Көндәлекте алып барыу – блоггинг, ә алыу барыусыһы блоггер була. Айырыуса "Инстаграм"да блогтар алып барыу популярлашып китте. Улар ҙа әллә нисә төргә бүленә икән, әйтәм, халыҡ йығылып китеп шунан сыҡмай, бик киң таралғандарын, әйҙәгеҙ, бергәләп барлап китәйек.
Шәхси блог тигәне – иң киң таралғаны. Был берәй шәхестең йәки ябай бер кешенең көндәлек тормошон сағылдыра: ҡайҙа бара, нимә ашай, нисек йәшәй, нимә менән ҡыҙыҡһына? Элек дәфтәргә яҙып көндәлек алып баралар ине, ә хәҙер бына ошолай иртә таңдан һинең тормошоң кеше күҙендә.
Тематик блог – быныһы инде ниндәй ҙә булһа темаға арналған була: ҡул эштәре, ашарға бешереү, косметика, үҙ-үҙеңде ҡарау... Һанай китһәң, күп инде.
Бизнес блог – ниндәй ҙә булһа хеҙмәт йәки тауар ярҙамында интернетта аҡса эшләү өсөн булдырылған уныһы.
Фәнни блог – бындай блог, ғәҙәттә, берәй ғалим, белгес тарафынан алып барыла. Автор унда үҙ өлкәһенә ҡағылышлы яңылыҡтарын, шәхси күҙәтеүҙәрен, фекерҙәрен яҙып бара.
Мәҙәни блог – әлеге төр мәҙәниәттең бар өлкәһенә (театр, кино, сәнғәт, музыка һәм башҡалар) бағышлана. Ошо өлкә яңылыҡтарын сағылдыра.
Белем биреү блогы – уны уҡытыусылар, студенттар, юғары синыф уҡыусылары алып барырға мөмкин. Үҙҙәренең уҡыу, уҡытыу программалары, уңыштары менән бүлешергә, яҙылыусылары өсөн был өлкәлә файҙалы мәғлүмәттәр тәҡдим итергә мөмкин.
Юғары технологияларға бағышланғаны – IT-технологиялар, гаджеттар тураһында мәғлүмәттәрҙе шунда табырға була.
Блог форум – төрлө фекер алышыу, һорауҙарға яуап алыу, үҙең белгән лайфхаклар менән бүлешеү өсөн ҡулай. Яҙылыусылар араһында әңгәмә ҡоралар.
Яңылыҡтар блогы йәки паблик – бындай төр блогтар ҡайһы ла булһа ҡала, төбәк, ойошма, айырым темалар буйынса берләшә. Уны бер нисә кеше алып барырға мөмкин. Төрлө хәбәрҙәр, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар оператив рәүештә ҡуйып барыла.