-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Ноябрь 2023, 12:25

Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була

Быйыл башҡорт театр һәм кино актеры Әхтәм Абушахмановтың да юбилей йылы. 

Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була
Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була

Әхтәм Әхәт улы Башҡортсотан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм БАССР-ҙың халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев приемияһы лауреаты (1983).

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылдың 10 мартында Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған.

Талантлы үҙешмәкәр артист булараҡ, 1967 йылда өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә 2-се курсҡа уҡырға саҡырыла. 1970 йылда уны тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.

1989 йылдан алып Әхтәм Абушахманов республиканың Йәш тамашасылар театрында эшләй. Ошо уҡ театрҙа Ә. Дилмөхәмәтованың «Розамы мин әллә?» (1990), Наил Ғәйетбаевтың «Ҡурай моңо» (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Булат Рафиҡовтың «Париж башҡорто» (1994) спектаклдәрен ҡуя. Ә. Абушахманов — башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса бер нисә радиоспектакль режиссеры.

Кинофильмдарҙа Ҡайсар («Көмөш мөгөҙ Алатау» — «Серебряный рог Алатау», Ҡаҙаҡфильм, 1978), Һатлыҡ («Кинйә», Баштелефильм, 1988), Һиммәт («Һарығолаҡ», Баштелефильм, 1990) ролдәрен башҡара.

https://ba.wikipedia.org/wiki/ буйынса. 

 

Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була
Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була
Әхтәм Абушахмановтың юбилей кисәһе була
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: