«Беренселәр хәрәкәте» менән берлектә Башҡортостандың танылған шәхестәре менән шоу-матч булды. Көйәрмәндәр үҙҙәренең кумирҙарынан автографтар алды. Сараның маҡсаты булып сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау,йәштәр араһында сәләмәт тормошто үҫтереү тора.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, билдәле спортсы Джеффри Монсон күнекмәләр үткәрҙе.Шулай уҡ Аделина Заһиҙуллинаның оҫталыҡ дәресенән дә көйәрмәндәр өҙөлмәне.
Был көн балалар өсөн бигерәк тә иҫтәлекле булып ҡалыр!