Атайҙар, атайҙар, атайҙар.
Көтәбеҙ һағынып ҡайтҡанды,
Атайҙар, атайҙар, атайҙар...
Һаҡлайҙар, данлайҙар Ватанды.
Сабыйҙар көтһөндәр атайҙы,
Көтһөндәр тик эштән ҡайтҡанды!
Атайҙар, атайҙар, атайҙар...
Гел алда, гел алда атлайҙар.
Яҙ ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Бер шаулашып боҙҙар китеүе,
Ҡарҙы тишеп наҙҙар көтөүе.
Йәй ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Салғының бер сыңлап ҡалыуы,
Үҙәк өҙөп кәкүк саҡырғанда
Йәшендәрҙең сыртлап алыуы.
Көҙ ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Бер йәшкәҙәп көндөң йонсоуы,
Сыңғырашып ҡоштар киткән саҡта
Урын тапмай, япраҡ осоуы.
Ҡыш ғүмере... үтә оҙон икән:
Боҙ аҫтында – өнһөҙ ағын һыу,
Ҡыҫҡа көндәр – оҙон, күңелдәрҙә
Беҙ Иҙелдең көмөш һыуын эскән
Урал тигән илдә үҫкәнбеҙ;
Әсәйҙәрҙең матурлығы күскән,
Атайҙарҙың батырлығы күскән
Егеттәр һәм ҡыҙҙар икәнбеҙ,
Урал тигән илдә үҫкәнбеҙ.
Үҙ ҡулыбыҙ менән ерҙә күптән
Бәхет табыр саҡҡа еткәнбеҙ;
Әсәйҙәрҙең матурлығы күскән,
Атайҙарҙың батырлығы күскән
Егеттәр һәм ҡыҙҙар икәнбеҙ,
Бәхет табыр саҡҡа еткәнбеҙ.
Заман йөгө беҙҙең иңгә төшкән,
Ил яҙмышын яҙмыш иткәнбеҙ,
Әсәйҙәрҙең матурлығы күскән,
Атайҙарҙың батырлығы күскән
Егеттәр һәм ҡыҙҙар икәнбеҙ,
Урал тигән илдә үҫкәнбеҙ.
Алыш бармы, биреш бармы? –
Йөрәктәрҙә ғәйрәт ҡайнай,
Алыш бармы, биреш бармы? –
Йә сыҡ майҙан уртаһына! –
Һеҙҙең менән мин теремек,
Һеҙҙән башҡа юлдар уңмаҫ,
Һеҙ юҡта, мин – йәйәһеҙ уҡ,
Мин ҡулыма ҡәләм алдым...
Шытһын унан һүҙем – бөрө.
Мин ҡулыма алдым ҡәләм...
Тамырҙарҙа шишмә тиртһен;
Леп-леп итеп йөрәк типһен.