0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
25 Июнь 2023, 09:00

Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл

Хәйбуллала ғына түгел, Башҡортостанда ла та­нылған, бик күп күренекле шәхестәр тәрбиәләнгән Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен­дә­ге Әбеш урта мәктәбе 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл

Уны ошо ваҡыт эсендә 2 мең 500-гә яҡын уҡыусы тамамлай. Был бай тарихлы белем усағы билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Фәтих Ҡаҙаҡбаев, Артур Сурин, Данир Үзбәков, Сәйет Сәйфуллин, академик, техник фәндәр докторы Илшат Әбделмәнов, данлыҡлы йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, халыҡ рәссамы Дамир Ишемғолов, сәсәниә, фольклорсы Асия Ғәйнуллина, йырсы, ҡурайсы Илдар Юнысов һәм башҡа бик күп уҡыусылары менән ғорурлана ала.
Бөгөн дә һынатмай әбештәр. Мәктәп юбилейын яҡшы кәйеф менән ҡаршыланылар. Уҡыусылар ҙа, уҡытыу­сылар ҙа төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора.
Улар байрамға ныҡлы әҙер­ләнгәйне. Тау башында бал­ҡып ултырған белем усағы тағы ла йәмләнеп киткәндәй тойолдо. Тантанаға олоһо ла, кесеһе лә килеп еткәйне.
– Әбеш ере күптән шул тиклем халыҡтың йыйылғанын күргәне юҡ ине, – ти ауыл хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов. – Мәктәптең етмеш йыллыҡ юбилейын көтөп алғандар, шуға ла ашҡынып ҡайтҡандар.
Эйе, шулай инде. Һағындыра бит тыуған яҡ, туған мәктәп, яратҡан уҡытыусылар, синыфташтар.
Байрам ҡунаҡтарҙы мәктәп, тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырыу­ҙан башланды. Күптәр синыф бүлмәләрен дә ҡарап сыҡты. Парталарға ултырып, бала саҡтарын, мәктәп йылдарын, уҡытыусыларын иҫкә алыу­сылар ҙа булғандыр әле.
Байрамдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө Әбеш менән Вәзәм ауылдары араһындағы матур тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Ундағы сәхнә түренә йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар, һүҙ оҫталары сыҡты. Әлбиттә, был көндө ҡотлауҙар ҙа күп булды.
Тантанаға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та килгәйне. Ул мәктәпте юбилейы менән ҡотлап, маҡтауға лайыҡ уҡытыусыларға Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Район мә­ғариф идаралығы ла, Әбеш ауыл хакимиәте лә бүләктәр әҙерләгәйне. Беҙҙең «Йәншишмә» редакцияһы ла буш ҡул менән килмәгәйне. Мәктәптең уҡытыусылары Әминә Сәлихйән ҡыҙы Юнысоваға, Алһыу Тәлғәт ҡыҙы Аҡъ­юловаға һәм Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы Ҡырғыҙбаеваға гә­зи­тебеҙ менән дуҫ булғандары, уны таратыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн үҙебеҙҙең По­чёт грамотаһын тапшыр­ҙыҡ.
Бер майҙанда йыр-моң ағылһа, ә яҡындағы аҡланда һабантуйҙың сәмле ярыштары ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Байрам матур уҙҙы.
– Бала сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты мәктәптең 1973 йыл­ғы сығарылыш уҡыусыһы Вәлит Хәмит улы Мөхәмәтов. – Үҙем Өфөлә йәшәйем. Синыфташтар менән осраштыҡ. Мәктәпте тамамлауыбыҙға 50 йыл тулды бит. Уҡытыусыларыбыҙ Фазыл­йән ағай Суринды, Маһинур апай Ибраһимованы күреп ҡыуандыҡ.
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Осрашыу ныҡ оҡ­шаны. Мин дә бит Әбеш мәктәбендә уҡыным. Бының менән ғорурланам. Шул саҡтар гел генә иҫкә төшә. Синыф етәксебеҙ Инга апай Илембәтова, Солтан ағай Байгилдин, Фазылйән ағай Сурин, Сәлим ағай Ишемғоловтар­ҙың дәрестәрен һағынам.
Был матур байрамды ойош­торғандары өсөн Әбеш мәктәбе етәкселегенә, уҡытыу­сыларына һәм ауыл хакимиә­те башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысовҡа ҙур рәхмәт!
Мәктәбемдең бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө булһын!

 

Тарих биттәренән

*1915 йылда асылған мәҙрәсә Әбеш ауылында тәүге белем усағы була. Ул бер бүлмәле бәләкәй генә өйҙән торған һәм ата-әсәләр йортто йылытыуҙы үҙҙәре хәстәрләгән. Балалар иҙәндә ултырып уҡыр булған. Ҡыҙҙарҙы – абыс­тай, ә малайҙарҙы мулла уҡытҡан.
*Тәүге мәктәп 1923 йылда асыла, беренсе уҡытыусы Ниғмәтйән Күскилдин була. Шулай уҡ Ырымбурҙа Каруан­һарайҙа уҡып ҡайтҡан Зәйнетдин Үзбәков, Әбделмән Рәшитовтар белем бирә башлай.
*1931 – 1932 уҡыу йылында Фәхри Зәйнәғәбдинов мөдир итеп тәғәйенләнә.
*1936 йылда башланғыс мәктәп бинаһында ете йыллыҡ мәктәп асыла. Хисам Юваҡаев директор итеп ҡуйыла.
*1939 йылдан башлап уҡытыу кириллица графикаһына нигеҙләнгән алфавитҡа күсерелә. Ошо осор күренекле яугир шағир Төхфәт Моратов тормош иптәше Хәҙисә Арыҫланова менән Әбеш мәктәбендә эш башлай.
*1936 – 1945 йылдарҙа мәктәпте Ғәзиз Ғафаров, Фәтҡулла Йәтимов, Ибраһим Асылов, Искәндәр Миңлешев, Ғәйнислам Үзбәковтар етәкләй.
*1945 йылда Сиражетдин Ишемғолов директор итеп тәғәйенләнә. Ҡатыны Мәфрүзә Дәүләтшина менән хаҡлы ялға сыҡҡансы ғүмерҙәрен балаларҙы уҡытыуға бағышлайҙар.
*1953 йылда ете йыллыҡ мәктәп урта мәктәпкә әйләнә. Директоры – Әнәс Мирғәлиев. Унда Аҡъюл ауылы советынан, күрше Ейәнсура районынан һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районынан да балалар белем ала.
*1954 – 1955 йылдарҙа белем усағы юғары белемле уҡытыусылар – Флүрә Аралбаева, Алһыу һәм Солтан Байгилдиндар менән тулылана. Замана ауырлыҡтарына ҡарамай, йәш коллектив уҡытыу-тәрбиә эшен уңышлы алып бара.
*1956 йылда мәктәптән тәүге тап­ҡыр 16 ҡыҙ һәм егет урта белем алыу тураһында аттестат алып сыға.
*1956 – 1958 йылдарҙа мәктәптә – Ғәзиз Шафиҡов, ә 1958 – 1977 йылдар­ҙа Сиражетдин Ишемғолов директор була.
*Шул йылдарҙа Ғ. Ш. Үзбәков, В. Х. Иб­раһимов, Ф. Ҡ. Аралбаева, С. И. Байгилдин, А. А. Байгилдина, Ә. И. Лоҡ­манова, Ш. К. Ҡыҙрасов, С. Н. Ишемғолов, Ә. З. Ибраһимов, Г. М. Байназарова, Р. М. Рәхимғолова балаларға белем бирә.
*1977 йылда мәктәп директоры итеп Фазылйән Сурин ҡуйыла. Ул белем усағына 28 йыл етәкселек итә. Фазылйән Айса улының тырышлығы, хәстәрлеге менән ауылда өс ҡатлы за­манса йыһазландырылған мәктәп бинаһы һәм ике ҡатлы интернат ҡалҡып сыға.
*Фазылйән Суриндан һуң директор вазифаһын төрлө йылдарҙа Таһир Юнысов, Фәрит Юнысов, Илмир Хунафин, Радмир Ниғмәтуллиндар башҡара.
*Бөгөн иһә мәктәпте Гөлнара Мөхәмәтйәрова етәкләй. Коллектив киләсәккә матур пландар ҡороп, дәртләнеп эшләй.

Мирсәйет ЮНЫСОВ.
Хәйбулла районы.

Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Әбеш мәктәбенә – етмеш йыл
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: