Уның билдәләүенсә, кәрәк булған осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн ошондай мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булдырыласаҡ. Бындай балалар баҡсаһын һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса асыу күҙаллана.
Алина Сөләймәнова хәбәр итеүенсә, Өфө балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр эшләүен дауам итә. Ҡала хакимиәте сайтында уларҙың исемлеге көн һайын яңыртылып торола. Бында үҙизоляция осоронда эшләүселәр балаларын килтерә ала. Бының өсөн атай-әсәйҙәргә үҙҙәре менән бергә паспортын һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығын килтерергә кәрәк.