– Факил ағай, балалар өсөн яҙған бөтә повестарығыҙ һәм хикәйәләрегеҙ ҙә «Йәншишмә»лә баҫылды тиерлек. Был нилектән шулай килеп сыҡты?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, «Аманат» журналында донъя күргән «Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат», «Йәйге каникул», «Тышау» повестарын иҫәпкә алмағанда, ҡалғандары «Йәншишмә»лә баҫылды. Гәзиттә сыҡҡан беренсе повесым «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге» ине. Ул бер бүлектән генә торор, тип уйлағайным башта. Уҡыусыларҙың үтенесе буйынса дауамын яҙырға булдым. Һөҙөмтәлә, дүрт бүлектән торған күләмле повесть барлыҡҡа килде. Гәзиттең ул саҡтағы әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Зөһрә Ҡотлогилдина әҫәрҙең жанрын хатта «роман» тип тә яҙып сыҡты. Повестар һәм хикәйәләрҙән тупланған «Тынғыһыҙ малай» һәм «Яҙмыш фалы – йәшлектә» китаптарым өсөн 2009 йылда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдым.
– Һеҙ афоризмдар йыйыу менән дә шөғөлләнәһегеҙ...
– Был эш менән мәктәп йылдарынан уҡ мауығам. Байтаҡ йыйылып киткәс, ниңә әле уларҙы йыйынтыҡ итеп сығармаҫҡа, тигән уй төштө башҡа. Тәртипкә һалып, бүлектәргә бүлеп, китап итеп эшләгәс, нәшриәткә тәҡдим иттем. «Китап» нәшриәтенә рәхмәт, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Ул 2003 йылда «Фәһемле фекерҙәр донъяһында» тигән исем менән баҫылып сыҡты. Икенсеһе «Планета» нәшриәтендә донъя күрҙе. 2017 йылда нәшер ителгәне «Ынйы бөртөктәре. Башҡорт афоризмдары китабы» тип атала. Унда 407 авторҙың (бында халыҡ ижады өлгөләре лә инә) 5800-гә яҡын афоризмы тупланған. Мостай Кәрим әҫәрҙәре тапҡыр, ҡанатлы һүҙҙәргә ифрат бай, уларҙы айырым китап итеп төҙөнөм. «Йәшлек» гәзитендә 2014 йылдан бирле «Афоризмдар һәм фәһемле фекерҙәр» рубрикаһын алып барам. Гәзит Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр, Мәүлит Ямалетдин, Шәйехзада Бабич әҫәрҙәренән йыйылған афоризмдарын баҫтырҙы. Әле бына Абдулхаҡ Игебаев ижадына сират етте. Рубриканы артабан да алып барырға уйым бар.
– Гәзит-журналдарҙа әҙәби тәржемәләрегеҙ йыш баҫыла. Ул һеҙгә нимә бирә?
– Тәржемә тел даръяһын байҡау, тел байлығын арттырыу, өйрәнеү өсөн кәрәк, тип уйлайым. Минең тарафтан урыҫсанан башҡортсаға ауҙарылған әҫәрҙәр байтаҡ. Бер нисәһен атап үтәм. Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй премия лауреаттары: Башҡортостандың халыҡ яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың «Бригада өйрәһе. Һуғыш балалары» повесын, Валерий Ганичевтың «Темрянь... Темрянь...», Александр Прохановтың «Мосолман туйы» хикәйәләрен, шулай уҡ Юрий Поляковтың «Приказға тиклем йөҙ көн», Тыва халыҡ яҙыусыһы Маадыр-оол Ховалыгтың «Байғош хужа», Владимир Богомоловтың «Иван», Үзбәкстандың халыҡ яҙыусыһы Тимур Пулатовтың «Ҡәйептең икенсе сәйәхәте», Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Муса Әхмәдовтың «Яҡты йылға янындағы ҡырағай груша», немец яҙыусыһы Патрик Зюскиндтың «Күгәрсенкәй» повестарын тәржемә иттем. «Йәншишмә» гәзитен алдырыусы балалар Станислав Востоковтың «Президент һәм уның министрҙары» тигән мажаралы, Артур Гиваргизовтың «Атаҡлы «икеле» тоҡсайы яҙмалары» тигән фәһемле повестарын яратып уҡыны.
Театрҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» повесы, француз драматургы Жан Ануйҙың «Антигона» трагедияһы, испан драматургы Алехандро Касонаның «Иң бәхетле төн» драмаһы минең тәржемәлә Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Эстон яҙыусыһы Андрус Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» спектакле 2013 йылдан бирле сәхнәнән төшкәне юҡ.
– Факил ағай, гәзит уҡыусылар исеменән һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижад шишмәгеҙҙең һәр ваҡыт урғылып тороуын, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.
Факил Мырҙаҡаев юбилейын «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге» китабы менән ҡаршыланы. Ошо йыйынтыҡҡа ингән ике хикәйәне уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
– Айгизә, ас әле, – тине Әлфинә һеңлеһенә.
– Үҙең ас. – Планшетта уйнап ултырған ҡыҙ ҡарыулашты.
– Күрмәйһеңме ни, күлдәгемде үтекләйем. Айрас ағайыңдыр, көттөрмә. Былай ҙа концертҡа һуңлайбыҙ.
– Йөрөй инде шунда баш ҡатырып! – Айгизә мығырлай-мығырлай ишеккә йүнәлде.
Айрас Әлфинә менән һаулыҡ һорашҡас, кеҫәһенән шоколад сығарҙы:
Ул бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәй, ҡыҙҙы гел тәм-том менән һыйлай.
Айгизә шоколадты ашарға ашыҡманы. Апаһы күлдәген алыштырырға икенсе бүлмәгә инеп киткәс, егеткә ҡара күҙҙәрен төбәп серле бышылданы:
– Айрас ағай, һин ҡасан апайыма өйләнәһең?
Ҡыҙ был һорауҙы буласаҡ еҙнәһенә тәүге тапҡыр ғына бирмәй. Айрас башҡа ваҡытта: «Ҡыҙыл ҡар яуғас», – тип шаяртһа, был юлы уны һынап ҡарамаҡсы булды:
– Апайыңдан айырылғас, ҡыйын булмаҫмы һуң һиңә? Бер алып киткәс, кире ҡайтармаясаҡмын бит уны.
Айгизә, күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап, тәтелдәне лә тәтелдәне:
– Китә генә күрһен! Мин риза! Унан барыбер бер файҙа ла юҡ: сәй эскәс, сынаяғын йыуып ҡуймай, ашарға бешермәй, әсәйем ҡайтҡансы ас ултырабыҙ. Бүлмәһенә индермәй, көнө буйы компьютерҙа соҡона, туҡтауһыҙ телефондан һөйләшә, ҡолаҡ тондорғос әллә ниндәй музыка аҡырта.
Айрас көлөмһөрәне, кинәйәләп һораны:
– Нимә, мин уны яңынан тәрбиәләргә тейешменме ни?
– Уныһы инде, Айрас ағай, минең проблема түгел, һинеке! – тине иҫе китмәй генә ҡыҙ. Шунан апаһы янына ашыҡты. – Тиҙерәк бул, Айрас ағай көтә. Иренеңде концертта ҡыҙартырһың.
...Апаһы һымаҡ ап-аҡтан кейенгән, сәсенә ҡып-ҡыҙыл таҫма таҡҡан ҡыҙ туйҙа Әлфинә менән Айрас араһында ултыра ине.
Ҡунаҡтар йыйылып бөттө. Буш ҡул менән килмәгәндәр. Китап, фломастер, шашка бүләк иттеләр, теләктәр теләнеләр.
– Әсәйең кеүек шиғырҙар яҙ!
– Әҙиә Ситдиҡова кеүек һүрәттәр төшөр!
– Тамара Танһыҡҡужина кеүек чемпион бул!
Атаһы менән әсәһенең ҡулынан телефон алғас, Нәркәс үрле-ҡырлы һикерҙе. Уларҙы алмаш-тилмәш ҡосаҡлап, рәхмәтен белдергәс, үҙе лә һиҙмәҫтән бейергә төштө. Балалар баҡсаһында өйрәнгән «Күбәләк»те башҡарҙы. Атаһының ҡурайына бейегәс, бигерәк шәп килеп сыҡты.
Ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәгән Нәркәс өйҙәгеләрҙе һорауҙар менән күмеп ташланы.
– Атай, бәләкәй саҡта һинең телефоның бар инеме?
– Юҡ ине, – тине атаһы. – Һеҙҙең һымаҡ компьютерға текәлеп ултырманыҡ, малайҙар менән сәкән һуҡтыҡ, хоккей уйнаныҡ.
– Телефонығыҙ булмағас, бер-берегеҙҙе нисек саҡырҙығыҙ һуң?
Атаһының һүҙҙәре Нәркәсте ышандырманы, олатаһына өндәште:
– Олатай, ә һиңә ҡасан телефон бүләк иттеләр?
– Бүләк, тиһең, ҡыҙым... – Олатаһы көрһөндө. – Ауылыбыҙҙа ике-өс кенә телефон бар ине. Улары ла силсәүиттә, колхоз идараһында, почтала. Берәй ергә шылтыратырға кәрәк булһа, шунда йөрөнөк.
– Ә телевизорығыҙ аҡлы-ҡаралымы әллә төҫлө инеме?
– Телевизорыбыҙ ҙа булманы. Уны иң тәүҙә Саматтар алды. Алдынғы комбайнер ине. Әллә райондан, әллә Өфөнән алып ҡайттылар. Йыйылыштарға йыш йөрөнө.
– Телевизорҙан башҡортса концерт йә спектакль күрһәткәндәрен ишетеп ҡалһаҡ, уларға йыйыла торғайныҡ. – Һүҙгә өләсәһе ҡушылды. – Ҡайһы берҙә өйҙәрендә аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалмай ине.
Өләсәһен иғтибар менән тыңлаған Нәркәс бер аҙ уйланып торғас:
– Ә һин батшаны күрҙеңме? – тип һораны.
Ҡунаҡтар күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө.
– Беҙ бәләкәй саҡта әсәйҙәр һинең кеүек белдем баштарға, унды бөтөп тыуған, ти торғайны, – тине өләсәһе. – Хәҙерге балалар юғары белем менән тыуа икән. Белмәгәне юҡ, ноҡ заманындағы батшаһын да ҡалдырманы.
Әсәһе табынға саҡырҙы. Өҫтәл уртаһында биш май шәме ҡаҙалған торт тора ине.