәһе лә йөрөгән: йөрәк ялҡындарын баҫа алмай, һөйгәндәренә шиғырҙар яҙған, йыр арнаған, әллә ниндәй сая батырлыҡтар ҡылған хыялый ғашиҡтар. Кемдәрҙер, заманы шундай ине, тиерҙәр, бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә мөхәббәт тигән изге төшөнсә ниндәй заманда ла үҙгәрмәй торған тойғолар­ҙан бит. Кеше күңелдәрен ҡанатландыр­ған был хистәргә ниңә туҡталдым һуң әле?

Роза Аҡкучукова... Был исем йыр һөйөүселәргә күптән таныш. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы – халыҡ яҙыусыһы, драматургы, шағирә Зәйнәб Биишеваның «Алтын балдаҡ» шиғырына яҙылған йырҙы башҡарып, Роза мөхәббәткә мәңгелек мәҙхиәне сәхнәлә яңғыратты. Һөйөү тураһындағы онотолмаҫ ошо йырҙы оло яҙыусыбыҙҙың бер юбилей кисәһендә башҡарырға насип булған йәш йырсыға. Кисәнән һуң Зәйнәб апайыбыҙ Розаны күреп, уның йырҙы башҡарыуы, тауышы менән һоҡланыуын белдергән, рәхмәтен еткергән.

Композитор Абдулла Хәлфетдинов авторҙың күңелен тәрән аңлап, ошондай ҙа һағышлы, хәтерҙе мәңге ҡуҙландырып, һыҙландырып торорҙай йыр ижад иткән. Уның башҡа көйҙәре лә халыҡ араһында әлеге көндә лә йырланып йөрөй. Шиғыр бит ул – күңел хәтере, шуға ла көй яҙыусылар, уны көйгә һалып, моң тыуҙыра. Абдулла Хәлфетдинов йөрәктән сыҡҡан моңдары менән ябай тамашасы күңелен яулай алғандыр ҙа...

– Беҙҙең йәш саҡтарҙа Абдулла Хәлфетдинов бик популяр ине, ул үҙе мине эҙләп табып, Зәйнәб апайҙың «Алтын балдаҡ» йырын тәҡдим итте. Ғәжәп оҙон ғүмерле булды ул. Миңә тиклем был йырҙы Шамил Хәмәҙинуровҡа, Нәзифә Ҡадироваға биргән, әммә ул минең өсөн булған, күрәһең. Әлеге көнгәсә йыр авторына, моң тыуҙырыусыға рәхмәтлемен. Ошо йыр мине ғүмерем буйына оҙата килә, – ти йырсы. «Алтын балдаҡ»тың инде 47 йыл сәхнәнән төшкәне юҡ.

Роза беҙҙең йәш сағыбыҙҙа уҡ тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы ине. Университет ятағына ла, әҙәби кисәләргә лә килеп йөрөнө, әхирәте Зөһрә Ҡотлогилдина менән йышыраҡ осрашты ул. Шунан бирле хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисткаһы булған Роза Аҡкучукова менән уртаҡ дуҫлығыбыҙ дауам итә. Әлбиттә, уҡыу йортон тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡтарға таралғас, юлдар айырылып та торҙо, ләкин бәйләнешебеҙ өҙөлмәне.

Бына хәҙер халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы матур түңәрәк юбилейын билдәләй. Был олпат йәшенә килеп еткәнсе уға йәш кенә сағынан йыр сәнғәтенә һөйөүе, арымай-талмай тәжрибә туплауы ҙур уңыштарға ирешергә, тамашасыларҙың һөйөүен яуларға ярҙам итә. Әлбиттә, бер өлкәлә лә тырышлығыңды екмәһәң, алдыңа алған маҡсатыңа ынтылмаһаң, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ ине, бигерәк тә сәнғәттә. Роза үҫмер сағы­нан ныҡышмал була, һүҙен һүҙ итергә тырыша, ата-әсәнең алты балаһы араһында бер бөртөк ҡыҙ булып үҫә. Маҡсатҡа ынтылышы уны Өфө музыкаль-педагогия училищеһына килтерә. Атаһы Сабирйән ағай, әсәһе Нажиә апай ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы төшмәй. «Әйҙә, уҡы ғына», – ти улар. Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдары, билдәле, бик ауыр була. Бер нигә ҡарамай, ата-әсә балаларына кәрәкле белем биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтыра. Розаға көнләшергә мөмкин: атай-әсәйле тулы ғаиләлә үҫеү – үҙе бәхеттәрҙең дә бәхете бит, бөтәһенә лә тәтеп тә бармай әле ул...

Үткәндәрҙе иҫләп, йырсы шулай хәтерләй:

– Йырлап йөрөгәнемде ишетепме, һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина үҙе мине эҙләп табып, ул ваҡытта филармонияла эшләгән режиссёр Фәтих Иҡсановҡа килтереп таныштырҙы. Ә Фәтих ағай мине үҙенең эстрада программаһына индерҙе. Ул иң беренсе музыкаль спектакль булды. Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәренә Нариман Сабитовтың «Ҡыр ҡаҙ­ҙары» йырын башҡар­ҙым. Был 1973 йыл ине, хеҙмәт стажым да ошо йылдан башланып китте. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек артистар өсөн яҡшы туҡымалар йәки әҙер күлдәктәр кибеттәрҙә юҡ тиерлек ине. Ләкин ошо концерт программаһы өсөн миңә әллә ҡайҙан ялтырап торған япон туҡымаһынан тегелгән әҙер матур күлдәк һатып алдылар. Халыҡ «аһ!» итте. Ошо йырымдан һуң мин «йондоҙ» булып уяндым. Әле булһа өлкән хеҙмәттәштәремә рәхмәттәрем бөткөһөҙ, улар миңә, дөрөҫөн әйткәндә, эстрадаға юл асып, фатиха бирҙе.

Шулай тынғыһыҙ хеҙмәт юлы башлана Роза Аҡкучукованың. Ошо тамашанан һуң Фәтих Иҡсанов «Ҡаҙ өмәһе» тип аталған музыкаль-эстрада концертын ойоштора. Был программа режиссёрҙың ГИТИС-ты тамамлағанда диплом эше була. Шағир Әнғәм Атнабаевтың шул исемдәге поэмаһы буйынса төҙөлгән был тамашала байтаҡ артистар, йырсылар, һүҙ оҫталары йәлеп ителә. Гөлсөм Хәбибуллина, Марат Рафиҡов, Илфак Смаҡов, Венер Килмөхәмәтов, баянсы Рәйес Әбүбәкиров һәм башҡалар ҡатнаша. Ысын сәнғәт өлгөһө була ул. Филармония сәхнәһендә лә шулай театр­лаштырылған тамаша ҡуйырға мөмкинлегенә өлгө була.

Бер аҙҙан «Ирәндек» исемле ансамбль ойошторола, етәксеһе итеп Айрат Кәримов билдәләнә. Унда йырсы Нәзифә Ҡадирова һәм башҡа күп кенә йырсылар туплана. Ныҡлап әҙерләнгәндән һуң, гастролдәргә сығып китәләр, тотош Союз­ды тиерлек йөрөп сығалар. Бөтә ерҙә лә Башҡортостан артистарын икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар, рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар. Ошондай мөнәсәбәт илһам кешеләрен ҡанатландыра, тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә.

Филармонияла Роза Аҡкучукова үҙенең буласаҡ тормош юлдашы менән дә таныша.

– Беҙҙең филармонияла данлыҡлы «Кәтүк менән Бағанай» бригадаһы эшләне. Бағанайы Фәрит Шәйхетдинов ине. Яҙмыштарыбыҙҙы бәйләгәс, мин уларҙың бригадаһына күстем. Мөхәббәт емеше булып улыбыҙ Руслан тыуҙы. Әммә тормош иптәшем Фәриттең ғүмере ҡыҫҡа булды. Ҡулымда аяҡҡа баҫып өлгөрмәгән улым менән яңғыҙ ҡалдым. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, Русланды тәрбиәле итеп үҫтерергә тырыштым, яратҡан һөнәрен алырға ярҙам иттем. Аллаға шөкөр. Туғандарым да ярҙам итте.

Ата-әсәһенә оҡшап, улдары Руслан Шәйхетдинов та йыр-моңға тартыла, «Любизар» төркөмөн ойоштороп, дуҫтары менән халыҡ алдында сығыш яһап йөрөй. Әммә сәнғәтте тормош һөнәре итеп һайламай. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының юридик институтын тамамлап, алған һөнәре буйынса эшләй. Үҙенең дә Батырхан һәм Баязит исемле улдары бар, береһе – IX, икенсеһе V синыфта белем ала. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйҙар, әсәй­ҙәре Рәзилә «Тамыр» телеканалында эшләй.

Роза Аҡкучукова өсөн бөгөн иң мөһиме – ғаилә бөтөнлөгө, балаларҙың именлеге, донъяның тыныслығы.

Халҡыбыҙҙың аҫыл ынйылары булған «Зөлхизә», «Ерән ҡашҡа», «Сәлимәкәй», «Илсе Ғайса» йырҙарын үҙенең остазы Рамаҙан Йәнбәковтан өйрәнә. Роза уның бригадаһында ла гастролдәрҙә йөрөй. Үҙе лә «Тамаша» тигән бригада ойоштороп, сығыш яһай. Моңло йырҙар ижад иткән композиторҙарыбыҙ – Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов, Айрат Ҡобағошов, Нурия Абдуллиналарҙың йырҙарын айырыуса яратып башҡара ул. «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡҡошҡайым», «Тәүге һөйөү», «Алтын балдаҡ», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Осрағанһың икән бер тапҡыр», «Онотмайым» кеүек йырҙары Башҡортостан «Юлдаш» радиоһының алтын фондына ингән.

Күп йәштәр бер көнлөк йырҙар менән мауыға. Быға йырсының фекерен дә белге килде.

– Заманаһына күрә – йәштәре. Йыр, моң – ул Хоҙайҙан бирелгән һәләт. Мин йәштәрҙе хөкөм итә алмайым. Йырҙы башҡара белеү, уны халыҡҡа еткереү сәнғәте – ул үҙе талант. Сәхнәлә һәр йырсы үҙ моңо менән балҡырға тейеш.

Роза Аҡкучукова бөгөн дә ижадтан, сәхнәнән айырылмайса филармонияла эшләүен дауам итә, администратор вазифаһын башҡара.

Әле бына үҙенең түңәрәк юбилейы айҡанлы «Онота алмайым» исемле ҙур концерт программаһы әҙерләгән. Ул яратҡан тамашасыларын тағы ла популяр йырҙары һәм яңы яҙмалары менән ҡыуандырмаҡсы.

Әйткәндәй, Роза Аҡкучукова – элекке «Башҡортостан пионеры» гәзитенең әүҙем яҙышҡан хәбәрсеһе лә. Быйыл «Йәншишмә» үҙенең 90 йәшен билдәләһә, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Аҡкучуковаға ла, 12 февралдә, гәзиттең тыуған көнөндә, 70 йәш тулды. Шуға беҙ ҙә яратҡан, моңло тауышлы йырсыбыҙға уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.


Миңлегөл ХИСАМОВА, шағирә, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты.


Читайте нас: