– Мин республика халҡына мөрәжәғәт итәм: беҙгә түҙергә тура киләсәк. Ҡайһы бер социаль проекттарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтатып тороға тура килер, һүҙ тәү сиратта төҙөлөш хаҡында бара. Башланғандарын тамамлаясабыҙ, ә ҡалғандарын кисектереп тороға тура киләсәк, шул иҫәптән мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар һалыныуы хәл яҡшырғанға тиклем туҡтатыла. Былар ҡатмарлы осорға резерв туплау, иҡтисадҡа ярҙам итеү йәһәтенән эшләнә. Сөнки иҡтисад ҡаҡшаһа, ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе оноторға тура киләсәк. Муниципалитеттар ҙа ҡаҙналарын ҡабаттан барларға тейеш. Мәҫәлән, урындағы ансамблгә костюм һатып алырға, йәки ЗАГС фасадын ремонтларға йыйынғанһығыҙ икән, тороп тороғоҙ. Барыһы ла әлеге ваҡыттағы ихтыяждан сығып эшләнергә тейеш. Халыҡты һәм иҡтисадты хәстәрләү өсөн резерв булдырығыҙ, - тине Радий Фәрит улы.