Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуған ул. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ сәхнәлә сығыш яһай башлай. V синыфта беренсе гармунын ҡулына ала һәм бөгөн дә унан айырылмай.
Мәктәптән һуң тыуған ауылының мәҙәниәт усағына эш башлай. 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрҙар бүлегенә уҡырға инә. 1991 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына урынлаша. 2022 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.
Юнир Шәкүр улы Фәрит Богдановтың «Иректәге тотҡонлоҡ» спектаклендәге Хасбулат ролен үҙенең тәүге эше тип һанай. Наил Ғәйетбайҙың «Юлдар ярҙа өҙөлә»,«Аҡмулланың аҡ төндәре», Зәйнәб Биишеваның «Тылсымлы ҡурай», Тамара Ғәниеваның «Тамарис», Рәлиф Кинйәбаевтың «Эх, Байтимер дуҫ», Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас», Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый», Флорид Бүләковтың «Ташутғай», Таңсулпан Ғарипованың «Бәхеткә ҡасҡандар», Рәмил Ҡолдәүләттең «Тышаулы өйөр» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә (70-тән ашыу) образдар тыуҙырған ул.
Һөйөклө ҡатыны Фәүнә Мәснәүи ҡыҙы менән Лилиә исемле ҡыҙ һәм Ғәзинур исемле ул тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткәндәр.
Әйткәндәй, 7 апрель Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт йортонда Юнир Ғәйнуллиндың бенефисы була. Салауат Әбүзәрҙең «Хазина» спектакле ҡуйыласаҡ. Унда Юнир Шәкүр улы Аллабирҙе ҡарт ролен башҡара. (+12)
Юнир ағайға ижад донъяһында тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә артылып, тамашасыларҙы һөйөндөрөп, бәхеттә, сәләмәтлектә ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Фото: vk.com