Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтдинова), 1941 йылдың 7 декабренндә рәсми теркәү буйынса 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған.
1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй.
1966 йылдан, Бөрө педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломын ҡулына алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була.
1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты) химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара. (ba.wikipedia буйынса.)
"Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы һәм республиканан берҙән-бер Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина арабыҙҙан китте. Был - Башҡортостан мәғарифы өсөн ҙур юғалтыу. Лиза Ҡыям ҡыҙы иң билдәле химия уҡытыусыһылыр, моғайын, ул бар ғүмерен ошо эшкә арнаны. Уның уҡыусылары араһында йөҙҙән ашыу Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе һәм призерҙары, шулай уҡ уның методикаһы буйынса эшләүсе бер нисә быуын уҡытыусылар бар. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", — тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.