Бер көндө мәктәптән ҡайтып барғанда ҡолағыма һинең яратҡан йыр ишетелеп ҡалды. Ҡайҙан килә икән, тиһәм, эргәмдән генә бер машина үтеп китте. Унан яңғырай ине таныш моң. Һин дә бер ваҡытта ла музыкаһыҙ машинала йөрөмәйһең. Йыр ишеткәс, күңелем тулып китте, сөнки оҙаҡ осрашманыҡ. Хатта төштәремә лә йыш инә башланың...
Ҡайҙалыр йыраҡта, белмәгән-күрмәгән ерҙә ҡая башында йөрөйбөҙ, имеш. Һин, мин һәм беҙҙең менән ҡустым Илсур ҙа бар. Ул шаяра-шаяра артыбыҙҙан эйәреп килә. Ҡаяға ынтыла башлағайныҡ, бәләкәй ҡустымды елкәңә ултыртып, мине етәкләп тә алдың. Хәҙер атлауы ла еңеләйгәндәй тойола миңә. Үргә ынтылған һайын тауҙың башы алыҫайған кеүек. Аптырайым: ниңә улай? Ләкин һин, ағай, бер ҙә генә бирешкән һымаҡ түгел. Күпме барғанбыҙҙыр, асыҡ ҡына әйтә алмайым, тик ҡапыл болоттар ҡуйырып китте лә тирә-яҡты ямғыр баҫып алды. Ул ғына ла түгел, йәшен ялтлап, беҙгә утлы уҡтарын ебәрергә тотондо.
– Ағай, нимә эшләргә, харап булабыҙ бит, – тип илауларға тотондом. Үҙем Илсур ҡустыма ҡарайым, уға барыһы ла уйын төҫлө тойола.
– Һеңлекәш, борсолма, был бары күк күкрәүе генә, яныңда мин һәм ҡустың барҙа, барыһы ла һәйбәт булыр. Беҙ егеттәр бит, ҡыҙҙарыбыҙҙы беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар, – тип йылмайҙы Рөстәм ағайым. Уның ышаныслы аҙымдар менән алға барыуы миңә алға ынтылырға көс бирҙе.
Күк күкрәүенә, йәшен балҡыуына ҡарап, шомло уйҙарға батып барғанда туғанымдың йырын ишеттем:
Иртәнсәккәй тороп,
бер ҡараһам,
Уң ҡулыңда көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек,
билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә
Ирәндек бөркөтө,
Һай! Саңҡ-саңҡ итә
Ирәндек бөркөтө...
Шул мәлдә ҡапыл тертләп уянып киттем. Лысма һыу булып тороп ултырҙым, тик был ҡаяла һыуланған ямғыр бөрсөктәре түгел, ә минең тәнемде ҡурҡҡанға эҫе тир баҫып алған ине...
Насар төш күрһәң, һулаҡайға башыңды бороп өс тапҡыр төкөр. Уны яҡшыға ғына юра, ти Сәхипъямал өләсәйебеҙ. Төшөңдө һөйләргә ярамай, тиһәләр ҙә һиңә генә әйтәм был хаҡта. Сөнки мин күргән төштә генә түгел, һин һәр саҡ ҡыйыу булдың, бер ваҡытта ла бер ниҙән дә ҡурҡып торманың. Махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләгең менән яуға юлландың. Дағстанда ла хеҙмәт иткән мәлдә үҙеңдең батыр булыуыңды командирҙарың яҙған хаттарҙа күрҙем, уны өләс менән ҡат-ҡат уҡып алабыҙ.
Рөстәм ағай, һинең ҡыйыулығыңа минең иҫем китә. Үҙеңә шылтыратып һөйләшкән мәлдә ниндәй генә шартлауҙар бармаһын, йөҙөңдән йылмайыу китмәй. Һәр бер яҡындарыбыҙҙың, күршеләребеҙҙең хәлдәрен белешеп, сәләмдәр еткереп тораһың. Ысынлап та, һинең кеүек булып, тормошто ныҡ яратырға ине. Һин – беҙҙең терәгебеҙ, һин – беҙҙең таянысыбыҙ. Ошо һуғыштар бөтөп, беҙҙең ғаиләбеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтһаң ине. Ҡартатайым һинең өсөн ныҡ борсола. Бер яҡтан, улының Тыуған ил өсөн йән аямай һуғышыуына һоҡланһа, икенсе яҡтан, дошманды ҡәһәрләй. Өләсәйем һинең имен-аман ҡайтыуыңа доғалар уҡый, Аллаһҡа көн дә ялбара. Мин дә белгән сүрәләремде уҡыйым, тиҙерәк Тимур, Артур, Илсур улдарың янына әйләнеп ҡайтыуыңды көтәм. Улар һине ныҡ һағынды. Илсур ҡустым һине ҡар иреп бөткәс, ҡайта тип, ҡар яуғанына ҡыуанмай, ә, киреһенсә, күңелһеҙләнә лә ҡуя.
– Ҡыш бабай ҡайтты бит инде, ниңә һаман ҡарын да алып китмәй икән, икенсе йыл күп итеп яуыр әле. Атайым ҡайтҡас, яуһын да яуһын, – тигән була. Балалар баҡсаһына барһа ла, беҙгә уйнарға килһә лә, тәмлекәстәрҙе һиңә лә өлөш итеп һалып ала. Был ваҡытта әсәйемдең күҙҙәре гел йәшләнеп китә.
Ағайым, бер бөртөк кенә ағайым! Мин һине ныҡ яратам, хөрмәт итәм, шундай туғаным булыу менән ғорурланам. Һиңә бирелгән «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалын һәр бер иптәшемә күрһәтеп, маҡтанып та алдым. Әлдә генә һин минең ағайым булғанһың, тип ҡыуанам. Сөнки Салауат кеүек батыр, Ирәндек бөркөтөндәй көслө бит үҙең. Һин ил сиген һаҡлағанға мин тыныс йоҡлайым, яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Яуҙағы иптәштәрең дә беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшә. Һеҙ бергәләшеп, нацистарҙы Ер йөҙөнән юҡ итегеҙ! Һеҙҙең кеүек ысын ир-егеттәребеҙ булғанда, тыуған еребеҙҙә Еңеү ҡояшы һис шикһеҙ балҡыр!
Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.