Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әлеге көндә декрет ялында бала менән ултырған Ирина Сухова ла был эшкә оҫтарып алған.
– Фотоһүрәттәге үҙем буйлыҡ рауза сәскәһендәге яҡтыртҡыс – тәүге ижад емешем. Мин уны мәктәбебеҙҙә эшләп килгән түңәрәккә йөрөп өйрәнеп алғайным. Оҫталыҡ серҙәренә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Фидрат ҡыҙы Тимашева төшөндөрҙө. Был түңәрәктә бик күп ҡыҙҙар шөғөлләнә. Өс тапҡыр барыуымда ошо сәскәне эшләнем. Шунан башланды инде минең мауығыуҙарым. Әле кешеләр ҙә заказдар бирә , – ти ул.
Сәскә гөлләмәһе – изолондан, һабағы пластик көпшәнән эшләнгән. Ә яҡтыртҡысына түңгәләкле патрон, яҡтылыҡ диодлы лампочка, күсеү муфтаһы, сым, яҡтыртҡыс өсөн күсергес ҡулланылған.
Г. ФАКИЛОВА.