– Мирсәйет Ғүмәр улы, һеҙ бөтә ғүмерегеҙҙе «Йәншишмә»гә арнағанһығыҙ. 37 йыл буйы бер урында ғына эшләүе ялҡытманымы?
– Киреһенсә, Матбуғат йортона көн һайын дәртләнеп, ашҡынып киләм. «Йәншишмә»не, балалар гәзитен, һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Унда эшләү иң ҡыҙығы, иң күңеллеһе тип һанайым. Ябай хәбәрсе булып башлағайным, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын да башҡарҙым. Бер ҙә үкенмәйем.
– Редакцияға эшкә тәүге килгән көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме? Ул ҡасан булды?
– 1986 йылдың 4 авгусы. Ныҡ иҫтә был көн. Мине баш мөхәррир Рәмил Йәнбәк үҙе ҡаршы алды. Ул саҡта редакцияла Әлфинур Вәхитова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Флорида Иҫәнбаева, Зөбәржәт Миңлебаева, Диана Килдина, Юлдаш Әхтәмовтар эшләй ине. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Бигерәк тә бүлек мөдирем булған Зөһрә Сәлимйән ҡыҙына рәхмәтлемен. Рәмил Йәнбәк мәктәбен үтеү ҙә файҙаға булды. Талапсан, әммә ғәҙел ағай ине.
– Һеҙҙең күп уҡыусыларын илһамландырған, ижадҡа ҡанат ҡуйған данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамлауығыҙ билдәле. Ә үҙегеҙ ҡайһы яҡтан әле?
– Мин Хәйбулла районының төпкөл генә Төрткән, йәғни Бәләкәй Әбеш ауылында тыуғанмын. Күмәк балалы ғаиләлә үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Далха ағайым әрмелә һәләк булып ҡалды. Беҙ ҡайғылы хәбәрҙе алғанда ул өс ай ғына хеҙмәт итеп өлгөргәйне. Ҡалған етәүебеҙ иҫән-һаубыҙ. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнгәйне. Ә әсәйем һуғыш ваҡытында ауыл советында эшләгән, аҙаҡ ғүмере буйы һатыусы булды. Икеһе лә ауылдың хөрмәтле кешеләре ине.
Мин Өфөгә килгәнсе үҙебеҙҙең Төрткәндә – башланғыс, IV – VI синыфтарҙа Оло Әбештә белем алдым. Ул саҡтарҙы һағынып иҫкә төшөрәм. Ә Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла уҡыу мине төрлө яҡлап үҫтерҙе. Үҙемде ҡыйыуыраҡ тота башланым, әүҙемлегем дә артты. Унда миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте донъяһын яратҡан уҡытыусым Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы Абдуллина өр-яңынан асты. Дәрестәре иҫ киткес ҡыҙыҡлы үтә торғайны, әҙәбиәтте өйрәнгәндә ролдәрҙе бүлеп бирә лә спектакль ҡуя инек. Иншалар яҙырға яраттым.
– Ә матбуғатҡа килермен, тип уйлай инегеҙме?
– Ундай хыял булды. Миңә бигерәк тә спорт йүнәлеше оҡшай ине. Быға гимназиялағы физкультура уҡытыусым Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов сәбәпсе булғандыр. Спорт менән дә яратып шөғөлләндем.
Журналист һөнәрен һайларға Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда хәл иттем. Тәүге мәҡәләм «Ленинсы» (хәҙерге «Йәшлек») гәзитендә донъя күрҙе. Шунан башланды ла инде матбуғатҡа яҡынайыу. «Башҡортостан пионеры»на саҡырыуҙы бишенсе курс аҙағында алдым.
– Һеҙ уҡытыусы булып та эшләй ала инегеҙ. Әммә икенсе юлды һайлағанһығыҙ...
– Миңә уҡытыусы һөнәре лә оҡшай. Журналист булып китмәһәм, һис шикһеҙ, мәктәптә эшләр инем. Был йүнәлеш буйынса юҡҡа уҡыманым бит. Дипломым бар. Хәйер, мин мәктәптән ситтә лә түгелмен. Балалар гәзитендә эшләгәс, гел улар менән бергәмен. Мәктәп тормошонан, уҡыусылар донъяһынан айырылған юҡ. Журналист булараҡ, бөтә Башҡортостанды урап сыҡтым. Командировкала саҡта мәктәптәрҙе, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын күрмәйенсә ҡайтмайым. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә, аралашыуға бер ни ҙә етмәй. Эшебеҙҙә беҙ гел уҡытыусыларға таянабыҙ, уларҙың ярҙамына мохтажбыҙ.
– Китап уҡырға яратыуығыҙҙы беләбеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итер инегеҙ?
– Иң беренсе Мостай Кәримде. Балалар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын да уҡыһын ине. Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Бүләков, Фәрит Иҫәнғолов, Рәшит Солтангәрәев, Рәйес Ғабдрахманов, Наил Ғәйетбаев, Факил Мырҙаҡаевтарҙың балалар тормошон сағылдырған әҫәрҙәре бик мауыҡтырғыс. Йәшерәктәрҙән Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтовтарҙың яҙғандары үҙенсәлекле.
– Мирсәйет Ғүмәр улы, һеҙ бәхетле кешеме?
– Әлбиттә. Эштә лә, ғаиләлә лә. Редакцияла мин республика балалары өсөн гәзит сығарам. Күпме йәш хәбәрселәр – буласаҡ журналистар тәрбиәләйбеҙ. Бының менән ғорурланабыҙ. Беҙ бит хәбәрселәр генә түгел, шағирҙар, яҙыусылар ҙа үҫтерәбеҙ. Күптәренең тәүге ижад емештәре «Йәншишмә»лә баҫылып сыҡҡан. Хатта Мостай Кәримдеке лә.
Өйҙә мине, тәмле аштар әҙерләп, ҡатыным көтә. Зәлифә апайығыҙ менән татыу тормош ҡороуыбыҙға тиҙҙән 30 йыл була. Айҙар менән Рөстәм исемле ике ул үҫтерҙек, беҙҙе ҡыуандырып ҡына эшләп йөрөйҙәр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен татыйһы ҡалды, Алла бирһә.
– Яратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– «Киләсәк һинән башлана». Был һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына гәзитебеҙҙең девизы итеп алманыҡ. Беҙ һеҙҙең милли рухлы, илһөйәр, телһөйәр, сәләмәт тормош яҡлы, белемле, хеҙмәт һөйөүсән, аҡыллы булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ. «Йәншишмә»нән айырылмағыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Гәзиттең элекке йәш хәбәрсеһе Лилиә МӘҮЛИТОВА әңгәмәләште.