-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 16:05

Бөгөн – Халыҡ-ара һурпа көнө

5 апрелдә Халыҡ-ара һурпа көнө билдәләнә. Был байрамдың ни өсөн барлыҡҡа килеүен күптәрегеҙ аңлайҙыр. Сөнки аш көндәлек туҡланыуҙа иң мөһим булған ризыҡтарҙың береһе. Шуға ошондай байрам булдырылған да инде.

Һурпа (суп) һүҙе француз теленән «soupe» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул беҙҙеңсә тәржемә иткәндә «һурпала ебетелгән икмәк» тигәнде белдерә. Һыуыҡ илдәр һәм төбәктәрҙә аш иртәрәк барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Боронғо Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклем 100 йыл элек бешергәндәр.
Интернетта килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, донъяла барлығы 150-нән ашыу аш төрлө билдәле. Улар үҙ йәһәтендә меңәрләгән төрҙәргә бүленә, уларҙың һәр береһенең тағы ла варианттары бар. Мәҫәлән, кулинар сәнғәтен тикшереүсе Вильям Похлёбкин кәбеҫтә ашының ғына – 24, ә балыҡ һурпаһының 18 төрө булыуын билдәләгән.
Читайте нас: