Ысынлап та, үҙенсәлекле мәғариф учреждениеһы ул. Бында балаларға төплө белем алыу, уларҙы шәхес булараҡ үҫтереү өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырғандар. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы уҡыу йылын заманса төҙөкләндерелгән һәм йыһазландырылған бинала ҡаршылағандар. Лицейҙа республика район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән иң һәләтле балалар уҡый, тиһәк яңылышмаҫбыҙ. Сөнки уларҙы ҙур конкурс менән, йәғни үҙҙәре ойошторған олимпиада һөҙөмтәләре буйынса һайлап алалар. Был уҡыу йортона V синыфтан инергә мөмкин.
Республика инженер интернат-лицейы тиһәң, мотлаҡ ундағы йәш химиктарҙың уңыштары күҙ алдына баҫа. 2023 йылда әле XI синыфта уҡыған Вадим Харисов Өфөнө, Башҡортостанды донъя кимәлендә танытты: химия буйынса Швейцарияла үткән 55-се һәм Астанала ойошторолған халыҡ-ара олимпиадаларҙа алтын миҙалдар яуланы. Ильяс Моталов менән Данил Моталлапов иһә Үзбәкстанда үткән Әбү Райхан Беруни исемендәге бәйгелә III урынға лайыҡ булды. Программалаштырыу, стандартизация буйынса ла лицей уҡыусылары – халыҡ-ара кимәлдә призёр.
– VII синыфҡа «Орбита» олимпиадаһында ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтеп уҡырға алындым. Күптәрҙең остазы Айнур Ғүмәров химия фәненә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. VIII синыфта уҡығанда туғыҙынсылар менән республика олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булдым. Лицейыбыҙҙа ныҡлы белем алыр өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләһәң, яҡшы химик, физик булаһың. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы эшләй: беҙҙең менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары шөғөлләнә. Олимпиадалар, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләйҙәр, еңеүгә көслө ынтылыш тыуа. Шуға ла тырышабыҙ, сөнки еңеүсе йә призёр булһаң, шул йүнәлеш буйынса уҡырға конкурсһыҙ инеп була. Тәүге курста 50-70 мең һум стипендия түләнә. Был бик ылыҡтыра, – ти Республика Башлығы стипендиаты Ильяс Моталов. Әйткәндәй, бында һуңғы өс йылда 41 уҡыусы ошо стипендияға, 123-ө Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булған.
Лицей Өфө дәүләт нефть-техник университетының университет алды уҡыу йорто булып тора һәм үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. X синыфта һәр уҡыусы университет уҡытыусылары етәкселегендә проект эше яҙа һәм яҡлай. Шулай лицеистар студент тормошо менән алдан уҡ таныша башлай һәм күптәр артабан киләсәген ошо уҡыу йорто менән бәйләй ҙә.
Информатика йүнәлеше буйынса ла көслө уҡыусылар тәрбиәләнә. Быйыл был фән буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында XI синыфтан Карам Сөләймәнов абсолют еңеүсе булды. Туғыҙынсылар араһында Шамил Ғәбитов менән Ғәлим Фазлетдинов, унынсылар араһында Ленар Ғабдрахманов – I урында! Призёрҙар ҙа күп кенә икән. Ғөмүмән, лицеистар 18 фән буйынса республика олимпиадаларында ҡатнаша. Уҙған уҡыу йылында республика этабында 6 уҡыусы еңеүсе һәм 51-е призёр булған.
– Бында уҡыу, оҡшаған фән буйынса һәләтеңде үҫтереү өсөн мөмкинлектәр иҫ китмәле, һәр фән буйынса иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә. Ошонда уҡ “Яндекс академияһы лицейы»нда ла белемемде арттырам, – ти Шамил.
Республиканың «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге менән дә бәйләнеш булдырылған. Уҡыусыларҙы «Сириус» белем биреү үҙәгенә ебәреп уҡытып торалар.
Туған телгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүгә лә тейешле иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала үҙҙәрен күрһәтеп тора. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсында Рәзинә Шаһморатованың Гран-при яулауы ла бында ғорурланырлыҡ остаздар эшләүе тураһында һөйләй.
Билдәле булыуынса, лицейҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым корпустарҙа уҡый. Әммә төрлө сараларҙы бергәләп үткәрәләр. Төплө белем биреүҙән тыш, балалар һәләттәрен үҫтерә, ваҡыттарын файҙалы үткәрә алһын өсөн спорт секциялары, сәнғәт түңәрәктәре гөрләп эшләй. Баскетбол, волейбол буйынса алдынғылар. Уҡыусыларҙың күбеһе шахмат уйнай, турнирҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. Лицейҙа вокал-инструменталь ансамбле лә бар, уларҙың сығышы һәр сараны биҙәй. Йыр, ҡурай түңәрәктәре уңышлы эшләй. Ә “Башҡорттар.ru» командаһы "Шаяниум"уйынында әллә нисә йыл еңеүсе булды. Шулай уҡ Урыҫ география йәмғиәте проектының Йәштәр клубы эшләй.
Республика инженер лицей-интернаты коллективын юбилейҙары айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Башҡортостан данын арттырырҙай уҡыусыларығыҙ киләсәктә тағы ла күберәк булһын!