БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙ аллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн «Ҡыҙыу бәйләнеш» булдырған. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе түләүҙә, психологик яҡтан да ярҙам күрһәтә. Ирекмән медиктарҙың төбәк коородинаторы – Ләйсән Хызырова, телефоны 8 (927) 636-34-88. Әгәр эргә-тирәгеҙҙә ярҙамға мохтаж оло кешеләр барлығын белһәгеҙ, 8-800-200-34-11 телефоны буйынса шылтыратып, хәбәр итә алаһығыҙ.