-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Ноябрь 2020, 12:57

Ә уңышлы үткән көндәремдең һәр минуты өсөн һөйөнәм

Күренекле шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил ШАММАСҡа – 90 йәш Күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе һәм журналист Рауил Шаммас Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында тыуған. Ул – Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.

Рауил Сәхиулла улының «Таң йылмайыуы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1967 йылда баҫылып сыға. Уның ижадында илһөйәрлек хистәре өҫтөнлөк итә, ерҙәге тормошто дауам итеүсе әсәләргә дан йырлай, тормошсанлыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуя. Әҙип үҙенең «Уттар», «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр», «Йөрәк алмаһы», «Утлы дәфтәр» поэмаларында һәм ҡайһы бер башҡа әҫәрҙәрендә совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы тиңһеҙ батырлығын маҡтай, фашизмды үҙ өңөндә дөмөктөргән ҡыйыу яугирҙарҙың иҫтәлеге мәңге һаҡланасағын ышаныслы дәлилләй. Шағирҙың күп кенә поэма һәм балладаһы халыҡ ижадының сағыу өлгөләрендәге уй-фекергә нигеҙләнеп ижад ителгән.

Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, урыҫ, украин, ҡарағалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Уның шиғыр­ҙарына билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар тиҫтәләгән йыр ижад иткән.

Рауил Шаммас сәсмә әҫәрҙәр ҙә яҙа. «Күперһеҙ йылға» һәм «Муйыллы туғай» исемле повестар китаптары бар. Тәржемә өлкәһендә лә әүҙем генә хеҙмәт күрһәткән әҙип ул. Билдәле урыҫ совет шағиры Самуил Маршактың, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш авторҙарының шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырған.

Әсәйем фәрештәһе

Бөгөн дә әле, һай, бик кәрәк

Әсәйҙең дәрестәре –

Был тормош әлифбаһының

Иң тәүге хәрефтәре.


Әйтә ине: «Юлдарыңда

Фәрештәң ташламаһын».

Изге теләк менән оҙата

Һәр әсә үҙ балаһын.


Ул саҡ көлөп ҡарай инем

«Фәрештәң» тигәненә.

Әле инде шул һүҙҙәре

Яҡыныраҡ йәнемә.


«Фәрештә» тигән һүҙенә

Күпме мәғәнә һыйған.

Шул һүҙ кеше аҡылының

Бар матурлығын йыйған.


Нишләр инең мәхрүм булһаң

Намыҫ тигән имандан.

Беләм, намыҫлы бул, тигән –

Ул бит шуға инанған.


Шул иманым һаҡлаған бит

Тоғролоғомдо илгә.

Маҡсатыма атлағанда

Ауыр йөк һалып иңгә.


Шул иманым юлдаш булды,

Бөгөн дә миңә юлдаш.

Ошо юлдашым булмаһа,

Ни күрмәҫ ине был баш.


Шайтан ҡотортто алдарға –

Алдашмай ҡала алдым.

Аҙаштырырға теләне –

Аҙашмай ҡала алдым.


Бала өсөн әсә – иман,

Һин уға – мәңге бала.

Кеше бөтә ғүмере буйы

Үҙ асылында ҡала.


Уразайҙың туғайында

Аунап үҫкән мин – бала,

Ярты быуат аша атлап,

Һаман алға юл ала.


Күҙҙәремә һаман ҡарай

Уразай кәрешкәһе.

Эҙҙәремде барлап бара

Әсәйем фәрештәһе.

Һунарсылар

Олатайым иң яратҡан

Улы итте.

Һунарға ла үҙе менән

Күп йөрөттө.


Ҡуян йөрөп таҡырайтҡан

Бер һуҡмаҡҡа

Бер көндө беҙ ҡуйып ҡайттыҡ

Сым-тоҙаҡ та.


Тағы барһаҡ, ап-аҡ ҡуян

Тулап ята.

«Эләктем бит, үләм», – тиеп

Илап ята.


Йым-йым иткән ҙур күҙҙәре

Миңә ҡарай:

«Был үлемдән ҡотҡар», – тиеп

Ярҙам һорай.


Йәлләнемме, әллә күңелем

Батырайҙы:

«Олатай, – тим, – ебәрәйек

Бахырҡайҙы».


Олатайым йылмайҙы ла

Миңә ҡарай.

Арҡамдан уҡ һөйөп ҡуйҙы:

«Ярай, ярай...»


Ысҡындырҙыҡ, ҡуян сапты

Ҡыр яғына.

Һөйөнөп ҡуйҙым мин шул эште

Ҡылғаныма.

Энә-еп

Энә ҡайҙан – еп шунан, тип

Йәшәгәндәр атайҙар.

Шуны Вәли һәм Вәлимә

Аңламай баш ваталар.


«Мин энәме, һин энәме?» –

Хикмәт бына нимәлә.

Вәлимә әйтә: «Мин еп булып

Йөрөмәм, – ти, – энәлә».


«Улай булғас, – тине Вәли, –

Икебеҙ ҙә – энәбеҙ.

Ике кейемде икебеҙ

Ике өйҙә тегәбеҙ».


Вәли-энә – яңы өйҙә,

Өр-яңы еп – энәлә.

Ә Вәлимә тутығып бөткән

Иҫке генә энәгә:

«Еп булам», – тип инәлә.

Имтихан бирәм

Мин – уҡыусы,

Заман – уҡытыусы.

Баҫып торам уның алдында.

Ҙур имтихан бирә уға бөгөн

Йөрәгем дә минең,

Аңым да.
Түгелмен бер мәктәп бүлмәһендә,

Билет та юҡ минең ҡулымда.

Мин имтихан бирәм шаулап торған,

Ҡайнап торған тормош юлында.
Мин – уҡыусы,

Заман – уҡытыусы.

Төбәгән ул миңә ҡарашын.

– Һин әҙерме бөйөк осор өсөн? –

Ишетәм уның һорау тауышын.
Баш ватамын,

Дөрөҫ яуап эҙләп

Баҡһам әгәр тирә-яғыма,

Намыҫым тора ҡарап,

Шул һорауҙы

Ул ҡабатлай тағы, тағы ла.
Донъя бит ул,

Була һәр төрлөһө.

Хаталарым өсөн көйөнәм,

Ә уңышлы үткән көндәремдең

Һәр минуты өсөн һөйөнәм.
«Кер юҡмы һуң, – тимен, – күңелемдә? –

Төрлө уйҙар ҡайнай башымда. –

Ҡыҙарырға тура килмәҫме, – тим, –

Тыуыр киләсәктең ҡаршында?»
Заман менән намыҫым яуап көтә,

Көтә улар тормош яуабын.

Оло юлдың һәр бер ҡарышы һайын

Шул һорауҙы ишетеп барамын:
– Һин әҙерме бөйөк осор өсөн?..

Ҡабатлана һорау тағы ла.

Мин имтихан бирәм ғүмерем буйы

Заманым һәм намыҫым алдында.



Читайте нас: