+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Февраль 2021, 13:20

"Күңел һаман да йәш әле"

Беҙҙең «Йәншишмә» гәзитенең алыштырғыһыҙ яуаплы сәркәтибе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Юлдаш Хәйҙәр улы ӘХТӘМОВ үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны күркәм байрамы менән тәбрикләп, тормош юлын барланыҡ.

Бала сағы,

мәктәп йылдары

Өйөбөҙгә «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитен алдыра инек. Хатта һәр һанын көтөп алып, төпләмгә тегеп барҙым. Биге­рәк тә Юрий Чувилиндың һүрәттәре оҡшай торғайны. Бер тап­ҡыр үҙем дә рәсемемде ебәргәс, үҙенән хат килеп төшмәһенме! «Юлдаш ҡустым, һүрәтеңде баҫтыра алмайбыҙ. Шулай ҙа күңелеңде төшөрмә, уңышлы эштәреңде ебәреп тор», – тип яҙыл­һа ла, ҡыуанысымдан уны мәктәпкә алып барып күрһәтеп йөрөүем хәтерҙә ҡалған.

Буш ваҡыттарҙа балыҡ ҡармаҡларға яраттым. Ул мауығыуым әле лә бар. Техника ла ҡыҙыҡһындырҙы. Ябай велосипедҡа мотор ҡуйып, мопед яһағайныҡ. Боҙолһа, үҙебеҙ йүнәтә торғайныҡ.


Күңелле студент йылдары
Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, баш ҡалалағы 2-се педагогия училищеһының һынлы сәнғәт-графика бүлегенә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәренә документтарымды тап­шыр­ҙым. Мәктәптә урыҫ теленән яҡшы уҡығас, диктантты ла һәйбәт яҙҙым. Һүрәт буйынса натюрморт эшләнек. Имтихандарҙы шулай уңышлы тапшырып, студент булып киттем. Уҡыу йортоноң ятағы булмағас, фатирҙарҙа йәшәргә тура килде. Икенсе курста фронтовик-яҙыу­сы Нур Ғәлимовтарҙа торҙом. Ул «Һәнәк» журналында эшләй ине. Әрме сафынан ҡайтҡас, Хәлил ағайым да уның менән танышып, дуҫлашып, хатта ошо редакцияға эшкә лә урынлашып ҡуйҙы. Ул да әрмегә тиклем мин уҡып йөрөгән училищены тамамлағайны. «Һәнәк» журналында һүрәттәре лә сыҡҡылағайны. Бынан һуң матбуғат йортона юлым тағы ла йышай­ҙы. Журналға карикатураларымды ла бирә башланым. Әҙме-күпме гонорары ла сыға ине. Унан өсөнсө курста саҡта ятаҡ биргәстәр, шунда күсеп сығып киттем.

Уҡыған йылдарҙа студенттар­ҙы Өфө районы Чернолес ауылындағы тәжрибә хужалығына эшкә йөрөтә торғайнылар. Беҙҙе, дүрт егетте, витаминлы он агрегатында эшләргә ебә­р­ҙеләр. Бер көндө үлән онон күп тарттырып, норманы ике ярым тапҡырға арттырып үтәгәнбеҙ. Хатта «Ленинсы» (хәҙерге «Йәшлек») гәзитенән хәбәрселәр килеп, фотохәбәрсе Рауил Гәрәев фотоға төшөрөп, гәзиттә баҫтырып сығарҙылар.


Әрме сафында


«Йәншишмә»лә үткән ғүмер
Училищены тамамлап, мәғариф бүлегенә ҡайтҡайным, мәктәптәрҙә эш юҡ, тинеләр. Өфөгә сығып китеп, телевидениеға декоратор булып эшкә урынлаштым. Тик бында оҙаҡҡа ҡалырға тура килмәне, «Башҡорт­остан пионеры» гәзитенән Марс Әхмәтшин саҡырып: «Һин ре­дакцияға кил, беҙгә рәссам кәрәк», – тине. Был осорҙа, 1980 йылда, Сафуан ағай Әлибаев баш мөхәррир ине. Ул мине рәссам-ретушлаусы итеп эшкә алды. Полиграфия нескәлектәренә өйрәндем. Күп тә үтмәй, 1981 йылдың майында, әрме сафына алдылар. Унан йөрөп ҡайт­ҡас та эшемде дауам иттем.

Сафуан Әлибаев, Рәмил Йәнбәк, Әлфинур Вахитова, Марс Әх­мәтшин, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Хәсән Назар, Барый Но­ғоманов, Йомабикә Ильясова, Аҫылғужа Баһуманов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Салауат Кәримов, Ғәбиҙулла Зариповтар менән бер коллективта эшләү бәхете тейҙе. Йәш хәбәрселәр слёттарын үткәреү, гәзиттең юбилейҙарын билдәләү, коллектив менән тәбиғәткә сығыу­ҙар – барыһы ла хәтерҙә һаҡлана.

Ҡасандыр Йәркәй ағай Яҡшыдәүләтов: «Беләһегеҙме, сит илдәрҙә гәзитте компьютерҙа ғына эшләйҙәр икән. Материал һыймай торһа, бер төймәгә баҫыу менән «шып» итеп урынына ултыра ла ҡуя икән», – тигәйне. Ышанмағайныҡ. Хәҙер ҡурғаштан йыйылған юлдарҙан тешәүес, сүкеш менән клишелар ҡырҡып гәзит сығарыу хәтирә генә булып ҡалды. Компьютер­ҙар ярҙамға килгәс, эш күпкә еңеләйҙе, гәзитте биҙәргә, матурларға бик күп мөмкинлектәр асылды.

Инде хәҙер редакцияла эшләүемә ҡырҡ бер йыл тула. Балалар матбуғатына хеҙмәт иткәнгәме икән, күңел һаман да йәш булып ҡала. Ғөмүмән, эшем менән бик ҡәнәғәтмен. Тормошомдо башҡасараҡ күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА яҙып алды.
Читайте нас: