– Беҙ был белдереүҙе көткәйнек, тап кәрәкле ваҡытта яңғыраны. Йәмғиәт нимә ишетергә теләй, шуны ишеткәндер, тип уйлайым, – тип яҙған сенатор «Фейсбук» селтәрендә.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәтендә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе күсереү, коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн алдағы аҙнаны ял көндәре итеп иғлан итеү, Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына түләүҙәрҙе апрелдә үк түләү, шулай уҡ ауыр ваҡытта халыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән күп кенә иҡтисади һәм социаль саралар күреләсәге хаҡында әйткәйне.