-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 10:53

Ирекмәндәрҙе бер ни ҡурҡытмай

Хатта коронавирус инфекцияһының таралыуы ла. Киреһенсә, ирекмән булырға теләүселәр һаны артыуы белдерелә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көн һайын 5 - 6 мең кеше теләк белдереп, ғариза ҡалдыра.

Рәсәйҙә, мәҫәлән, 43 меңдән ашыу кеше «Беҙ бергә» акцияһына ҡушылып, өлкән йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итергә ярҙам итә. Әйткәндәй, мывместе2020.рф сайтында һәр кем үҙенең ярҙамын тәҡдим итә, яңылыҡтарҙы белә ала. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефон – 8 (800) 200-34-11.


Читайте нас: