-7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
27 Октябрь 2023, 09:51

"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар"

"Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовты матур байрамы - 35 йәш тулыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уның менән интервьюны сайтта уҡығыҙ. 

"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар."
"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар."

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ: "Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар." 

Башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема менән килеп инде ул. Етем балалар яҙмышы, уларҙың балалар йортондағы тормошо барыһын да һиҫкәндерҙе. Ғөмүмән, һәр әҫәрендә эҙләнеүе, яңы алымдар ҡулланыуы менән төрлө быуындың яратҡан яҙыусыһы булып ҡала килә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен ижады аша төрки телле уҡыусыларға танытҡан, повестары сәхнәләштерелеп тамашасы һөйөүен яулаған Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов тураһында һүҙем. Ошо көндәрҙә ул матур юбилейы – 35 йәшен билдәләй.

– “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” повестарында һеҙҙең тормош юлығыҙҙағы ҡайһы бер мәлдәр сағылыш тапҡан. Биографияғыҙҙың ҡайһылыр өлөшө киләсәктә лә әҙәби әҫәр булараҡ яҙылырмы?

– Бөтә яҙыусылар ҙа тәүге әҫәрҙәрен үҙенең тормошонан ала. Кисергәндәрең, күргәндәрең һине ғүмерең буйы оҙата бара. Шуға ла, “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” повестарында минең тормошомдан алынған ҡайһы бер күренештәр һүрәтләнгән икән, ул – тәбиғи.

Ғөмүмән, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған башҡа әҫәрҙәр ҙә бар. Улар күҙәтеүҙәрем нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Беҙҙең йәмғиәттәге бер социаль ҡатлам балаларының әсе яҙмышын һүрәтләгән “Урам балалары”, йәш үҫмерҙең үҙ аллы ғәҙелһеҙлек менән көрәшеүен күрһәткән “Алдаҡсы”, ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы арҡаһында балаларын яҙмыш ҡосағына ташлауы, күп осраҡта бының фажиғәле тамамланыуы хаҡында әйтелгән “Ҡошҡа әйләнермен мин” әҫәрҙәрен дә һәр быуын уҡыусыһы йылы ҡабул итте. Һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндәмен. Күңелгә үтеп ингән ваҡиғалар осраһа, әлбиттә, улар ҙа киләсәктә хикәйә-повестар булараҡ донъя күрер. Уныһын ваҡыт күрһәтер.

– Һеҙ бер интервьюла: “Ҡалдырма, әсәй!”ҙә Ильясҡа атаһы бетеү ҡалдыра. Ә миңә атайым ысынында ҡайыш мираҫ итеп биргән”, - тип әйткәйнегеҙ.

– Ысынлап та, шулай. Әҙәбиәттә һәр элементҡа, хәрәкәткә мәғәнә һалынырға тейеш. Әйтәләр бит, әгәр ҙә, ваҡиғалар үҫешендә мылтыҡ тураһында һүҙ барһа, сиселештә ул мотлаҡ атасаҡ, тип. Ҡайыш образы ла әҙәбиәттә икенсе төрлөрәк күҙаллана. “Ҡалдырма, әсәй!”ҙә ниндәйҙер мәғәнә һалырға тырышып, күсәгилешлек ҡулланып, бетеү тип үҙгәрттем.

Ҡайыш образы “Әкиәтһеҙ бала саҡ” повесында ла сағылыш таба. Тормошта бер нимә лә эҙһеҙ үтмәүен күрһәтергә теләнем. Кире геройҙарҙың береһе уны хужаһынан урлай һәм шул ҡайышҡа һуңынан аҫылынып үлә.

– “Ҡалдырма, әсәй!” повесы менән танышҡан саҡта уҡыусы Ильяс менән бергә Зөлфирә өсөн дә борсола. Уның яҙмышы тураһында ла белге килә...

– Бөгөнгө көндә ул - һөйөклө ҡатын, ике малайға бәхетле әсәй. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәй.

– Һеҙҙе осрашыуҙарға йыш саҡыралар. Күңелегеҙҙә уйылып ҡалған иң иҫтәлеклеһе бармы?

– Ысынлап та, уҡыусыларым менән күп осрашырға тура килде. Хәҙер бик йөрөргә тырышмайым. Сөнки ваҡытты, көстө күп ала. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе иҫтә. Башҡа илдәрҙә, республикаларҙа ла күп йөрөнөм. Әммә үҙебеҙҙең халыҡ кеүек ихлас, эскерһеҙ кешеләр менән осрашыу миңә айырыуса яҡын.

– Бала саҡта кемдәрҙең әҫәрҙәрен уҡынығыҙ? Әҙәбиәттә кумирығыҙ бар инеме?

– Мостай Кәрим, Рәшит Солтангәрәев, төрки әҙәбиәттән Сыңғыҙ Айытматов, урыҫ әҙәбиәтенән Валентин Распутин әҫәрҙәрен йығылып ятып уҡый инем. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте менән даими танышып барам.

– Беренсе тапҡыр ташҡа баҫылған әҫәрҙәрегеҙҙе иҫләйһегеҙме?

– Алтынсыла уҡығанда “Аманат” журналында тәүге тапҡыр йәй тураһында шиғырым баҫылды. “Йәншишмә” гәзитенә мәҡәлә яҙҙым, ул да сыҡты. Белорет районында сыҡҡан “Урал” гәзитендә мәҡәләләрем йыш донъя күрҙе. Унда үҙ хәбәрсе ролендә лә үҙемде һынап ҡараным. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә үҙеңдең исемеңде күреү ҡанатландыра, тағы ла ҡулға ҡәләм алырға дәрт өҫтәй. Был йәһәттән үрҙә телгә алып киткән республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзит-журналдары милли кадрҙар үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

– Киләсәктә Аяздың мәҙәктәре кеүек әҫәр-йыйынтыҡ яҙыу уйығыҙҙа юҡмы?

– Бар. Улым тыуғас та көндәлек һымаҡ яҙып барырға ла уйлай инем. Ваҡыттың тығыҙ булыуы арҡаһында әлегә был эшкә ҡул етмәйерәк тора. Киләсәктә был уйымды мотлаҡ тормошҡа ашырырмын, тип уйлайым. Әлегә ул һөйләшергә, атларға өйрәнә. 

 – Йәштәр өсөн һеҙҙең тырышлыҡ менән төрлө әҙәби конкурстар йыш ойошторолоп тора. Ҡәләм тирбәткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә бындай саралар үткәрелерме икән?

– Кәрәктер, тип уйлайым. Яңыраҡ Рәсәй яҙыусылары составында Дағстан Республикаһына Рәсүл Ғамзатовтың йөҙ йыллыҡ юбилейына барып ҡайттым. Иң йәше мин инем. Күптәре алтмышты уҙған. Йәштәрҙә был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, һәләттәрен үҫтереү эше әүҙем барырға тейеш. Әҙәбиәт – ул милләттең киләсәген билдәләүсе күрһәткес тә. Бөгөн беҙ туған телендә һөйләшә, уҡый, фекерләй белгән быуын үҫтермәйбеҙ икән, башҡорт теленең киләсәге юҡ, тиергә лә була.

– Киләсәктә үҙен яҙыусы, шағир итеп күрергә теләгән гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар? 

– Күп уҡыһындар, эҙләнһендәр, күҙәтеүсән, ҡыйыу булһындар. Өлкәндәрҙән өйрәнһендәр, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалһындар. Шул ваҡытта оҫта сағыштырыуҙар, шәп фекерҙәр, уҡыусының төрлө яҡлап белемен арттырған, үҫтергән, тормошҡа ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ иткән әҫәрҙәр ижад ителер. Иң мөһиме - ихлас булһындар. Уҡыусы менән яҙыусыны күҙгә күренмәҫ ептәр менән тап ихласлыҡ төшөнсәләре бәйләй. Быны ла онотмаҫҡа кәрәк. Хыялыңа ҡыйыу аҙымдар менән  барғанда ғына ул тормошҡа аша.

Рәзинә УРМАНШИНА әңгәмәләште. 

"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар."
"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар."
"Ҡыйыу аҙымдар менән алға бар."
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: