Физика, математика, цифрлы һәм нанотехнологиялар институтында Шишмә районы Дурас ауылы мәктәбенең XI синыф уҡыусылары программист һәм наноинженер һөнәрҙәре менән танышты.
Нефтекама нефть колледжының уҡыу полигонында Яңауыл мәктәбе уҡыусылары нефть һәм газ сығарыу технологияларын күрҙе. Колледждың остаздары Марина Анатольевна Шестернёва һәм Анна Владимир ҡыҙы Никитина балаларға автоматлаштырылған үлсәү ҡоролмаһын нисек хеҙмәтләндереүҙәрен күрһәтте.
Истәк мәктәбенең уҡыусылары «Киләсәккә билет» проекты буйынса рогаликтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.
Борайҙың VII cиныф уҡыусылары Бөрө күп профилле һөнәри колледжында штукатур-маляр һәм парикмахер һөнәрҙәре менән танышты.
Проект буйынса киләсәктә тағы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу ҡаралған.