Унда оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүсе Фәниә һәм Рәфҡәт Ишбулатовтар (52 йыл бергә), Гөлнур һәм Рәшит Йылҡыбаевтар (43 йыл), Мәрйәм һәм Рәмил Әлмөхәмәтовтар (45 йыл) саҡырылды. Улар үҙҙәренең танышыу, ғаилә ҡороу тарихын һөйләне, татыу ғаилә булдырыу сере менән уртаҡлашты. Был кисәлә ағинәйҙәр ойошмаһы ла ҡатнашып, ҡул эштәренән, башҡорт милли ризыҡтарынан торған бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Ә ветеран уҡытыусылар уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, башҡорт рухлы булып үҫеүҙәрен теләне.
Балалар ҙа сараның төп биҙәге булды. Улар саф башҡорт телендә матур итеп шиғыр һөйләне, йырланы, бейене. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, беҙҙең бәләкәй генә йондоҙсоҡтарыбыҙ, атайҙарҙы данлап, бик матур йыр башҡарҙы. Кисә «Туған тел» йырын (көйөн хөрмәтле ауылдашыбыҙ Борис Хәйретдинов яҙған) бергәләп башҡарыу һәм тәмле сәй табыны менән тамамланды. Был сараны ойоштороусы, ҡатнашыусы һәм тәмле сәй табыны әҙерләүсе хеҙмәттәштәремә, уҡыусыларға, ағинәйҙәр ойошмаһына, ветеран уҡытыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Гел шулай бергә, берҙәм, башҡорт рухлы булайыҡ!