-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 12:11

Сәләмәт марафонға ҡушылығыҙ!

Бер-береңә һаулыҡ теләү күптән инде ғәҙәтебеҙгә әйләнгән. Бөтә донъя буйынса коронавирус пандемияһы осоронда был бигерәк тә мөһим.

7 апрелдә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерция булмаған ойошмаһы «Ирекмән медиктар» хәрәкәте менән берлектә сәләмәт марафон ойоштора.
– Әйҙәгеҙ, бергәләп иң изге һәм сәләмәт марафонды башлап ебәрәйек. Бының өсөн һаулыҡ теләгән ҡыҫҡа ғына видео яҙҙырып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә #будьздоров #behealthy хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Шулай итеп, беҙ илебеҙ өсөн ауыр осорҙа меңәрләгән теләкте йыяйыҡ. Унан һуң беҙ дөйөм видео эшләп, Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә баҫтырып сығарырбыҙ, – тип белдерә уны ойоштороусылар.
Марафонға ҡушылыу өсөн видеоға төшөргән теләкте 6 апрелгә тиклем сәхифәгеҙгә урынлаштырырға йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: