Ундағы һандарға ҡарағанда, былтыр ғинуарҙа 126 мең сабый ауаз һалһа, быйыл – 118,8 мең генә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең 68 төбәгендә лә тыуым кәмеүе күҙәтелә.
«Демография» милли проекты тыуымды арттырыуҙы, кешенең ғүмер оҙонлоғон оҙайтыуҙы маҡсаты итеп ҡуйһа ла ,тыуым һаман кәмеүен, үлем осрағы күбәйеүе дауам итә. Етмәһә, бынауы коронавирус таралыуы ла ҡуйған маҡсаттарға ирешергә ҡамасаулай.