-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
28 Июнь , 18:30

28 июнь – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалға – 70 йәш

...Түбәм күккә тейә: мин – 1-се һанлы хәбәрсе! Өфөнән осоп-талпынып ҡайтам. Әйтерһең, әллә ниндәй үр яулағанмын, әллә ниндәй дәрәжәләргә ирешкәнмен! Аҙаҡ аңланым: балаларға шундай бәләкәй еңеүҙәр кәрәк икән, шундай еңеүҙәрһеҙ киләсәктә ҙур еңеүҙәр булмаясаҡ... Улар үргә илтеүсе баҫҡыстар һымаҡ.

28 июнь – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Ринат Камалға – 70 йәш
28 июнь – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалға – 70 йәш

Был йәшкә еткәс, күберәк арт­ҡа, үҫмер, йәшлек йылдарына, әй­­ләнеп ҡайтаһың. Беҙҙең быуын – XX быуаттың 60 – 70-се йылдары үҫмерҙәре, йәштәре ниндәйерәк кешеләр инек, уҡыуға, китапҡа, туған телгә, әҙәбиәткә ниндәй мөнәсәбәттә булдыҡ? Беҙҙе нимә, кемдәр тәрбиәләне? Мәҫәлән, мин китап уҡыуға мөкиббән инем, мәктәп йылдарынан уҡ – өсөнсө синыфтан «Баш­ҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзитен өйгә алдырып уҡыным, башҡорт яҙыусыларының ҡайһы бер әҫәрҙәре менән таныш инем. Сит ил әҙәбиәтен дә уҡырға әүәҫләндем.
Әле IX синыфта баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп, редакцияла ҡаңғырып йөрөүем хаҡында иҫләнем. Был яҙмалар, хәтирәләр йәш дуҫтарға ла ҡыҙыҡ булыр, аранан ҡайһы берәүҙәр беҙҙән өлгө лә алыр, шулай, бәлки, әҙәбиәткә лә, туған телебеҙгә лә иғтибары артыр, тип өмөтләнәм.
«Башҡортостан пионеры» гәзите менән күптән, III синыфтан уҡ, хат алыша инем инде. Редакциянан яуап алыу ул – ҙур мәртәбә!.. Миңә, 16 йәшлек үҫмергә, мәшһүр әҙип Сәғит Агиш менән дә осрашыу, күрешеү, хатта гәпләшеп алыу бәхете тейҙе.
Бына нисек булды ул. 1970 йыл һуңында ҡыш «Ленинсе» гәзите Өфөгә үҙенең йәш хәбәрселәрен йыйҙы. Уҡыусы балаларҙан мин дә бар инем.
«Ленинсе» гәзитенә саҡырыл­һам да, күберәген йәнем тартҡан «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында йөрөнөм. Уға йышыраҡ та яҙыша инем... Әле уйлайым: нисек мине ҡыуып сығармағандар? Вилләр Дауытов, Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов, Марс Әхмәтшин, Рәшит Низамов, Миңлеғәли Яҡупов, Рәүеф Шаһиев, Әниф Бикҡолов ағай­ҙар, Ғәлиә Йыһаншина, Факиһа Нафиҡова-Туғыҙбаева апайҙар менән көнө буйы редакцияла уралам, хатта өҫтәлгә башты һалып рәхәтләнеп серем итеп алам...
Бер заман редакциялағы ағай­ҙар йүгерешә башламаһынмы! Рәшит ағай мине бүлмәләге бер­ҙән-бер дәү күн креслонан ҡыуалай:
– Төш, төш, Сәғит ағай килә! – Эй, ғауғалаша былар.
Бына бүлмәгә тәпәш буйлы, йыуантыҡ ҡарт килеп керҙе. Мин бит дәү, мөһабәт затты көткәйнем.
Үҙе бер ҡарыш, ә тауышы тау яра. Инеп килә был, хәбәрен теҙеп килә, мин һиңә әйтәйем. Һәр кемгә, һәр күренешкә күҙ ата, реплика өләшә. Һәр кемгә өлөш сығара инде әй! Сират миңә етте. Күҙемә текәлә. Танымай. Үҙенең ҡул таяғы туҡылдап тора, ауыҙынан һорауҙары ҡойолоп тора.
– Һин кем?
Исем-атымды атайым.
– Профессияңды әйтәм. Ветеринар?
– Эңк...
– Бригадир?
– Эңк...
– Завферма?
– Эңк...
– Кем?
– Уҡыусы!
– Уҡыусы... ха-ха-ха... – Ҡарт шарҡылдап, хатта ки талсыҡҡан күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө. Бөтөн бүлмә тулды, терелде, хәрәкәткә килде (Коммунистик урамдағы 45-се йорт). – Ыштан төбө туҙҙырыусы! Ха-ха-ха...
Көлөп туйғас: «Әллә ыштан төбө тултырыусымы», – тип ҡуйҙы.
Ҡарт бер аҙҙан редакция бүлмәһен йәнә байҡаны ла ҡул таяғын шап иттереп Рәшит ағай өҫтәленә һалды, әле генә мине ҡыуалап торғоҙған креслоға күс­те.
...Тағы бер йылы иҫтәлек. Бына редакциялағы ағайҙар мине баш мөхәрриргә илтә. Беләм: ул – Вилләр Дауытов, исем-фамилияһы гәзиттең һуңғы битендә гел яҙыла. Олпат кәүҙәле, ирәйеп йылмайыусы ағай ҡаршыма сыға.
– О! Беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ Ринат Камалов!
– Ә һеҙ редактор Вилләр Дауытовмы?
– Мин – Вилләр Дауытов... Ә һин бынан ары беҙҙең 1-се һанлы йәш хәбәрсебеҙ буласаҡһың! – Ул шунда тартмаһынан ҡыҙыл тышлы танытма ала. – Беҙ уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та йәш хәбәрселәребеҙгә танытма таратыр­ға булдыҡ. Бына һиңә – 1-се һанлы танытма!
Түбәм күккә тейә: мин – 1-се һанлы хәбәрсе! Өфөнән осоп-талпынып ҡайтам. Әйтерһең, әллә ниндәй үр яулағанмын, әллә ниндәй дәрәжәләргә ирешкәнмен! Аҙаҡ аңланым: балаларға шундай бәләкәй еңеүҙәр кәрәк икән, шундай еңеүҙәрһеҙ киләсәктә ҙур еңеүҙәр булмаясаҡ... Улар үргә илтеүсе баҫҡыстар һымаҡ.
Бөгөн һеҙгә бынан 20 йыл элек баҫылған новелламды ла тәҡдим итәм.


Ринат КАМАЛ.

 

Әғзәм күле

Мин күлдә ҡармаҡ менән балыҡ тотоу хаҡында ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Ғәләмәт икән дә ул!
Күл буйында – балыҡсы... Ғәҙәттә, таң менән килеп ултыраһың. Селәүсен менән емләйһең дә һыуға ырғытаһың, ә үҙең... Яр ситендәге ҡамыштарға, аяҡ аҫтындағы сыбыҡ-сабыҡҡа ышыҡланыбыраҡ шымаһың. Табан – үтә һиҙгер балыҡ, күреп ҡалмаһын!
Башты эйеп, өнһөҙ генә ултырабыҙ. Күл өҫтө шып-шым, шылт иткән өн юҡ. Ҡайҙалыр ҡоштар тауышы ишетелеп ҡуя – уныһы беҙгә ҡағылмай, башты эйгәнбеҙ, ярға һеңгәнбеҙ.
Әһә, сиртә... Бер, ике, өс... Әғзәм ағай дәү генә һарғылт затты һөйрәп тә сығарҙы. Эй, һарғылт, ҡап-ҡап, яр башында ялтырап ят-ят!..
Әкәмәт бит ул балыҡты һыуҙан айырыу. Тирә-яҡҡа һыу бөрсөктәре сәсрәй, кинәт һыу эсенән әкиәттәге кеүек мөғжизәле табан балыҡ килеп сыға. Бисара, ҡом­һоҙ, ҡармаҡты һоғонған; ысҡына алмай, сәбәләнә... Тыпырсына, ян-яҡҡа оторо һыу бөрсөктәре сәсә... Шул ыңғай һыу өҫтөндә һарғылт, йәшел, ал, күк мәр­йендәр һибелә, ҡыҙғылт, көрән тамсылар... Алтын, көмөш, баҡыр бөртөктәре сәсрәй зәңгәр күл битенә...
Табан балыҡ бөтә балыҡтарға ҡарағанда ла һылыуыраҡ, алтын төҫөндә. Тәңкәләре ялтырай, күҙҙе ҡамаштыра. Ул, бахыр, ысҡына алмай, ҡаты ҡармаҡҡа ҡапҡан.
Эй, һөйөнәм, балыҡтың йәнтисләмгә сапсыныуы миңә нимә... Уны эләктергәс, кинәнәм генә.
– Ура, мин балыҡ тоттом! Ура, мин – балыҡсы! Һарғылт табан, һин тулама! – тип ҡыуанам.
Эсем һөйөнөс менән тула, хыялым бойомға ашты! Әкәмәт ләззәттән иҫерек кеше кеүекмен. Тыштан тып-тынысмын, ағайға һиҙҙермәйем. Әғзәм ағай балыҡтарҙы ҡыйпылдата ғына – тоғо яртылаш... Алып тора, һалып тора. Эйе, беҙҙең тоҡтар айырым-айырым, һәр кемдең үҙ донъя­һы. Әғзәм ағай ҡыйпылдата ғына, мин дә ҡалышмайым. Ана, тағы ҡармаҡ сойорғота... Ул, күрәһең, был тәңгәлде лә емләгән, табан балыҡ, ана, мыжғып ята, ҡармаҡты ырғытып өлгөрмәйһең...
«Һә» тигәнсе әллә ни саҡлы балыҡ эләктерҙек. Әғзәм ағай – ҡотло ҡул, ырыҫлы зат. Мин дә ҡәнәғәт: балыҡсы ағайға йөк булманым, ысын юлдаш булдым!
Балыҡ шәп ҡаба, кәйефтәр күтәренке, балыҡ ҡарпый, күңелдәр елкенеүле. Тирә-йүн дә йәмләнде, күл буйы – әкиәт донъяһы... Әй буйы түгел инде, ялтыр Әй бите түгел. Бында йәм-йәшел үләндәр, йәм-йәшел ҡамыштар... Хозурлыҡ иле... Күл бите тип-тигеҙ, ҡайҙалыр һандуғас һайрай, балыҡсыларға ҡамасауламай. Зифа ҡамыштар иле, йәм-йәшел ерек ағастары ялбыр толомдарын һыу йөҙөнә төшөргән... Күл буйы – серҙәр төйәге. Шунда алтын балыҡтар йәшәй.
– Алтын балыҡтар, һеҙҙе күлгә кире ебәрәбеҙ!..
Рәхмәт һиңә, Әғзәм ағай, әкиәт иленә сәйәхәтең өсөн. Алтын балыҡтарың өсөн рәхмәт... Теге әкиәттәге ҡарт балыҡсымы һин әллә? Алтын балыҡтарҙың телен беләһең... Әллә ул табандар һинең телеңде беләме?
Кешеләр килә, китә, тауҙар ҡала... Тыуған ил урынынан күсмәй. Кешеләр күсеп йөрөйҙәр, йәшәгән-эшләгән урындарын алмаштыралар, тауҙар, үҙәндәр ҡала, ҡаялар тора... Улар һатмай­ҙар, һатылмайҙар. Ер шарының бер еренә ереккәндәр ҙә ҡатҡандар... Тауҙар – ерҙең кендеге, урмандар – ерҙең биҙәге, күлдәр – күктең көҙгөһө... Йылға һыуҙары ҡайҙалыр ағып китә, күл һыу­ҙары шул урынында кибеп бөт­һә бөтә, сит ерҙәргә китә алмай.
...Беҙҙең әки­әт күлебеҙ ҙә ҡалды. Әғзәм ағай үҙенең төбәгенә ҡайтып китте. Ысынлап та, ул бында ҡунаҡта булған. Ғаиләһе менән тыуған яғына күсенде ағайым.
Йәшел күлебеҙ – алтын балыҡтар бишеге етемһерәне. Хужаһы юҡ, күл – ташландыҡ... Янына барған һайын моңһоу ҡаршылай. Бойоҡ, һағышлы. Алтын балыҡтарға ла кем серҙәштер хәҙер? Теге күңелле көндәр ҡайҙа? Күл үҙе лә ергә сүккән. Шымтайған. Инде ҡоштары ла һайрамай, зифа ҡамыштары тулҡынланмай, йәшел үләндәре ҡыуарған, еректәре япраҡ ҡойған; ярҙары – һаҙламыҡ, сырмалсыҡ үлән... Ҡайҙа беҙҙең йәшел бишегебеҙ – мөғжизәләр иле, алтын балыҡтары ниңә ҡарпымай? Табан балыҡтары ниңә уйнамай? Ҡайҙа, йәшел бишек, һинең хужаң?.. Ҡайҙа икән хәҙер Әғзәм ағай, тыуған яғында бүтән күл буйында ултырамы? Йәшел күлдә, һарғылт балыҡтар йәшәгән ятыуҙа һағыш хөкөм һөрә... Был илдә табандар шаярмай, ҡармаҡ осонда тыпырсынмай... Ҡай­ҙа ҡасып бөткән алтынҡайҙар? Ҡайҙа ғәме-ҡото был илдең?
Был илдә көйһөҙ көн: хужаһы юҡ, йәме юҡ түңәрәк күлдең. Бәлки, алтын балыҡтары ла тонсоғоп бөткәндер, күл үҙе ҡороп бөтөп баралыр?.. Әғзәм ағай киткән, бала саҡ иленең бар йәмен үҙе менән алып киткән.
Мин һирәк-һаяҡ киләм түңәрәк күлгә. Моңһоу баҫып торам. Улай барам, бире үтәм, тик теге ваҡыттағы йәмде, серле тамашаны тапмайым. Алтын балыҡтар­ҙың ҡарпыуын көтәм. Көтәм. Тик ҡабат-ҡабат ымһыныуым буш­ҡа, өмөттәрем буш көйөнөс булып сыға. Әрнеп, үҙ-үҙемә йомолам.
Түңәрәк күл етемһерәгән, йәшел төҫөн юйған, бәхетле сағын онотҡан. Сихри мәлдәр, күңелле теге иртәләр төштә генә булдымы икән ни? Күл-көләкәс шымтай­ған.
Шулай ҙа, шөкөр, үҙ урынында әле, ә кешеләр?.. Улар киләләр ҙә китәләр, тауҙы, күлде, урманды етем итәләр. Кешеләр китә, ҡая битендә, тау үрендә уларҙың даны ҡала... Әлеге түңәрәк күк йөҙөндә лә Әғзәм ағайҙың һыны һеңешеп ҡалған. Шул йәшел күл янына килһәм, уны сырамытам: киң битле, яҫы маңлайлы, тәбәнәк буйлы. Төйөрөм ир заты. Алтын балыҡлы күлде эстән генә «Әғзәм күле» тип атайым.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: