-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Октябрь 2020, 11:54

Сәйәхәткә килегеҙ!

Беҙгә кил сәйәхәткә,Күңелдәргә сихәткә,Ғашиҡ булып гүзәллеккәКитмәҫһең башҡа яҡҡа.

Донъяла иң шифалы бал

Тик беҙҙә, ҡара тәмләп.

Толпар аттарҙа сабырһың

Ҡылғанлы дала иңләп.


Көмөш ҡылған диңгеҙ булып

Ярға ҡағыр тулҡынын,

Һайрар ҡоштар:

«Әйҙүк!» – тиеп

Сәләмләргә ашҡыныр.


Һоҡланырһың тирә-йүнгә,

Ирәмәлгә артылып.

Торатауға дан йырларһың,

Күңелеңә дәрт тулып.


Ағиҙелдең тулҡынында

Ҡолас ташлап йөҙөрһөң.

Аслыкүлгә, Яҡтыкүлгә

Һоҡланмай ник түҙерһең?!


Тәлгәш-тәлгәш муйылдарын,

Көртмәле, еләктәрен,

Услап-услап йыйып һыйлан

Тулышып өлгөргәнен.


Халҡыбыҙ ифрат ҡунаҡсыл:

Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра

Хөрмәтләп һеҙгә уйналыр,

Дуҫлыҡ йыры яңғырар.


Шау сәскәләргә күмелгән

Тау-урман, киң яландар,

Тарих төпкөлөнән һеҙҙе

Шүлгәнташ та сәләмләр.


Беҙҙең яҡтың гүзәллеген

Бөтөрлөк түгел һанап.

Килһәгеҙ, дәртегеҙ артыр,

Үҫкәндәй булыр ҡанат.


Онотолмаҫ хәтирәләр

Күңелдәргә яҙылыр,

Беҙҙә һәр миҙгел дә матур,

Күңелдә тик яҙ булыр.
Дала
Беҙҙең алда, әйтерһең дә,

Ята диңгеҙ йәйелеп.

Аҡ ҡылғанлы сикһеҙ дала –

Ҡошо оса кәйелеп.


Икһеҙ-сикһеҙ иркенлектер

Беҙҙең ҡылғанлы дала.

Яҙ мәлендә гөлдәр бында

Гүзәл, күҙ яуын ала.


Көҙөн дала – ап-аҡ диңгеҙ,

Сал сәсле ҡылған шаулай.

Әйтерһең дә, ерем буйлап

Ел малай ҡурай уйнай.


Мәсхәрә


Бөгөн дәрескә килһәм–

Яңы гәзит эләләр.

Бик ҡыҙыҡлы, күрәһең,

Шырыҡ-шырыҡ көләләр.


– Ха-ха-ха, – көләмен мин дә,

Тәнҡитләйҙәр Ғәлимде,

Бигерәк тә әҙәпһеҙ,

Исем таға сәбәпһеҙ.
– Хи-хи-хи, Маратҡа ла

Сәпәгәндәр тәнҡитте,

Әҙерләнмәгәс кистән,

Һуңлап килә дәрескә,

Ситкә тая һәр эштән...


– Хе-хе-хе, быныһы кем?

Әллә миңә ҡағыла?!

Имештер, урыҫ теленән

«Икеле»м бар тағы ла.


Шуны ғына гәзиткә

Яҙмаҫҡа була ине!

Хәҙер Гөлгөнә минең

Күҙҙе лә астырмаҫ инде,

«Ялҡау» тип көлөр инде.

Мәсхәрә!
Бөгөн ниндәй көн икән?


Бөгөн ниндәй көн икән?

Шамил таҡтаны һөрткән,

Алһыу гөлгә һыу һипкән,

Рим уҡытыусыны ҡаршылап,

Китабын индерешкән.


Бөтә мәктәптә таҙалыҡ,

Бар мөйөштә лә тәртип.

Аптырап тора директор:

– Быларға ни булған? – тип.


Буранғол ниңә һикермәй,

Ҡыҙҙарҙың сәсен тартмай?

Ә улар ник сәрелдәмәй,

Ғәли рогатканан атмай?

Ә-ә-ә, Атайҙар көнө бөгөн,

Улар килгән дәрескә,

Шаяндар тештәрен ҡыҫып,

Түҙәләр көскә-көскә.


Насар ғәҙәт


Уф! Бик тә ныҡ арыным,

Ҙур бәләгә тарыным,

Инде ниҙәр ҡылайым?

Ултырам да илайым –

Эшләмәй бит смартфоным,

Әхирәттәрем менән

Хәбәрләшәйем нисек?

Бына хәҙер – яҙма эш,

Ултырамын ут кисеп!

Мәсьәләләрҙе һис тә

Булмай икән шул сисеп!

Өй эшен тотоп та

Ҡарамағайным кисен.

Ҡотола алдым саҡ-саҡ,

Яҙма эште күсерттерҙе

Гөлсәсәк – күрше ҡыҙы.

Иртәгеһен уҡытыусы

Уртаҡтан «дүртле» ҡуйҙы.

– Бер-береңдән күсерешеү

Насар ғәҙәт! – тип тыйҙы.


Их, шул Сәлмәнде!


– Их, шул ошо Сәлмәнде!

Яуланы бар ғаләмде.

Маһинур шуға ҡарай,

Алмай минең сәләмде.
Йәнәһе, Сәлмән тапҡыр,

Йәнәһе, тик ул батыр,

Йәнәһе, ул шәп уҡый...

Барыһы шуны тыҡый.
Мин дә унан кәм түгел!

Көрәшкә сыҡһам әле,

Сәлмәнде йыҡһам әле,

Барлыҡ ҡыҙҙар шаҡ ҡатыр,

Мин дә булырмын батыр!
Ҡайғырам хәҙер үҙем,

Көн дә көҙгөлә күҙем,

Минең барлыҡ теләгем –

Тиҙ нығынһын беләгем.
Аяҡтарым шәп тә ул –

Ишекте асам тибеп.

Күпме генә ҡараһам да,

Ҡулдарым һаман сибек.
– Хөрәсән! – тине миңә

Иң һылыу ҡыҙ Маһинур,–

Эш түгел, – ти, – беләктә,

Аҡыл кәрәк, йөрәк тә.
– Их, шул ошо Сәлмәнде!

Мин тағы ла сәмләндем,

Хәҙер ифрат тырышам,

Атайыма булышам.
Ярам утын, мал ҡарайым,

Көслөләнһен беләгем,

Шул маҡтансыҡ Сәлмәндең

Бирермен бер кәрәген!
Читайте нас: