+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тормошҡа ашҡан хыял

– Яңы заманса фатирҙа шундай станок торғанға килгән бер кеше аптырап ҡала. Бында нишләп ултыра ул, тиҙәр. Аҡса һуға торған станогым, тип үҙҙәрен көлдөрөп тә алам. Ысынында, минең ял итә торған урыным. Эштән арып ҡайтып, шунда барып ултырһам, бөтә донъям онотола, – тип ҡаршы алды мине йорт хужабикәһе.Фатирға килеп ингәс үк, иҙәндәге боронғо урыҫ станогына ҡарап ҡуйғайным. Ул Бөрө ҡалаһындағы оҫта Андрей Кырчиковтан яһатып алынған. Бында ептәрен үткәрергә, һуғырға ҡәйнәһе өйрәткән. Бәләкәйҙән әсәһенә булышып, балаҫ һуғыу серҙәрен белеп үҫкән тормош иптәше лә ярҙам иткән.

Тормошҡа ашҡан хыял
Тормошҡа ашҡан хыял

– Ә быныһы бәләкәйе – өҫтәл станогы. Мәләүез районы Арыҫлан ауылынан оҫта, үҙемдең еҙнәм эшләп бирҙе. Тәүҙә белем усағыбыҙҙың көндөҙгө ял лагерында, этнойәкшәмбеләрҙә балаҫ һуғыу эше менән таныштырғайныҡ. Әле 159-сы мәктәптә үҙемдең синыф уҡыусыларымды өйрәтә башланым. Ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар тиҙерәк отоп ала. Ҡайтҡас, атай-әсәйҙәренән станок алып биреү­ҙәрен һорайҙар. Сажиҙә Наил ҡыҙы кеүек балаҫ һуғырға өйрәнгебеҙ килә, тиҙәр. Бәлки, араларында ошо һөнәрҙе һайлаусылар ҙа булыр. Быйыл был ҡыҙҙар, малайҙар III «Д» синыфына уҡырға киләсәк. Яңы уҡыу йылынан мәктәбебеҙгә лә станоктар алып, хеҙмәт дәресендә һигеҙенселәрҙе өйрәтә башларға уйлап торабыҙ, – тип таныштырыуын дауам итә.
Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында донъяға килеп, 39 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сажиҙә Наил ҡыҙы Муллағолова бөгөн бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, балаҫ һуғыу эшенә мөкиббән сумған, яңы башлап тороусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә бирә. Уның менән әңгәмә һеҙҙең өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ.

Сажиҙә Наил ҡыҙы, балаҫ һуғыу эше менән нисек ҡы­ҙыҡһына башланығыҙ?
– Ҡартинәйем дә был эшкә бик оҫта булды. Кешеләргә заказ буйынса сепрәк балаҫтар һуғып бирә торғайны. Уның эшләгән мөйөшө минең өсөн бер серле донъя кеүек тойолдо. Тик ул станогы эргәһенә яҡын барырға рөхсәт итмәй ине. Хәҙер быны яҡшы аңлайым: беҙ, бала-саға, күмәкбеҙ бит инде, ебе сыймалып ҡуймаһын, тигәндер инде. Ҡартинәйемә сепрәк ҡыр­ҡышҡаныбыҙҙы, урап тор­ғаныбыҙҙы, йөн тетешкәнебеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Бына шул бала саҡта мин дә уның кеүек балаҫ һуғырға хыяллана башланым.
Унан – мәктәп, пионер, комсомол тормошо, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инеү. Аҙаҡ – бөтөнләй икенсе тормош, станок ситкә ҡуйылып торҙо. Шулай ҙа бала саҡтағы хыял һаман да күңелдә йәшәне.
Бынан алты йыл элек эштә хеҙмәт уҡытыусыһы менән һөйләшеп ултырҙыҡ та: «Эх, ошо станокты тапһаң ине», – тинем. «Хәҙер интернеттан адресын эҙләп бирәм», – ти. Тәүҙә рамын ғына алдым, унан һуң – станогын. Шунан үҙем өйрәндем. Ҡайҙа видеояҙмалар бар, ҡарайым, белгән кешеләрҙән һорайым.
Тәүге тормош иптәшем донъя ҡуйғас, икенсегә кейәүгә сыҡ­ҡайным, уның әсәһе, ҡәйнәм дә балаҫ һуғыу оҫтаһы булып сыҡты. Ул әле Миәкә районы Кәркәле ауылында йәшәй, 90 йәшкә етеп бара. Ғүмер буйы балаҫ һуҡҡан. Тәүге тапҡыр барып танышҡас та, өйҙәге эштәрен күреп, иҫем киткәйне. Унан өйрәтеүен һорайым. Йәй көнө кем балаҫ һуғып ултыр­һын, әйҙә, ҡыш көнө кил, ти. Был ваҡытта минең эш бит инде. Шулай көндәр үтә торҙо. Аҙаҡ станокты алып, өйрәнә башлағайным, ҡәйнәм дәртләнеп китте. Барыһын да аңлата: көрөнән епте нисек үткәрергә лә, йөндө нисек буярға ла. Әлеге көндә, шуны һуҡтыңмы, быны һуҡтыңмы, тип тикшереп кенә тора. Үҙенең бөтә балаҫтарын да фотоға төшөрөп алдым. Шуларҙы яйлап ҡабатлар­ға теләйем. Ул үҙе минән шаршау, ашъяулыҡ та һуҡтырғыһы килә. Шуларҙы эшләп тә, миңә күр­һәтһәң ине, ти. Ашъяулыҡтарға ултырырға ваҡыт яғы тарыраҡ әле. Шулай ҙа һуғып ҡарарға хыялым бар.
Ҡәйнәмдең кейәүгә сыҡҡанында уҡ балаҫ һуғыу станогы булған. Өйләнешкәс, түшәк кәрәк-яраҡтары юҡ бит инде. Киндерҙән һуғып алдым да, матрас тышы итеп тегеп, эсенә һалам тултырып һалдым, ти. Ашъяулыҡтары, шаршауҙары булғас, ауылда бай килен һаналған. Беҙ элек балаҫ һуҡһаҡ, ҡаплап ҡуя, бер-беребеҙгә күр­һәтмәй инек, ти. Күҙ тейә тип ҡурҡҡандарҙыр инде. Ҡәйнәмдең балаҫтары бик күп. Һанын да белмәй. Ҡыҙҙарына бирнә итеп тә биргән.
– Инде хәҙер һеҙ ҙә – үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы. Станокта ниндәй әйберҙәр һуғырға өйрәндегеҙ?
– Тәүҙә сепрәк балаҫтар һуғыуҙан башланым. Унан палантинға тотондом. Үҙебеҙҙең мәктәп уҡытыусылары бик яратып алды. Йөндән аҫалы балаҫ эшләү серҙәрен үҙләштерҙем. Быйыл башҡорт шәле, тулаға туҡыма һуҡтым. Һуғылған материалдарҙан сумкалар, биштәрҙәрем дә бар. Беҙҙекеләрҙең әллә ни иҫе китеп бармаһа ла, фольклориада ваҡытында сит илдән килгән ҡунаҡтар күпләп алды. Әҙер әйберҙәргә башҡорт биҙәктәре лә һалам.
Ҡайҙалыр ниндәйҙер балаҫ күреп ҡалһам, фотоға төшөрә һалам, биҙәктәрен компьютер­ҙа махсус программа буйынса төҙөйөм. Тулыһынса ҡабатлап булмай, үҙемдекен дә өҫтәйем. Киләсәктә, Алла бирһә, киндер, кесерткән кеүек материал­дарҙан балаҫ һуғып ҡарағым килә. Башҡорт биҙәктәрен һалып, йоҡа ғына палантин, күлдәктәр һуғырға ла хыялланам.
– Заказға эшләтеүселәр ҙә бар­ҙыр инде?
– Бар. Үҙебеҙҙең асылыбыҙға ҡайта башлауыбыҙ ҡыуандыра. Быйыл, мәҫәлән, Өфө ҡала­һындағы бер ханыма өйөнөң интерьерын биҙәргә ярҙам иттем. Ул ҙур өйөндә бай ғына йәшәй, ашханаһын башҡорт стилендә биҙәгеһе килә ине. Диванға, иҙәнгә балаҫ һуҡтыҡ. Шаршау эшләтеп алырға ла теләге бар.
Бер ҡатындың әсәһенә бәләкәй станокта аҫалы балаҫ һуғып бирҙем. Ул инәйҙең ҡулланылмаған йөнө һәм ептәре 15 йыл буйына һаҡланып тор­ған. Бик матур килеп сыҡты. Өлкән инәйҙе ҡыуандырып, алып ҡайтып киттеләр.
Быйыл эшемдең һөҙөмтәһен күреп шатланам. Тик балаҫты заказға һуҡҡас, биреп ебәрергә бер аҙ йәлләп торам. Бөтә йөрәк йылыңды һалаһың бит инде, күңел бушап ҡалғандай тойола.
– Республикабыҙҙа уҙғарылған ниндәй сараларҙа ҡатнашҡанығыҙ бар?
– Башҡортостандағы барлыҡ балаҫ һуғыусылар ҙа бергә берләшкәнбеҙ. Республика кимәлендә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ. Бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ.
Июлдә үткән Бөтә донъя фольклориадаһы ла онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Шул тиклем күңелле мөхит булдырыл­ғайны. Эргәбеҙҙә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнай, кемдәрҙер балаҫ һуға, икенсе оҫталар шул арала һаҡал эшләй, өсөнсөләр ҡурсаҡтар менән мәш­ғүл. Уның араһында бейеп тә, йырлап та алабыҙ. Шундай мәртәбәле йыйында үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтә алдыҡ.
Беҙҙең маҡсат һарыҡ йөнөнән башҡорт биҙәктәрен һуғырға өйрәтеү ине. Оҫталыҡ дәресебеҙҙә кем генә булманы: ҡунаҡтар ҙа, сит илдән килеүселәр ҙә, ирекмәндәр ҙә. «Дуҫлыҡ балаҫы»н балалар ҙа, «Задоринка» ансамблендә шө­ғөлләнеүселәр ҙә һуғып ҡараны. Телеүҙәк янында йәшәгән Илья тигән малайға был шөғөл бик тә оҡшап китте, көн дә килә башланы. «Дуҫлыҡ балаҫы»н музей­ға ғына биреп өлгөрмәнек, әле миндә һаҡлана.
Фольклориада көндәрендә 80 йәшлек бер инәйҙең беҙҙән станок һатып алырға килеүе ҡыҙыҡ булды. Үҙе электән балаҫ һуҡҡан. Ғүмер буйы станок алырға хыялланған икән.
Алдағы көндәрҙә Архангел районы Орловка ауылына барырға ла йыйынып йөрөйбөҙ. Унда ике көнлөк фестиваль уҙасаҡ.
– Яңы ғына эш башлап тороу­сыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Хаталар ебәрмәҫ өсөн белгән кешенән өйрәнергә кәрәк. Булмаһа, интернет селтәрендә лә бик матур оҫталыҡ дәрестәре бар. Эҙләгеҙ, ҡарағыҙ. Ваҡытты һис йәлләмәгеҙ. Иң беренсе – станокка ептәрҙе дөрөҫ үткәреү мөһим. Балаҫ тығыҙ булырға, ептәре тартылып торорға тейеш. Һуғырға өйрәнгән ваҡытта сепрәк йомғаҡтарҙан башларға кәңәш итәм. Эшегеҙ ҙә ырамлыраҡ бара, үҙегеҙгә күренәсәк. Аҙаҡ, йөнгә тотонғанға тиклем, төҫлө ептәрҙән дә эшләп ҡарарға була.
Эш урынығыҙ уңайлы, яҡтылыҡ етерлек кимәлдә булыуы зарур. Әйләнгән һайын станокка еп ҡуйып ултырмаҫ өсөн оҙонораҡ итеп үткәрергә тырышығыҙ. Был ваҡытта өйҙәгеләрҙән ярҙам һорағыҙ.
Шәл һуҡҡанда «деревенька» ебен ҡулланырға, баш­ҡорт шәлдәрен йөндән һуғырға кәңәш итәм. Ә балаҫ өсөн ҡиммәтерәк төҫлө еп һайларға кәрәк. Арзаныраҡтары эш мәлендә генә матур күренә, аҙаҡ төйөрсөктәре килеп сығып, төҫөн юғалта. Эшегеҙ ҙә әрәм була. Материалдарҙың иң һәйбәте – йөн. Ул бер нисә йылдан һуң да үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА һөйләште.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: