+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Июнь 2021, 12:00

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә апай Кәримоваға 70 йәшлек юбилейы айҡанлы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

“Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Оҙаҡ йылдар Башҡортостанда Мостай ағайҙың бай әҙәби мираҫын һаҡлауға, йәштәр араһында уның ижадын популярлаштырыуға, йәмғиәттә китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һүнмәҫ дәрт һәм изгелектәр теләбеҙ”, — тине республика Башлығы үҙенең ҡотлауында.
Читайте нас: