33 йәштә донъяға танылған
Вьетнамдың баш ҡалаһы Ханой. Илселек магазины. Барып ингәс тә беҙҙе теҙелгән кәштәләр ҡаршыланы. Үҙебеҙҙең илдә таба алмаған кәрәкле баҫмалар юҡмы икән, тип ҡарарға тотондом. Шул саҡ алыҫ тыуған яғымдың сәләме булып таныш исем-фамилия күҙгә салынды. Бәй, Башҡортостан шағирәһе Гөлфиә Юнысованың «Дома улыбаются» тигән китабы лабаһа! Яҡын туғанымды осратҡандай, ҡосаҡлап алдым! Шул уҡ ваҡытта аптыраным да: нисек килеп эләккән һуң ул бында? Ғәжәп! Мәскәүҙәге «Детгиз» нәшриәтендә сыҡҡан икән дә.
...Был ваҡиға 1981 йылда булды. 42 йыл ваҡыт үткән. Шағирәгә ул саҡта 33 йәш (Ғайса пәйғәмбәр йәше) булған. Шул саҡта уҡ Гөлфиә Юнысова донъя кимәлендә танылған! Ә теге «Дома улыбаются» тигән китапты һатып алыуҙан мине бер нәмә генә тыйып торҙо: тыуған илдәренән алыҫта йәшәгән, үҙ туған телдәрендә сикләнгән кимәлдә аралашҡан кескәй ватандаштарыбыҙҙы урыҫ телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡыуҙан мәхрүм иткем килмәне.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева үҙенең 75 йәшлек юбилейын мул ижади уңыштар, юғары исемдәр һәм баһалар менән ҡаршылай. Ул – 40-тан ашыу китап, 500-ләп йыр тексы авторы. Ошо көндәрҙә генә донъя күргән йыйынтыҡтары «Рәхмәт, яҙмыш!», «Илһамлы яҙмыш!» тип атала. Илһамлы яҙмышына рәхмәт әйтерлеге бар шул әҙибәнең.
Бүләктәре тылсымлы көскә эйә
Гөлфиә Юнысова 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында Хөмәйрә Сафа ҡыҙы менән Аҙнағол Миңлеғол улы Юнысовтарҙың 7 балалы ғаиләһендә тәүге сабый булып донъяға килә.
10 айлыҡ сағында ғына атаһының бер туған ҡустыһы Кинйәбулат ағаһының үҙе эшләгән скрипкаһы көйҙәренә бейергә була, талпынып-талпынып торған да әсәһенең ҡулынан төшөп, атлап та киткән.
Бәләкәйҙән бейергә әүәҫ. Ауылдаштар ҡыш буйына бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышҡанда мотлаҡ кескәй Гөлфиәне бейетеп, кәнфит, аҡса бирәләр. «Эшләп алған» аҡсаһына күрше ҡыҙҙары менән магазиндан тәм-том алып ашайҙар. Ошондай йомартлығы ғүмер буйына килә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының. Яҡындарының, туғандарының, дуҫтарының, йәш әҙәбиәтселәрҙең береһен дә ҡалдырмай, тормоштарындағы иҫтәлекле көндәре, байрамдар менән ҡотлап, бүләктәр тарата. Уның сумкаһында һәр ваҡыт тәмле күстәнәстәр йөрөй. Юлда тап булған таныштарына, хатта осраҡлы кешеләргә лә уның бүләктәре насип була. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре алғанда ҡыуаныс кисерһә, Гөлфиә апай бүтәндәргә биреп шатлана. Уның бүләктәре лә ябай ғына түгел шул: кешеләргә бәхет, уңыш килтерә. Ошоно белгәндәр хатта Гөлфиә апайҙан махсус рәүештә балаларына, үҙҙәренә берәй әйберҙе һорап ала. Тик шағирәнең тылсымлы ҡулынан ғына булһын. Тимәк, уңыш та киләсәк, бәхет тә йылмаясаҡ. Йомарт кешеләрҙең бүләге генә шулай ҡәҙерле һәм ғүмерле була ул. Әйткәндәй, шағирә әле лә бейергә ярата. Дәртле көй ишетеү менән, осорға әҙерләнгән ҡош һымаҡ, ҡулдарын йәйеп өйрөлә башлай.
Ауылдаштары Гөлфиә апайҙы юллыҡлы бала тип хәтерләй. Берәйһе эш буйынсамы, дауаханағамы район үҙәгенә йә баш ҡалаға юлланыр булһа: «Хөмәйрә апай, ҡыҙыңды юлға сығар әле, зинһар!» – тип мөрәжәғәт итә. Йоҡлап ятҡан балаһын таң менән уятырға йәлләһә лә, әсә кеше ауыл халҡының үтенесен, ышанысын кире ҡаҡмаҫ өсөн ҡыҙын торғоҙоп ебәрә. «Юллыҡлы бала, ул осраһа, эшебеҙ мотлаҡ уңа», – тип ҡыуанған ауылдаштары аҙаҡ шатлыҡтарынан бәләкәс ҡыҙға күстәнәс-бүләктәр алып ҡайта.
Хәҙер Гөлфиә апай үҙе бүтәндәргә бүләктәр тарата, йыр-моң һөйөүселәргә шиғри һүҙҙәре менән ихлас күңелдән юлдарын яҡтырта.
Депутат ҡаһарманлығы
Айырым кешеләргә генә түгел, ә тотош республикаға шундай ҙур бүләк-ярҙам эшләгән бүтән берәй шағир йә депутатты Башҡортостан халҡы әйтә алырмы икән?!
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булған сағында яҙғы ташҡында һыу баҫыуҙан ҙур зыян күргән Башҡортостандың ҡаза кисергән күп кенә район, ҡала халҡына ярҙам күрһәтеүҙе һорап, халыҡ депутаттары алдында тулҡынланып сығыш яһай. Һөҙөмтәлә, республикабыҙға 91 йөк машинаһы, 20 автобус, 32 бульдозер, 20 экскаватор, 13 үҙбушатҡыс, 10 трактор, 26 мең кубометр ағас, 10 квадрат метр ағас йорттар комплекты, 7 мең 300 тонна ҡорос, 1086 тонна торба, 60 мең тонна цемент, 1 мең тонна автомобиль бензины, 1 мең тонна дизель яғыулығы, сантехника һәм башҡа кәрәк-яраҡ, кейем-һалым ебәрелә. Быларҙан тыш, республика ҡаҙнаһына ташҡындан күрелгән зыяндың эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн 200 миллион һум аҡса бүленә һәм 350 миллион һум бурыс түләүҙән азат ителә.
Республика өсөн янып-көйгән депутаттың рухи ҡаһарманлығы ниндәй баһаларға тиң икән?!
Шағирә лә, журналист та
Шәхес булараҡ ҡына түгел, ижадта ла ҡаһарман шағирә ул Гөлфиә Юнысова. Шиғырҙары Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙең төрлө нәшриәттәрендә баҫылған, 25 телгә тәржемә ителгән. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта уҡ ике китабын сығарған Гөлфиә Юнысова – бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районының, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданины, Рәсәй һәм Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы комитетының миҙалдары менән бүләкләнгән. Һәр төрлө ойошмаларҙың Почёт грамоталарын һанап бөтөрлөк түгел. Гөлфиә Юнысованың исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән.
Себенле мәктәбенең V синыфында уҡыған Гөлфиәнең тәүге шиғыры «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә баҫыла. Бер йылдан һуң яҙған «Таң» исемле шиғырындағы «Әйтерһең дә, ҡояш сығышына ҡыҙыл байраҡ ҡаҙап ҡуйылған» тигән юлдары менән ул үҙен шағир итеп кенә түгел, ә сәйәсмән итеп тә күрһәтә. Ниндәй образ! Ниндәй күрәҙәлек!
Гөлфиә Юнысова күренекле шағирә генә түгел, ә оҫта журналист та. Ижад юлын «Пионер» (хәҙергә «Аманат») журналында хәбәрсе булып башлағандан һуң. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ҡәләмен нығытҡас, уны «Башҡортостан ҡыҙы» журналына мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр. Ә үҙенә ул саҡта 30 йәш тә тулмаған була. Был вазифала 21 йыл эшләй. Ошонда шағирәнең ойоштороу һәләте тағы ла нығыраҡ асыла. Ғаиләлә ете туғанына апай булараҡ хәстәрлек күреп өйрәнгән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы республика ҡатын-ҡыҙҙарының проблемаларын ҡыйыу күтәреп сыға. Райондарҙа журнал исеменән ҙур саралар ойоштора. Төрлө һөнәр эйәләре, үҙ эштәренең оҫталары менән осрашыуҙар киләсәктә әҙибәгә «Илһамлы яҙмыштар» исемле публицистик йыйынтығын сығарыуға дәртләндерә. Был әңгәмәләр бер генә түгел, ә өс китапҡа тупланған.
Йырҙары – ҡуш ҡанаты
Гөлфиә Юнысованың ижады хаҡында һөйләгәндә уның йырҙары тураһында ла әйтмәй китеү мөмкин түгел. Шағирәнең «Тәнәфес», «Һандуғас моңо», «Балаларға йөҙ йыр» китаптарына ноталары менән баҫтырылған йырҙарҙы балалар баҡсаларындағы кескәйҙәр ҙә, мәктәптәрҙәге башланғыс һәм өлкән синыф уҡыусылары ла яратып башҡара. Күренекле оло композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов, Шамил Ҡолбарисов, Абрар Ғабдрахманов, Наил Ғәлиев, Тәлғәт Шәрипов, Данил Хәсәншин, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Рәшит Йыһанов, Юлай Үҙәнбаев, улы Урал Иҙелбаев кеүек профессионалдарҙан тыш, Альбина Имаева, Ризван Хәким, Наил Шәймәрҙәнов, Илшат Сибәғәтуллин, Юлай Моратов, Мөфтәдин Ғиләжев, Роберт Тимербаев, Әлфиә Зиннурова, килене Дилара Иҙелбаева һымаҡ бик күп һәүәҫкәрҙәр уның шиғырҙарын көйгә һалған.
Гөлфиә апай булмышы менән бала күңелле, шуға ла бәләкәстәр өсөн шиғырҙар яҙыуы ғәжәп түгел. Ихлас ижад йырлап торғанға ла композиторҙар рәхәтләнеп көйгә һала.
Шағирәнең балалар шиғырҙарына һәм йырҙарына ныҡ әһәмиәт биреүенең тағы ла бер сәбәбе барҙыр. Беҙҙең бала саҡта бәләкәстәр өсөн йырҙар бөтөнләй булманы тиерлек. Юғиһә, кескәй ҡыҙ I синыфҡа уҡырға барғас, уҡытыусылары йыр дәресендә уҡыусыларынан йыр башҡарыуҙарын һорағас, Гөлфиә атаһынан ишеткән:
Күк йөҙөндә йөҙөп йөрөгән
Ай түгел, ураҡ бит ул.
Уратып-уратып уйлай,
Йәш ғүмер дурак бит ул,–
тигән йырҙы башҡарып тормаҫ ине. Уның ололарса йырын ишетеп, йәнәшә ултырған III синыф уҡыусылары йығылып ятып көлә. Бала хәтерендәге ошо ваҡиға, бәлки, киләсәктә кескәйҙәр өсөн йырҙар ижад итергә сәбәпсе лә булғандыр. Унан һуң ейәндәре Ирхан, Ынйыҡай, Зарина ла илһам бирмәй ҡалмағандыр.
Гөлфиә Юнысованың балалар шиғырҙары һәм йырҙары дәреслектәргә, синыфтан тыш уҡыу китаптарына индерелгән. Шағирәнең балалар ижады күптән инде донъя кимәлендәге Г. Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ!
Яҡташтары хөрмәте
Көҙ – уңыш йыйыу осоро. Ошо миҙгелдә тыуған ижадсыларға ла мул уңыш йылмая, күрәһең. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының юбилейын яҡташтары айырыуса хөрмәт менән билдәләй. Йәйҙең йәмле көндәрендә тыуған ауылы Һарышта күренекле шағирәгә арнап һабантуй үткәрҙеләр. Район китапханаһындағы осрашыу айырыуса иҫтәлекле була. Был белем һарайына шағирә Гөлфиә Юнысованың исеме бирелә. «Китаптарымды тапшырырға урын булды», – тип ҡыуана әҙибә. Раевкалағы үҙе уҡыған гимназиялағы пионерҙар дружинаһы ла шағирә исемендә хәҙер. 22 сентябрҙә райондарының Почётлы гражданы исемен йөрөткән Гөлфиә Юнысованың юбилейын ҙурлап үткәрергә әҙерләнәләр. Тыуған яҡҡа арнап яҙған шиғырҙарын туплап, китап итеп сығарырға ярҙам күрһәткәндәр.
Осрашыуҙар, кисәләр
Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы дүртенсе тапҡыр уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Һәр береһен төрлө темаға арнап, улар Гөлфиә Юнысованың күп яҡлы ижадын әҙәбиәт һөйөүселәргә еткерә. Октябрҙә Өфөлә уҙасаҡ ҙур тантаналы кисәгә шағирәнең шиғриәтен яратыусыларҙы саҡыралар.
...Бер осрашыу мәлендә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы: «Мин әле шиғыр яҙа ла башламаған һымаҡмын», – тигәйне. Был һүҙҙәрҙе 40-тан ашыу китап сығарған, әллә күпме баһа, дәрәжәләргә лайыҡ булған Башҡортостандың халыҡ шағиры әйтә! Берҙән, ғәжәләнерлек тә, икенсенән, уның тормош багажының байлығына һоҡланыуҙан аптырарға ла түгел. Әле уның киләсәктә яҙыласаҡ китаптарының исемдәре шулай булыр кеүек: «Бала саҡ хикәйәләре», «Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар», «Мөхәррир яҙмалары», «Яҙмышым һуҡмаҡтары» һәм башҡалар. Тимәк, алдағы йылдарҙа ла Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың тағы ла әллә күпме китаптары көтә уҡыусыларҙы. Хоҙай уға ғүмер һәм һаулыҡ ҡына бирһен. Ижад ҡанаттары талмаһын, әле лә төҫлө төштәрендә ҡош булып осҡан Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына артабан да ҡанатлы яҙмыш юлдаш булһын!
Шәхестәр ғаиләһе
55 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләйәсәк Иҙелбаевтар ғаиләһе. Тормош иптәше, күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, яҙыусы Мирас Хәмзә улы менән билдәле шәхестәр, улдары, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, журналист Артур һәм талантлы композитор Уралды лайыҡлы тәрбиәләп үҫтереп, өс ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, хәҙер инде бүләләрен дә күреү ҡыуанысын кисергән улар. Шәхестәр ғаиләһенә яңынан-яңы ижади осоштар насип булһын.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Әсәйемде йоҡлатам
Әсәкәйем бөгөн эштән
Арып ҡайтты.
Шуға ла ул йоҡларға ла
Иртә ятты.
Өшөмәһен әсәкәйем –
Юрған ябам.
Баш аҫтына тағы ла бер
Мендәр һалам.
Эшем бөткәс, карауаты
Тирәһендә
Ултырам да әсәйемдең
Эргәһенә,
Йоҡлатамын бишек йыры
Йырлап ҡына.
Ә әсәйем йылмая ла
Күҙен йома.
Ҡурсағым
Минең дә бар ҡурсағым,
Шаяным, уйынсағым.
Йоҡла, тиһәм, йоҡлай ул,
Һәр саҡ мине тыңлай ул.
Көнө буйы арымай,
Һис нәмәгә ҡарамай,
Уйнай инек күберәк –
Кескәй инек бигерәк.
Мин инде үҫеп киләм,
Шиғырҙар һөйләй беләм,
Ҡустымды ҡарай алам,
Ҡурсағым үҫмәй һаман.
Көнбағыш
Ҡояш артынан күҙәтеү –
Көнбағыштың бар эше.
Сәскәһе һары булһа ла,
Ҡара тышлы емеше.
Аҡбай
Бер дуҫым бар, көнөн-төнөн
Өй алдын һаҡлай.
Кем, тип һораһағыҙ әгәр,
Исеме – Аҡбай.
Һөт тә эсерәбеҙ уға,
Бирәбеҙ аш та.
Бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ,
Бесәйҙән башҡа.
– Һаумы, Аҡбай, – тигән булам,
Ул мине белә.
– Һау, һау, – тип өрөп, эргәмә
Йүгереп килә.
Төҫлө донъя
Яҡтырт, ҡояш, тирә-яҡты,
Нурҙарыңды һип әле.
Бар донъяға йәм биреүсе
Әлдә төҫтәр күп әле.
Ямғыр
Килде лә болот
Күк йөҙө тулып,
Ергә һибелде
Тамсылар булып.
Кемдер, дөбөрләп,
Күккә ут яҡты,
Яҡтыртып ҡапыл
Бар тирә-яҡты.
Асыулы ямғыр
Ҡоя ла ҡоя.
Тиҙ генә утты
Һүндереп ҡуя.
Турғай
Йылы яҡҡа китә көҙөн
Бик күп ҡоштар.
Турғайға ҡурҡыныс түгел
Һалҡын ҡыштар.